Благовар районы

Благовар районы (рус. Благоварский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Языков ауылы. Районда 26009 кеше йәшәй.

Символикаһы

Районда тыуған арҙаҡлы шәхестәр

Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы (3.01.1922—20.03.2000), 1950-85 йылдарҙа «Октябрь» колхозы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы (Сулпан ауылы).
Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (18.12.1918—28.11.2001), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусы, 1972—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1955). Иҫке Абзан ауылынан[2].
Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы (18.08.1923), Социалистик Хеҙмәт Геройы, 1956—1974 йылдарҙа Өфөләге «Мир» тегеү фабрикаһының (аҙаҡ фирмаһының) тегеүсе-моторисы, смена мастеры һәм өлкән мастеры. (Яңы Һынташ ауылы)[3].
Ғилманов Фәнүр Мөғәмбәр улы (9.02.1956) — журналист, 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011), 1986 йылдан республиканың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаһы «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Яңы Абзан ауылынан.
Ғәлиәкбәров Ғәйниәт Ғәлимулла улы (24.07.1917), дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1970 йылдарҙа Шишмә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1970—1978 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 7-9 саҡырылыш (1967—1980) Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Шишмә районының Почётлы гражданы (2010). (Яңы Һынташ ауылы)[4].
Ғәниев Радмир Шәрифйән улы (21.09.1957), банк хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. (Шырлыҡ ауылы)[5].
Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (20.01.1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Иҫке Һынны ауылынан[6].
Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (18.09.1935), почта хеҙмәте ветераны. 1955—1990 йылдарҙа Өфө почтамты почтальоны, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1974). СССР-ҙың элемтә мастеры (1969). Иҫке Һынны ауылынан.
Әмирхан Еники (2.03.1909—16.02.2000), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Үрге Ҡарғалы ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (16.09.1913—5.02.1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Яңы Абзан ауылынан.
Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (26.07.1897—4.11.1941), журналист, әҙәбиәт белгесе. Сәйәси золом ҡорбаны. Өйҙөрәкбаш ауылынан[7].
Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (23.01.1908—29.06.1980), ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1955), профессор (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. (Үрге Ҡарғалы ауылы)[8].
Никишин Сергей Михайлович (24.07.1958), спортсы. Конькиҙа шыуыу буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978). Шорт-трек буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992) һәм Бөтә Союз категорияһындағы судья (1990). 1000 һәм 1500 метрға йүгереүҙә СССР (1979), РСФСР (1980—1981) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1982) чемпионы, халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1980—1984). (Языков ауылы)[9].
Хәбиров Камил Шәймулла улы (2.12.1933), хеҙмәт ветераны, 1952—1995 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бульдозерсыһы һәм торба һалыусы кран машинисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1964) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Иҫке Әмир ауылынан[10].
Рим Хәсәнов (9.03.1947), Башҡортостандың танылған композиторы, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. (Языков ауылы).

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 46 493 [11][12]
1959 йылдың 32 656 [13][12]
1970 йылдың 30 264 [14][12]
1979 йылдың 26 148 [15][12]
1989 йылдың 24 272 [16][12]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 25 770 [17][12]
2008 йылдың 25 882 [18]
2009 йылдың 25 957 [19]
2010 йылдың 26 004 [20]
2012 йылдың 25 805 [21]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 25 621 [22]
2014 йылдың 25 683 [23]
2015 йылдың 25 629 [24]
2016 йылдың 25 556 [25]
2017 йылдың 25 423 [26]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 25 325 [27]
2019 йылдың 25 129 [28]
2021 йылдың 24 699 [29]

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 16 кеше.

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 42,8 %, татарҙар — 28,3 %, урыҫтар — 21,8 %, украиндар — 2,8 %, башҡа — 4,3 %[30].

Иҫкәрмәләр

  1. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Биғлов Йыһандар Ирғәле улы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2018)
  3. Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы — Башҡорт энциклопедияһы 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2017)
  4. Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2017)
  5. Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2017)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәти (Ниғмәтуллин) Ғәлимйән Әмирйән улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2018)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2018)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Никишин Сергей Михайлович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2018)
  10. Башкирская энциклопедия — Хабиров Камиль Шаймуллинович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2018)
  11. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  12. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  13. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  14. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  15. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  16. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  17. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  18. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  19. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  20. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  21. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  22. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  23. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  24. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  25. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  26. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  27. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  28. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  29. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  30. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)

Тема буйынса өҫтәмә