Башҡортостан гимны
Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны (рус. Гимн Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһының рәсми дәүләт символдарының береһе (герб һәм флаг менән бергә). Республиканың ике дәүләт телеңдә — башҡортса һәм русса башҡарыла. Тулы версияһы (музыкаһы һәм тексы) 2008 йылдың 18 сентябрендә рәсмиләштерелде[1][2].
Гимн тексы өс куплеттан һәм ҡушымтанан тора. Тыуған ергә мөхәббәт, тәбиғәт матурлығы, тарихи байлыҡ, азатлыҡ, дуҫлыҡ һәм Рәсәй менән бөйөк берҙәмлекте данлай. Ҡушымта республиканың алдағы үҫеше өсөн теләктәр менән тамамлана.
Тарихы
1980-се йылдар аҙағында 1990-сы йылдар башында Башҡортостандың үҙ дәүләт символдарына ижтияж артты. Был ваҡытҡа тиклем республикала РСФСР һәм СССР гимндары башҡарылды.
Музыканың авторы — композитор һәм дирижёр Фәрит Иҙрисов. Ул «Республика» тип аталған музыкаль әҫәрен 1990 йылдың 11 октябрендә — Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителгән көндә ижад итә[3]. 1992 йылда дәүләт символдарына асыҡ конкурс иғлан ителә. Конкурсҡа тәҡдим ителгән әҫәрҙәр араһында Ф. Иҙрисовтың әҫәре иң яҡшыһы итеп таныла һәм 1993 йылдың 12 октябрендә Республиканың дәүләт гимны итеп рәсми рәүештә раҫлана[1]. Беренсе студия яҙмаһы 1993 йылдың 17 декабрендә Өфө юғары хәрби авиация летчиктар училищеһы оркестры башҡарыуында яҙҙырыла[3].
Гимндың һүҙҙәрен ижад итеү өсөн оҙаҡ һәм ҡатмарлы эш алып барыла. 1999 йылдың 6 ғинуарында Министрҙар Кабинеты текст өсөн асыҡ конкурс иғлан итә. Бөтәһе 140-ҡа яҡын эш тәҡдим ителә. Финалға шағир Рәшит Шәкүр һәм йырҙар авторы Баһауетдин Зәйнетдиновтың яҙған текст сыға. Шулай ҙа һайлап алынған тексты аҙағына тиклем эшкәртеү Рәшит Шәкүргә һәм ул ваҡытта республика парламентында профиль комитетты етәкләгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа йөкмәтелә. Тексты рус теленә рәсми тәржемәне Фәрит Иҙрисов һәм шағирә Светлана Чураева башҡара[3][2].
Гимндың текст менән тулыландырылған аҙаҡҡы версияһы (башҡорт һәм рус телдәрендә) 2008 йылдың 18 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында раҫлана һәм шул көннән үк көсөнә инә[2]. Шулай итеп, музыканың ижад ителеүенән алып текстының ҡабул ителеүенә тиклем 15 йыл үтә[3].
- Авторҙар
Музыка авторы: Фәрит Иҙрисов (композитор, дирижёр, Башҡортостандың халыҡ артисы. Өфө юғары хәрби авиация училищеһы тынлы оркестрын ойоштороусы һәм беренсе етәксеһе. 2002 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры симфоник оркестры дирижёры)[4][5].
Башҡортса текст авторҙары: Рәшит Шәкүр (шағир, тел һәм әҙәбиәт белгесе-ғалим)[3][2] һәм Рауил Бикбаев (Башҡортостандың халыҡ шағиры, 2008 йылда гимн тексын эшкәртеү комиссияһы рәйесе)[3][2].
Русса тексы: Фәрит Иҙрисов һәм Светлана Чураева (прозаик, драматург, публицист һәм шағир, тәржемәсе)[2][1].
- Музыкаль үҙенсәлектәр
Гимн тоналлеге — E♭ мажор (ми-бемоль мажор) (рус.)баш.. Тоналлек структураһы классик гимндарға тап килә. Музыканың төп үҙенсәлеге — икенсе куплеттың инструменталь өлөшөндә башҡорт халыҡ оҙон көйө «Урал» темаһының стилләштерелгән варианты ҡулланылған[3][6].
Башҡарыу
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны түбәндәге осраҡтарҙа башҡарыла:
- Рәсми һәм дәүләт тантаналарын (йыйылыштар, сисеү) асыҡанда һәм япҡанда.
- Республика Башлығы вазифаһына ингәндә.
- Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм муниципалитет органдары ултырыштары башланғанда һәм тамамланғанда.
- Дәүләт флагын күтәргәндә.
- Сит ил дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының рәсми визиттары ваҡытында.
- Мәғариф учреждениеларында уҡыу йылын асыу һәм ябыу тантаналарында.
- Республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара спорт ярыштары медаль менән бүләкләү тантаналарында.
Гимнды тынлы оркестр, хор, оркестр-хор составынды, шулай уҡ башҡа вокал һәм инструменталь формаларҙа башҡарға мөмкин. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын халыҡ алдында башҡарғанда ҡатнашыусылар гимнды аяғүрә баҫып тыңлай, ир — егеттәр баш кейемен һала. Әгәр Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын башҡарыу Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагын күтәреү менән оҙатылһа, йыйылыусылар флаг яғына йөҙ менән борола[7].
Текст
| Башҡортса текст | Русса текст | |
|---|---|---|
| Беренсе куплет | ||
|
Башҡортостан, hин hөйөклө ғәзиз ер, |
Башкортостан, Отчизна дорогая, | |
| Ҡушымта | ||
|
Дан hиңә, Башҡортостан! |
Славься, наш Башкортостан! | |
| Икенсе куплет | ||
|
Башҡортостан, hин хөрмәтле данлы ил, |
Башкортостан — ты наша честь и слава, | |
| Өсөнсө куплет | ||
|
Республикам, йондоҙ булып балҡы hин, |
Республика, сияй звездой прекрасной, | |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Аралбаева Л. Государственный гимн Башкирии отметил четверть века. Общественная интернет-газета Республики Башкортостан (18 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. Архивировано 13 август 2016 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 25 лет назад был принят Государственный гимн Башкортостана. Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 ноябрь 2018. История создания Гимна Башкортостана. Bash.News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Фәрит Фәтих улы Иҙрисов (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Фарит Идрисов. Государственный академический оркестр Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Гимн Республики Башкортостан. Республика Башкортостан – Гимн России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 06 июля 1999 года N 10-з О государственной символике Республики Башкортостан. Электронный фонд нормативно-правовых актов (6 июнь 1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Слова Гимна Республики Башкортостан. Бакалинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Текст Государственного гимна Республики Башкортостан. Башинформ (18 сентябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.