Ғәзизов Чингиз Барый улы
Ғәзизов Чингиз Барый улы (23 октябрь 1944 йыл) — юрист, Башҡортостан Республикаһының беренсе Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле (1996—2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1994). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2024).
Биографияһы
Чингиз Барый улы Ғәзизов 1944 йылдың 23 октябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Уҫманғәле ауылында тыуған.
Һуғыш ваҡытында тыуған улына атаһы донъяла танылған шәхес исеменән алып, башҡортлаштырмай, Чингиз тип ҡушҡан. Улы тыуған ауылында башланғыс мәктәптә, һуңынан Инйәр ҡасабаһындағы урта мәктәптә уҡый.
1962 йылда Чингиз Ғәзизов Белорет металлургия техникумын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Ырымбурҙа мастер-механик булып башлай.
1963 йылда армияға алынып, Хәрби Диңгеҙ Флотында хеҙмәт итә. «Мурманский комсомолец» һыу аҫты кәмәһендә 1967 йылға тиклем хеҙмәттә була.
1963 йылдан 1967 йылға тиклем Өфө эксперименталь-ремонт заводында цех технологы, өлкән мастер булып эшләй.
1968 йылда Свердловск юридик институтының Өфө факультетына ситтән тороп уҡырға инә. 1972 йылда көндөҙгө бүлеккә күсеп, 1974 йылда тамамлай.
1974 йылда, юридик институтты тамамлағас, 1996 йылға тиклем Башҡортостандың прокуратура органдарында эшләй. Республика прокурорының беренсе урынбаҫары вазифаһында пенсияға сыға.
1996 йылдың 27 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай уны Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп тәғәйенләй. 2000 йылдың 26 декабрендә икенсе мөҙҙәткә яңынан тәғәйенләнә[1]
2024 йылдың 22 ғинуарында ветеран-юрист Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы
- Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1994)
- Салауат Юлаев ордены (2024)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Уполномоченные по правам человека РБ
- ↑ Радий Хабиров поздравил работников и ветеранов прокуратуры. ИА «Башинформ», 22 февраля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2024)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2024)
Сығанаҡтар
- Уполномоченные по правам человека РБ
- 70 йәше менән ҡотлау (недоступная ссылка)
- Создан координационный Совет по правам человека при полномочном представителе Президента РФ в ПФО
- Ухожу с чувством исполненного долга(недоступная ссылка)
- Знаменитые люди Белорецка и Белорецкого района 2018 йылдың 13 август көнөндә архивланған.