Уҫманғәле

Уҫманғәле (рус. Усмангали) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 404 кеше булған[2]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820011.

undefined

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 404 196 208 48,5 51,5

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 101 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Инзер): 5 км

Ҡыҫҡаса тарихы

Халҡы: 1900 йылда — 278 кеше; 1920 йылда — 323; 1939 йылда — 386; 1959 йылда — 538; 1989 йылда йылда — 326; 2002 йылда — 374; 2010 йылда — 404 кеше. Башҡорт ауылы, 20-се быуат урталарында ауылда бер нисә латыш ғаиләһе лә көн иткән. Хәҙер ауылда башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18-се быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары нигеҙ һала. Атамаһы тәүге төпләнеүсе исеменән, уның улы Әлимғол Уҫманғәлин билдәле. Шулай уҡ йылғалары исеменән Өшөрә, Ҡажмажы тип тә йөрөткәндәр.

1795 йылда 19 йортта — 106 кеше, 1866 йылда 39 йортта 200 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, солоҡсолоҡ, ағас эше менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, пристань булған.

1900 йылда мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. ХХ быуаттың 40‑сы йылдарында шунан 10 йыл элек Яңы Уҫманғәле тип нигеҙләнгән ауыл ҡушылған[3]

Уҫманғәле — сәнғәттә

1928 йылда рәссам Ҡасим Дәүләткилдеев Белорет районына килгәндә Уҫманғәле ауылында булып, бер нисә тарихи әҫәрен яҙып китә. «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы», «Башҡорт йортоноң болдоро» тап ошонда яҙылған. Зәңгәр күлдәкле ҡыҙҙың Мәрйәм исемле булыуы билдәле.

Фотогалерея

Иҫтәлекле ваҡиғалар

2001 йылда ауылдың трасса буйындағы тау башында ике манаралы мәһабәт мәсет асылды.

Билдәле шәхестәр

Видео

Сығанаҡтар

  • Ағы барҙың — туғы бар, йәки, Һөттөң ҡәҙерен белеүселәр тураһында [2]

Тема буйынса өҫтәмә