Мулдаҡай (Белорет районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мулдаҡай
Мулдакаево, Башкортостан - panoramio.jpg
54°35′15″ с. ш. 57°39′19″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Белорет районы
Ауыл советы Асы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Милли составы башҡорттар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453445
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 211 810 005
ОКТМО коды 80 611 410 121
ГКГН номеры 0520482
Показать/скрыть карты
Мулдаҡай (Белорет районы) (Рәсәй)
Мулдаҡай
Мулдаҡай (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мулдаҡай
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Мулдаҡай (рус. Мулдакаево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 192 кеше[2]. Почта индексы — 453445, ОКАТО коды — 80211810005.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло Теләк улусының Өфө өйәҙе Мулдаҡай ауылы хәҙерге Белорет районына инә. Уның барлыҡҡа килеү ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Ләкин шуныһы билдәле: 1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә ауыл теркәлмәгән. 1920 йылда ул 55 йорттан торған, уларҙа 262 кеше йәшәгән[3]. Малсылыҡ, игенселек, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдың исеме антропономик. Мулдаҡай ауылы тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған, уның улы улус старшинаһы Әсән Муллаҡаев билдәле. Шулай уҡ Ҡулдаҡай, Төрөкмән булараҡ теркәлгән[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 192 97 95 50,5 49,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (97 %)[5].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 148 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Асы): 39 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Катав-Ивановск): 65 км[6]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Үрге урам (рус. Верхняя улица)
  • Таулы урам (рус. Горная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Түбәнге урам (рус. Нижняя улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[7]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мышыүҙәге тауы
  • Олоғолаҡ тауы
  • Өпәтүбә тауы[8].
  • Ләмәҙ йылғаһы
  • Бәҙәреш йылғаһы[9]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 112. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Мулдаҡай (Белорет районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. Госсправка сайтында урамдар исеме
  8. «Йәшлек» гәзитенән
  9. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]