Мөхәмәт (Башҡортостан)

Мөхәмәт (рус. Мухаметово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 213 кеше[2]. Почта индексы — 453565, ОКАТО коды — 80211804004.

Дөйөм мәғлүмәт

Тирә-яғы бейек тауҙар менән уратып алынған. Мәҫәлән, Урал-тау һәм Ҡырктытау һырттары. Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында Ҡырҡтытау һыртының итәгендә урынлашҡан. Мөхәмәт ауылында тамъян ырыуы башҡорттары йәшәй. Ауылда бик матур ағас мәсет, клуб, магазин бар. Мәктәп ябылған.

Мөхәмәт ауылы.jpg

Тарихы

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған, уның улдары Ҡотлогилде, Ураҙгилде һәм Мырҙагилде Мөхәмәтовтар билдәле. 1795 йылда 15 йортта 87 кеше йәшәгән, 1866 йылда 58 йортта — 282 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Тәүге исеме Ярсыҡбаш булған.[3]

Урамдары

  • Үҙәк
  • Мәктәп

Ер-һыу атамалары

Йылғалар

  • Кесе Ҡыҙыл
  • Тулаҡ
  • Үткәл
  • Саҡмағышты
  • Урҙы
  • Тумһа
  • Йәднәй
  • Арҡырыйылға
  • Суҡмуйыл
  • Әверсәле
  • Балалар үлеге
  • Ҡыҙылташ
  • Сәңгелдәк
  • Йәҙгәр
  • Янай
  • Һағындыҡ
  • Ҡарағаййорт
  • Бүреатҡан

Тауҙар

  • Яхъя
  • Ләпәк (Мәктәп)
  • Юлдытау
  • Бүреҡырған
  • Бөркөт
  • Әүлиә
  • Теләш
  • Ташморон
  • Бәләтүр
  • Оҙонғор
  • Әлим
  • Япраҡҡош
  • Тулаҡ
  • Үткәлташ
  • Ташъяр
  • Балалар үлеге
  • Бейексағыл
  • Ҡарабикә
  • Ләңкә ташы

Шишмәләр

  • Тимерүҙәк
  • Һыуыҡҡолаҡ
  • Маһый ҡойоһо

Ҡаялар

  • Ҡыҙылташ
  • Йәҙгәр ташы
  • Төлкөһуҡҡан
  • Кәнсәросҡан

Яландар

  • Мансур яланы
  • Килендәр килгән
  • Биксәнтәй
  • Ер өҫтө

Билдәле шәхестәре

  • Ҡотошов Айбулат Миңлеғәле улы — Салауат концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
  • Өмөтбаев Вил Ғайса улы — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 213 117 96 54,9 45,1

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 38 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙаҡ): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Новоабзаково): 23 км

Фотоһүрәттәр

Матбуғатта

Тема буйынса өҫтәмә