Белорет районы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Белорет районы
Флаг
Flag of Beloretsky rayon.svgCoat of Arms of Beloretsk rayon (Bashkortostan).png
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Белорецком районе[d]
Сиктәш Архангел районы, Ғафури районы, Ишембай районы, Бөрйән районы, Әбйәлил районы, Ҡатау-Ивановск районы и Һатҡы районы
Рәсми сайт beladmin.ru
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Майҙаны
  • 11 302,58 км²
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Урынлашыу картаһы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 691 метр
Рәсем
Категория для видов элемента Category:Views of Beloretsky District[d]
Дәүләт
Административ үҙәк Белорет
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Белорет районы (рус. Белорецкий район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. 1930 йылда ойошторолған. Административ үҙәге — Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй. Майҙаны буйынса (11501 квадрат километр) республикала иң ҙур район.

Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөн биләй, республиканың көнсығышында, диңгеҙ кимәленән 564 м бейеклектә урынлашҡан. Бөрйән, Ғафури, Архангел, Учалы,Әбйәлил райондары һәм төньяҡтан Силәбе өлкәһе менән сикләшә.

Архангель районы менән сиктәге аншлаг

Иҙел башы республикала урманға иң бай төбәктәрҙең береһе, урман уның территорияһының 80 процентын биләй. Район үҙәгендә ылыҫлы урман өҫтөнлөк итһә, көнбайыш өлөшө ҡуйы япраҡлы, ә көнсығышында — ҡатнаш урман. Тимер рудаһының төп ятҡылығы — беҙҙең район территорияһында.

Башҡортостандың был төбәге үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле. Бында тау йылғалары буйлап һалда, кәмәләрҙә ағып төшөү, бейек Уралтау һырттарына артылыу, мәмерйәләргә сәйәхәт итеү, шифалы шишмәләрҙең һыуын тәмләү, тау саңғыларында шыуыу мөмкинселеге бар. Тап Белорет ерендә Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән, Еҙем йылғалары баш ала. Райондың ҙур өлөшөн Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы тәшкил итә, ул Башҡортостанда, хата Көньяҡ Уралда иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙан һанала. Уның территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек һырттары урынлашҡан: Машаҡ, Нәре, Көмәрҙәк, Ямантау тау һырттары.

Район территорияһында ун ике тәбиғәт һәйкәле бар: Ҙур Ямантау(1640 м), Ирәмәл(1582 м), Әрүәк Рәзе(1068 м), Арский ташы, Ҡыҙылъяр мәмерйәһе, Атыш шарлауығы, Асы минераль инеше, 1904 йылғы кедр культураһы, Бишәтәк тауындағы 600 йәшлек ҡарағастар, Әүжән урман хужалығында диңгеҙ бөркөтөнөң ояһы һ.б. Был объекттар ысын мәғәнәһендә бик уникаль һәм экологик, фәнни, мәҙәни, эстетик, реакцион һәм санитар-селәмәтләндереү әһәмиәтенә эйә.

2006 йылдың беренсе ғинуарында берҙәм административ-территориаль берәмек — Белорет районы территорияһында 20 муниципаль берәмек урынлашҡан: бер ҡала биләмәһе — Белорет ҡалаһы (административ үҙәк) һәм 19 ауыл биләмәһе. Төбәктә 110 мең кеше йәшәй, уларҙың 68 меңе Белорет ҡалаһында. Башҡорт менен урыс милләте күпселекте тәшкил итә. Районда барлығы 99 торлак пункты бар.

Белорет районыныда транспорт юл селтәрҙәре, атап әйткәндә, Магнитогорск-Белорет-Инйәр-Өфө тимер юлы, Белорет-Өфө, Белорет-Учалы, Белорет-Магнитогорск, Асҡар-Сермән-Өфө автоюлдары үҫешкән.

Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 2 кеше. Был республикала иң бәләкәй күрһәткес. Ауыл ерендә күпселек башҡорттар һәм урыҫтар йәшәй. Районда 84 ауыл бар. Шуларҙың иң ҙурҙары (1989): Абҙаҡ (2,4 мең кеше), Сермән (1,9 мең) һәм Үҙән(1,7 мең кеше).

Символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Райондың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Белорет районы шәхестәре. 1996.jpg
Белорет районының Өфөлә йәшәгән шәхестәре. 1996
Файл:Белореттар яҡташтар осрашыуында.jpg
Белореттар З. Исмәғилевтың 80 йәше айҡанлы опера театрында

Дәүләт эшмәкәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (16.08.1943), энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһының һәм Белорет районының почётлы гражданы.
Алтынбаев Рәнис Рәйес улы (18.08. 1976) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, ҡурайсы-педагог, йырсы. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019).
Ғәзизов Чингиз Барый улы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының беренсе Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле (19962004)
• Мостафин Хәлил Мөжәүир улы — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, Әзекәй ауылынан.
Муллағәләмов Марат Сабит улы — 7.11.1930) — совет, хужалыҡ, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән[2],республиканың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандар Советының элекке рәйесе, Сермән ауылынан;

Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (1931—2018), металлург, канатсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы — Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу (волочильный) цехы бригадиры. Хеҙмәт Даны ордены тулы кавалеры.

Ғалимдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәлиев Камил Абдрахман улы (23.02.1934—26.03.2000), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Хоҙайбирҙе ауылынан (хәҙер бөткән).
Миһранов Марс Шәрифулла улы — техник фәндәр докторы, ӨДАТУ доценты.
Мөлөков Харис Яҡуп улы — физик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәр докторы, БДУ доценты.
Хажин Вәкил Исмәғил улы (11.07.1946), педагог-методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. (2006)[3].

Яҙыусылар һәм шағирҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлибаев Зәки Арыҫлан улы, әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, БДПУ доценты. Йөйәк ауылынан.
Ситдиҡова (Ғәйнетдинова) Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы — шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Инйәр ауылынан.
Сабир Шәрипов (20.03.1948—31.08.2018), яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге (2008) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты. Баҡый ауылынан.
Айгиз Баймөхәмәтов (27.10.1988), яҙыусы, журналист. «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).
Зөлфәр Хисмәтуллин (11.07.1923—6.04.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973). Сермән ауылынан.
Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы — дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967).
Дамир Шәрәфетдинов (29.05.1965—21.02.2020), яҙыусы, шағир, журналист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012). Көмбә ауылы.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы — Нефтекама дәүләт филармонияһы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Роза Аҡкучукова (12.02.1950—8.02.2021), йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Ғәбитов Риф Фәтих улы — халыҡ артисы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Аҙналы ауылынан.
Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25.09. 1961) — музыкант. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
• Искәндәр Ғәзизов — йырсы.
Заһир Исмәғилев — СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.
Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы — мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографисы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры.
Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы — рәссам, Салауат Юлаев премияһы лауреаты.
Арыҫлан Мөбәрәков — СССР-ҙың халыҡ артисы.
Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы — Башҡортостан Республикаһының халык артисы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Әхмәр ауылынан.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы — педагог. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).
Мулдашев Әкрәм Искәндәр улы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1970), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Райондың көнсығыш сите буйлап Уралтау һырты һуҙыла. Был һырттан Көнбайышҡа табан, Ағиҙел йылғаһы үҙәне буйлап тау араһындағы түбәнлектәр артында, бейегерәк тау теҙмәләре: Әүәләк, Оло Ирәмәл (1582 м) тау массивы менән, Баҡты Ямантау (1640 м) массивы менән — Машаҡ, Нәре, Баштау, Юрматау, Елмәрҙәк һырттары китә. Район майҙаны 31,4 % диңгеҙ кимәленән 700 м өҫтәрәк ята. Урындың ҡалҡыу булыуы сәбәпле, йыллыҡ яуым-төшөм ҡайһы бер ерендә 700 мм етә, йыллыҡ уртаса температура 0,5°С тиклем түбәнәйә, 10°С юғары температуралы осорҙағы йылылыҡ суммаһы бейек тауҙар теҙмәһе зонаһында 900°С алып битләү һәм тау араларындағы үҙәндәрҙә 1500—1800°С тиклем тирбәлә.

Һыуыҡ булмаған мәл 60—70 көнгә тиклем кәмей.

Белорет районы Башкортостандың урманға иң бай төбәге. Урман бөтөн Майҙаны 82 % биләп тора, үҙағас запасы — 139,6 млн м³. Райондың иң ҡалҡыу үҙәк өлөшө күпселек көлһыу тупраҡта үҫкән ылыҫлы урмандар менән ҡапланған. Көнбайыштан уларға түбәндәрәк ятҡан киң япраҡлы урмандар, ә көнсығыштан ҡарағай, ҡайын, ҡарағас ҡатыш урмандар бүлкәте килеп терәлә.

Республика тимер рудаһының төп запасы (Комарово—Егәҙе, Инйәр, Тирлән, Белорет һ.б. һоро тимер ятҡылыҡтары төркөмө) ошо район территорияһында. Сәсмә алтын, магнезит, флюорит, хромит ятыштары табылған. Ҡомташ, кварцит, доломит, эзбизташ (Пугачев, Александровка) ятҡылыҡтары, цемент мергеле, утҡа сыҙамлы балсыҡ (Әхмәр, Безымянный), формовка ҡомо, охра, түбә ябыу һәүерташы ятыштары ла бар. Хлорид-натрий-кальций тибындағы Ассы минераль һыу сығанаҡтары барлығы билдәле. Ағиҙел, Йүрүҙән, Инйәр, Нөгөш, Еҙем йылғалары ошо район еренән ағып сыға. Йылға һыуының 1 га майҙаны иҫәбенә йыллыҡ ресурсы 3800 м³ етә.

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторолған; Оло Ямантау, Оло Ирәмәл, Ирәмәл, Ар ташы, Ҡотҡор урманы (Ҡаһарман ауылы эргәһендә), Оло Инйәр буйындағы Ҡыҙыл яр мәмерйәһе комплексы тәбиғәт ҡомартҡыһы, Шығай ауылы эргәһендәге һәм Бишитәк тауындағы йөҙйәшәр ҡарағастар, Белорет лесничествоһындағы кедр культураһы ботаник ҡоматтҡы тип иғлан ителгән.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 64 557 [4][5]
1959 56 760 [6][5]
1970 47 497 [7][5]
1979 35 248 [8][5]
1989 32 968 [9][5]
Йыл Халыҡ һаны
2002 29 087 [10][5]
2008 110 874 [11]
2009 110 080 [12]
2010 38 442 [13][5]
2011 107 110
Йыл Халыҡ һаны
2012 106 408 [14]
2013 105 524 [15]
2014 104 401 [16]
2016 103 022 [17]
2017 102 143 [18]
Йыл Халыҡ һаны
2018 101 345 [19]
2019 100 356 [20]
2021 99 074 [1]

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәнәғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет ере — элекке ҡара металлургия усаҡтарының береһе. Әүәлдән тороп ҡалған предприятиелар ныҡ ҡына яңыртылған һәм Белорет, Тирлән, Туҡан сәнәғәтенең нигеҙе булып тора. Урман хужалығының (Әүжән, Белорет, Инйәр, Тирлән лесхоздары), ағас әҙерләүҙең (Әүжән, Белорет, Инйәр, Мулдаҡай, Нура леспромхоздары), ағас эшкәртеү, минераль сеймал (Абҙаҡ үтә ҡаты ҡырсынташ ятҡылығығы, Александровка юл ҡырсынташы, Мулдаҡай эзбизташ ятыштары, шулай уҡ балсыҡ, ҡырсынташ, эре ҡом) сығарыуҙың произврдство өлкәһендәге өлөшө ҙур.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район територияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы, асфальт түшәлгән Булгаково—Архангел—Белорет автомобиль юлы, Магнитогорск—Ишембай газ үткәргесе һәм ошо газ үткәргестең Ҡағы—Белорет тармағы киҫеп үтә. Белореттан Стәрлетамаҡҡа, Магнитогорскиға, Учалыға автомобиль юлдары бара.

Тар тимер юлдың айырым өлөштәре — Белорет—Туҡан, Белорет—Тирлән аралыҡтары әлегәсә һаҡланған.

Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Районда 53 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 26 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 52 клуб учреждениеһы, 7 дауахана, «Ар ташы», «Ағиҙел» турбазалары бар. Асы ауылында А.Мөбәрәков музейы эшләй. Башҡортса «Урал», урыҫ телендә «Белорецкий рабочий» һәм «Металлург» гәзите сыға.

Ауыл биләмәһе берәмектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Он посвятил себя служению народу (К 85-летию Марата Муллагалямова)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Хажин Вәкил Исмәғил улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
  4. 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  6. 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  7. 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  8. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  9. 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  10. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  11. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  12. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8112027
  13. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  14. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  15. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  16. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  17. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  18. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  19. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  20. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]