Күгәрсен районы

Күгәрсен районы (рус. Кугарчинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың көньяғында, Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған.

Үҙәге — Мораҡ ауылы, Өфөнән 271 км һәм иң яҡын тимер юл станцияһы Мәләүездән 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ һаны 2010 йылда 32,3 мең кеше (1970 йыл — 42,4 мең; 1989 йыл — 31,6 мең; 1994 йыл 32,2 мең). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 9,6 кеше, шул иҫәптән ауылдарҙа 7,9 кеше тура килә. Райондағы 119 ауылдың иң ҙурҙары: Мораҡ (1989 йылда 7,2 мең кеше), Йомағужа — 5,4 мең кеше), Мәҡсүт (1,1 мең), Күгәрсен (0,9 мең). Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар күпселекте тәшкил итә.

Географияһы

Райондың төньяҡ, үҙәк һәм көнсығыш өлөштәрен берәм-һәрәм тауҙар һәм һырттар менән Йылайыр яйлаһы (бейеклеге 740 м-ға тиклем), көнбайышта Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттары биләй (590 м-ға тиклем). Климаты йылы, ҡоро.

Гидрографик селтәре: Ағиҙел һәм уның ҡушылдығы Иртөбәк, Оло Эйек һәм уның ҡушылдығы Кесе Эйек, Инәк (Оло Эйек ҡушылдығы), Наҡаҫ йылғалары. Күбеһенсә йыуылған һәм уңдырышлы ҡара һәм ҡара-һоро көлһыуланған тупраҡ.

Йүкә, имән, ҡайын, саған урмандары район территоряһының 40 % биләй. Һунар-промысла хайуандарын һаҡлау өсөн Оло Эйек һәм Кесе Эйек йылғалары бассейнында Эйек дәүләт заказнигы ойошторолған.

Бәндәбикә кәшәнәһе (Мәҡсүт ауылы янында) дәүләт тарафынан һаҡлана.

Ер аҫты байлыҡтарынан газ конденсаты (Саратовка, Бөркөт, Исем, Подгорный ятҡылыҡтары), һоро күмер (Ворошиловка), балсыҡ һәм ҡыҙыл балсыҡ (Новопетровка, Йомағужа), төҙөлөш таштары (Бикбулат, Мораҡ), гипс (Подгорный), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Көньяҡ Мораҡ, Йомағужа), агрономик рудалар — эзбизташ һәм карбонат-гипс гажаһы (Ерекле, Мораҡ, Үрген) бар.

Иҡтисад

Ауыл хужалығы ерҙәре 174,4 мең гектар майҙанды биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 96,9; көтөүлектәр — 56,6; сабынлыҡтар — 20,8 мең гектар. Район ауылы хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Игенселек, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш үҫтереү; малсылыҡ — һөт-ит йүнәлешендәге малсылыҡ, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ, умартасылыҡ менән бәйле.

Төбәк әһәмиәтендәге предприятиелар: май заводы, урман пункты, урман хужалығы, нефть ҡыуҙырыу станцияһы (Мораҡ ауылы), ағас әҙерләү һәм эшкәртеү буйынса кооперативтар эшләй.

Транспорт

Район территорияһы аша Өфө—Мораҡ—Йылайыр—Сибай автомобиль юлы үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 79 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 16 урта; музыка мәктәбе һәм ПУ (Мораҡ ауылы), 32 дөйөм китапхана, 72 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы бар. Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм Шәһит Хоҙайбирҙин музейҙары эшләй.

Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Мораҙым» һәм «Кугарчинские вести» гәзиттәре баҫыла.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 30 249 [2][3]
1959 йылдың 29 332 [4][3]
1970 йылдың 42 501 [5][3]
1979 йылдың 33 990 [6][3]
1989 йылдың 31 541 [7][3]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 34 203 [8][3]
2008 йылдың 32 807 [9]
2009 йылдың 32 479 [10]
2010 йылдың 31 444 [11]
2012 йылдың 30 787 [12]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 30 313 [13]
2014 йылдың 29 792 [14]
2015 йылдың 29 284 [15]
2016 йылдың 28 840 [16]
2017 йылдың 28 649 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 28 277 [18]
2019 йылдың 27 858 [19]
2021 йылдың 27 489 [1]

Билдәле шәхестәр

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре

Ғалимдәр

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре

Халыҡ хужалығының башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре

Йырсылар

Рәссамдар

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  3. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  5. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  6. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  8. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  9. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  10. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  11. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  12. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  13. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  14. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  15. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  16. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  17. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  18. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  19. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  20. Башкирская энциклопедия — Шубин Георгий Иванович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 август 2018)
  21. Всемирный Курултай башкир. Официальный сайт. Курултай утвердил список ста личностей, стоявших у истоков образования Республики Башкортостан 2018 йылдың 12 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2017)
  22. Башҡорт энциклопедияһы — Титов Вячеслав Михайлович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
  23. Башҡорт энциклопедияһы —Кәримский Әнүр Муса улы 2016 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2017)
  24. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2018)
  25. Ими гордится район. Журнал «Ватандаш» 2020 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 20 май 2019)
  26. Башҡорт энциклопедияһы — Суворова Анна Сергеевна 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2018)
  27. Муниципальный район Кушарчинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане. Сагитов Наиль Абдуллович 2020 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
  28. Башҡорт энциклопедияһы — Мәзитов Әмир Миңлевәли улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2018)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә