Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы (рус. Флаг Республики Башкортостан) — Башҡортостандың дәүләт символы.

[2][3]

undefined
undefined

Тарих

Башҡортостан флагы тарихы быуаттар төпкөлөнән килә. Уның тураһындағы мәғлүмәтте тағы ла байытыу — башҡорт халҡының милли бурысы.

  • XIX быуат

Даими хәрби хеҙмәттә булған башҡорт халҡының милли символы итеп иҫәпләнгән байраҡ тураһында тулы булмаған мәғлүмәт билдәле. Ул саҡтағы байраҡта ике башлы сәмреғош һәм уның тирәләй һибелгән алты мөйөшлө йондоҙҙар өҫтөндә Ҡөрьән аяты яҙылған булған.

  • 1918 йыл

Башҡортостан дәүләт флагы тарихы 1918 йылдың 20 авгусынан башлана. Башҡорт хөкүмәте фарманы менән был көндә башҡорт милли флагы раҫлана.

Башҡорт милли флагы төҙөлөшө буйынса 1918 йылға тиклем булған Рәсәй Дәүләт флагын ҡабатлай, төҫтәр айырмалығы менән үҙенсәлекле була. Башҡорт милли флагы зәңгәр, йәшел һәм аҡ төҫтәге өс буй һыҙаттан тора. Флагтың өҫкө һыҙаты күк төҫтә булып башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауын, урталағы йәшел төҫлө һыҙат — башҡорт халҡының ислам дине ҡанундарына буйһоноуын, аҫтағы аҡ буй төҫлө һыҙат — Башҡортостан халыҡтарының элек — электән тыныслыҡҡа, именлеккә һәм бәхеткә ынтылыуын аңлата.

  • 1924 йыл

Башҡорт Совет Автономияһы төҙөлөү сәбәпле, 1918 йылда Башҡорт хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән милли флаг ғәмәлдән сығарыла. Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма комитеты ҡарары менән 1924 йылдың 11 октябрендә Дәүләт флагы раҫлана. Дәүләт флагы итеп ҡыҙыл төҫтәге туҡыма алына, уның өҫкө мөйөшөндә, флаг һабы эргәһендә алтын ураҡ менән сүкеш, улар аҫтында алтын ҡайма менән уратылған ҡыҙыл йондоҙ һүрәтләнә.

  • 1938 йыл

1938 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ының Дәүләт флагына үҙгәреш индерелә. Уның өҫкө һул мөйөшөндә, флаг һабы эргәһендә «РСФСР» һәм бәләкәйерәк хәрефле «Башкирская АССР» яҙыуы индерелә.

  • 1954 йыл

РСФСР Дәүләт флагы үҙгәреү сәбәпле, Башҡорт АССР-ы Дәүләт флагы ла үҙгәртелә. Флаг һабы яны буйлап флагтың бөтә иңенә асыҡ зәңгәр төҫтәге һыҙат өҫтәлә. Шул килеш флаг 1990 йылдарға тиклем ҡулланыла.

  • 1992 йыл

Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләтселеге яңыртылыуы сәбәпле, дәүләт символдары ла үҙгәрә. 1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.

1990 йылдың 26 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты «Башҡортостан Республикаһының флагы, гербы һәм гимнына иң яҡшы проектҡа конкурс үткәреү тураһында» 211-се Ҡарар сығара. Конкурс комиссияһында дәүләт атрибуттарының ижади берләшмәләр, профессиональ рәссамдар, композиторҙар, уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттары студенттары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тәҡдим иткән ҡырҡҡа яҡын проекты ҡарала.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы итеп рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина тәҡдим иткән флаг проекты һайлана, һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы 1992 йылдың 25 февралендә республиканың яңы Дәүләт флагын раҫлай.

Һүрәтләү

Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы.

Әҙәбиәт

  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, З. Ю. Бурангулова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов.. — Уфа: Китап, 2005. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9 (ч. 1), 5-295-03701-0.
  • Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа: ГУП «ГРИ Башкортостан», 2007. — 336 с.: ил.
  • Кутушев Р. Р., Байков И. Ф. К истории государственной символики Башкортостана. — Уфа: Китап, 2011. — С. 136. — 304 с.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә