Ғәлина Рима Барый ҡыҙы
Рима Барый ҡыҙы Ғәлина (рус. Галина Рима Бариевна; 1952 йылдың 9 марты, Түбә, Башҡорт АССР-ы) — педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр композитор. 1977—1984 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумының балалар музыка мәктәбе директоры; 1984—1995 йылдарҙа — Урғаҙа урта мәктәбе, 1995—2008 йылдарҙа хәҙерге Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 70 йыллығына арналған Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1978)[1].
Биографияһы
Рима Барый ҡыҙы Ғалина 1952 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған. Икенсе һанлы Түбә урта мәктәбен тамамлағас, пионервожатый булып эш башлай. 1973 йылда Учалы музыка училищеһына уҡырға инә һәм 1977 йылда уны уңышлы тамамлап, «Йылайыр» совхозына эшкә килә. Бында балалар музыка мәктәбен асыуҙа ярҙамлаша. 1977—1984 йылдарҙа был мәктәптең директоры булып эшләй. «Йылайыр» совхозында ҙур халыҡ инструменттары ансамблен ойоштора. Ансамбль Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостандың бик күп ҡала, райондарында, телевидениела сығыш яһай, 1978 йылда Мәскәү ҡалаһында уҙған Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты исеменә лайыҡ була[2].
1984—1995 йылдарҙа — Урғаҙа урта мәктәбе, 1995—2008 йылдарҙа хәҙерге Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. 2009 йылдан хаҡлы ялда, дин юлында, шиғырҙар, йырҙар ижад итә[3].
Ижады
50-ләп йыр авторы. Иң билдәле йырҙары:
- «Юҡһыныу» (Шәриф Биҡҡол һүҙҙәре):
- «Күк үләндәр», «Шәл бәйләнең, әсәй» (Ғалим Дәүләтов һүҙҙәре);
- «Йәшлек бит ул»-«Дәүерҙәр» (Мәүлит Ямалетдинов һүҙҙәре);
- «Яратам мин йәшәргә» (һүҙҙәрен үҙе яҙған).
Йырҙарын билдәле йырсылар : Гөлсөм Бикбулатова, Ғәзим Ильясов, Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин һәм композиторҙың үҙенең уҡыусылары Руслан Ғәзизов, Йәғәфәр Нәҙершиндар башҡара[2].
Балалар өсөн «Бесәй», «Күркәм Сибай — йәшлек ҡалаһы» исемле йырҙар китабы авторы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Знаменательные и памятные даты. Календарь 2022. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 газета «Сибайский рабочий» Лина Ласынова «Судьба раздвигала путь, пропуская меня к мечте»
- ↑ ЯРАТА УЛ ЙӘШӘРГӘ (рус.). 19 февраль 2026 тикшерелгән.