Ильясов Ғәзим Ғәлим улы

Ғәзим Ғәлим улы Ильясов (рус. Ильясов, Газим Галимович; 1967 йылдың 27 феврале, Үрге Һаҙ, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты (2012).

Биографияһы

Ғәзим Ғәлим улы Ильясов 1967 йылдың 27 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң 1984 йылда ауыл Советы үҙәге Мәҡсүттәге урта мәктәпте тамамлай.

Хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Мораҡтағы 90-сы һөнәрселек-техник училищеһендә водитель һөнәре үҙләштерә һәм 1985—1987 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәттә була. 1988-1989 уҡыу йылында Үрге Һаҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә йыр дәрестәре алып бара. Артабан 1991 йылғаса Мәләүез химия заводында автотейәгес машинисы булып эшләй[1].

Ижади эшмәкәрлеге

1992 йылда Ғәзим Ильясовты Күгәрсен районы мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар һәм шул ваҡыттан бирле уның тормошо туранан-тура сәнғәт менән бәйле. Сәхнәгә үҙешмәкәр йырсы булараҡ килеп, тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышы, башҡарыу оҫталығы арҡаһында тиҙ арала төрлө йыр бәйгеләрендә танылыу ала.

Ғәзим Ильясов республикала һәм Көнбайыш Себерҙә гастролдәрҙә була. Республика һәм район сараларында ҡатнаша.

Бер нисә йырҙар компакт-дискы һәм климтар сығарҙы.

2019 йылдан — Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайы директоры[2].

Ҡайһы бер ҡаҙаныштары

  • «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале лауреаты (Нефтекама ҡалаһы, 1997);
  • «Гәлсәр һандуғас» Республика телевизион конкурсы лауреаты (Өфө ҡалаһы, 1994);
  • Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк конкурсы лауреаты (Сибай ҡалаһы, 1996);
  • «Оҙон көй» (Туймазы ҡалаһы, 1994) Һәм башҡа төбәк-ара башҡорт оҙон йыры конкурсы лауреаты[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 1997 йылда мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Ильясовҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре»тигән маҡтаулы исем бирелә.
  • 2012 йылдың 27 декабрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм хәмитов Указы менән Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була.
  • 2013 йылдың 1 февралендә ысын халыҡсанлығы һәм күп йыллыҡ йыр ижадының күп яҡлылығы өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы тапшырыла.
  • 2024 йылдың 4 сентябрендә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Юғары наградаһына башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде һәм рухиәтте һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем, емешле һәм күп йыллыҡ эше өсөн «Әл да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ була[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Ғәзим Ильясов ҡайҙа булған?  (баш.). 14 апрель 2026 тикшерелгән.
  2. 1 2 Газим Ильясов был удостоен высшей награды Всемирного Курултая башкир - Отдел культуры Ишимбайский р-н  (рус.), Отдел культуры Ишимбайский р-н (4 сентябрь 2024). 14 апрель 2026 тикшерелгән.
  3. Газим Ильясов - Заслуженные работники. МКУ Отдел культуры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.

Һылтанмалар