9 март
9 март (рус. 9 марта) — рәсми календарь буйынса йылдың 68-се (кәбисә йылында 69-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 297 көн ҡала.
Өфөлә ☀️Ҡояш 7 сәғәт 38 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 59 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 11 сәғәт 20 минут. 🌓 Айҙың беренсе сиреге (йәше 9.39 көн).
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Краб ите көнө.
- Фрикаделькалар көнө.
Бөйөк Британия: Тәмәкенән баш тартыу көнө.
Ирландия: Геналогия көнө.
Ер: Ди-джей көнө.
АҠШ: Диетолог көнө.
Ливан: Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө (марттың икенсе йәкшәмбеһе).
- 1497 йыл: Николай Коперник тәүге астрономик күҙәтеүҙәр үткәрә.
- 1822 йыл: Яһалма тешкә патент алына.
тулы исемлек
- 1858 йыл: Филадельфияла почта йәшнигенә патент алына.
- 1918 йыл: Совет Рәсәйенең баш ҡалаһы Петроградтан Мәскәүгә күсерелә.
- 1919 йыл: Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре һәм үҙәк Совет власы араһында Башҡортостандың совет автономияһы тураһында баштағы килешеү төҙөлә.
- 1972 йыл: Нижневартовск эшселәр ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нурҡаев Талип Латип улы (1925—24.09.1997), нефтсе, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1985 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР-ының 9-сы (1975—1980) һәм 10-сы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1979). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Үҫтем ауылынан.
- Мирзаянов Вил Солтан улы (1935), химик-ғалим. 1965—1992 йылдарҙа СССР-ҙың Органик химия һәм технологиялар дәүләт ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1986 йылдан — бүлек начальнигы. 1996 йылдан АҠШ-тың Нью-Джерси штатындағы Принстон университеты хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1985). Кавалло премияһы лауреаты (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Кәңгеш ауылынан.
тулы исемлек
- Андрюшина Вера Георгиевна (1940), педагог. 1965—2009 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының 2-се һәм 6-сы урта мәктәптәренең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы [[Ермолаевка]] ауылынан.
- Солдатов Юрий Фёдорович (1940), скульптор. 1977 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).
- Хәжиева Фәриҙә Риф ҡыҙы (1970), педагог. Өфөләге ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге дөйөм белем биреү интернат-мәктәбенең информатика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2020).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ихсанов Марат Мөхәмәтдин улы (1941), педагог, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Күгәрсен районы Ҡалдар урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1980—2006 йылдарҙа — директоры. Күгәрсен район советының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Моҡас ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Черняев Валерий Давыдович (1937), ғалим-тау инженеры, нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 1970—1978 йылдарҙа Магистраль нефть үткәргестәрҙең Урал-Себер идаралығының (Өфө) баш инженеры–начальник урынбаҫары; 1980 йылдан СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Нефть ташыу һәм тапшырыу баш идаралығы начальнигы, 1991 йылдан — СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары; 1993—1998 йылдарҙа «Транснефть» компанияһы президенты. Техник фәндәр докторы, профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың почётлы нефтсеһе һәм дәүләт премияһы лауреаты (1977), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).
- Гәрәев Ғилемхан Ғилмеғәли улы (1947), педагог. 1994—2013 йылдарҙа Кушнаренко район мәғариф бүлеге методисы, артабан Кушнаренко ауылы 1-се мәктәбенең директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Рим Хәсәнов (1947), композитор, яҙыусы. 1973—1978 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире. 1974 йылдан СССР Композиторҙар, 2010 йылдан — Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017), Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы (2009), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1976), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2017).
- Ғалина Рима Барый ҡыҙы (1952), педагог, үҙешмәкәр композитор. 1978—1984 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумының балалар музыка мәктәбе директоры; 1984—1995 йылдарҙа — Урғаҙа урта мәктәбе, 1995—2008 йылдарҙа хәҙерге Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. Дүрт тиҫтәгә яҡын йыр авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 70 йыллығына арналған Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1978). Сығышы менән ошо райондың Түбә ауылынан.
- Ишбулатов Радмир Зөбәйер улы (1952), дәүләт, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1988 йылдан КПСС-тың Баймаҡ район комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире; 1989—1991 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. 1993 йылдан Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы, 1994—1999 йылдарҙа — эштәр идарасыһы, 2003 йылдан — хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары; 2006 йылдан Баймаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы, 2011 йылдан — Баймаҡ район Советы секретары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2009). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Подрядов Александр Николаевич (1957), спортсы. Радиоспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2006). СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Ҡыҫҡа тулҡындарҙа радиобәйләнеш булдырыу буйынса ситтән тороп үткәрелгән ярыштарҙа донъя (2006) һәм Европа (1987—1988) чемпионы. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Сухов Андрей Александрович (1977), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1996 йылдан Йылайыр урта мәктәбе уҡытыусыһы; 2006 йылдан Йылайыр район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, мәҙәниәт бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Бүребай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вершинин Болислав Николаевич (1928—10.09.1998), төҙөүсе. «Двигательмонтаж» тресының Салауат ҡалаһындағы махсуслашҡан монтаж идаралығының элекке слесарҙар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (2001). Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһының Голюшурма ауылынан.
- Ғилданов Әнғәм Хөрмәтулла улы (1928—22.01.1997), ветеринар. 1959 йылдан Дүртөйлө районы Мәскәү ветеринария участкаһы ветфельдшеры; 1970—1971 йылдарҙа район ветстанцияһының баш ветврачы, 1988—1997 йылдарҙа — ветврачы; 1971—1986 йылдарҙа — райондың баш дәүләт ветеринар врачы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1978). Сығышы менән ошо райондың Наҙытамаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы (1928—8.04.1998), табип-хирург-ғалим, дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1960—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министры. Башҡорт АССР-ының 6—12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (1959). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1961, 1966) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гоц Сергей Степанович (1954), радиофизик-ғалим. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1845 йыл: Николай Кутейников, Рәсәй империяһының хәрби-диңгеҙ эшмәкәре, караптар эшләүсе.
- 1885 йыл: Тамара Карсавина, Рәсәй империяһы балеринаһы.
тулы исемлек
- 1890 йыл: Вячеслав Молотов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1909 йыл: Евгений Пономаренко, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1960)
- 1910 йыл: Александр Константинов, СССР Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрҙәре полковнигы, Советтар Союзы Геройы (1941).
- 1930 йыл: Афанасий Кочетков, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1934 йыл: Юрий Гагарин, Ерҙең беренсе космонавы.
- 1814 йыл: Тарас Шевченко, Украина шағиры, рәссам.
- 1966 йыл: Мөхәммәтша Буранғолов, Башҡорт АССР-ның халыҡ сәсәне (1944).
тулы исемлек
- 1992 йыл: Менахем Бегин, Израилдең сәйәси эшмәкәре, Нобель премияһы лауреаты.