23 октябрь
23 октябрь (рус. 23 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 296-сы көнө (кәбисә йылында 297-се). Йыл аҙағына тиклем 69 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ҡәйнәләр көнө.
- Плеерҙың тыуған көнө.
- Ҡар барыҫы көнө
АҠШ: Юрист ярҙамсыһы көнө.
- Телевидениела ток-шоу алып барыусылар көнө.
Бразилия: Лётчиктар көнө.
Мексика: Доктор көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Гаражистар көнө.
- Реклама хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Төрлө сараларҙы ойоштороусылар көнө.
- 1689 йыл: Англия парламенты Хоҡуҡтар хаҡында билль ҡабул итә.
- 1914 йыл: Мәскәүҙә Щукин театр училищеһы асыла (хәҙер Борис Щукин исемендәге Театр институты).
тулы исемлек
- 1931 йыл: Башҡортостан республика оборона спорт-техник ойошмаһы (РОСТО) ойошторола.
- 1946 йыл: БМО Генераль Ассамблеяһының беренсе ултырышы башлана.
- 1956 йыл: Венгрияла советтарға ҡаршы ихтилал башлана.
- 1958 йыл: Борис Пастернак әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты итеп иғлан ителә.
- 1974 йыл: Халыҡ-ара Олимпия комитетының Веналағы 75-се сессияһы XXII Олимпия уйындарын 1980 йылда СССР-ҙың баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1985 йыл: Мәскәүҙә рок-лабораторияһы эш башлай.
- 1989 йыл: Будапешта Венгр Республикаһы ойошторолоу тураһында иғлан ителә.
- 2001 йыл: Беренсе iPod һатыуға сығарыла.
- 2002 йыл: Дубровкалағы Театр үҙәгендә «Норд-Ост» мюзиклы барғанда террорсылар 800 тирәһе кешене аманатҡа ала.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мазунова Лидия Константиновна (1945), ғалим-педагог-методист. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан башҡа телдәрҙә белем биреү методикаһы һәм икенсе сит тел кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2006), профессор. (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Андижан ҡалаһынан.
- Савицкий Александр Казимирович (1945), музыкант, педагог. 1970 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент (1989). Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Балашиха районы Савино ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Марков Геннадий Павлович (1970), инженер-механик, ауыл хужалығы эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2005 йылдан «Үмәр» яуаплалығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһы керәшендәренең милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Үмәр ауылынан.
- Жданова Елена Александровна (1980), спортсы. 1995—2005 йылдарҙа күреү буйынса инвалид спортсыларҙың еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1998) һәм атҡаҙанған (2001) спорт мастеры. Инвалидтарҙың бөтә донъя уйындары чемпионы (2003) һәм төрлө кимәлдәге башҡа чемпионаттар еңеүсеһе, призёры һәм рекордсыһы. II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2002). Өфөнөң 20-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм күреү буйынса инвалидтарҙың «Луч» республика спорт-тергеҙеү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Бийск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Коваль Юрий Никифорович (1936—6.11.2020), журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1966 йылдан «Ленинец», «Вечерняя Уфа» һәм «Советская Башкирия» гәзиттәре, 2001—2008 йылдарҙа «Бельские просторы» журналы хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғилфанов Мулланур Вәли улы (1951), муниципаль хеҙмәткәр, жужалыҡ эшмәкәре. 1990—1993 йылдарҙа Ағиҙел ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Ҡабан ауылынан.
тулы исемлек
- Ишбулдин Рәмил Илдус улы (1966), ғалим-йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. 2001 йылдан Республика кардиология диспансерының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылынан.
- Букет Евгений Васильевич (1981), Украина журналисы, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Викимедиа Украина» ойошмаһының идара рәйесе. Вики-Һабантуй 2015-тә ҡатнашыусы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пантюхин Анатолий Алексеевич (1932—31.05.2017), табип-терапевт, 1969—1989 йылдарҙа Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Трапезников Василий Николаевич (1957), спортсы, йәйәнән уҡ атыу буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1982). Шәхси иҫәптә СССР-ҙың абсолют чемпионы (1982), РСФСР чемпионы (1981), Европа Кубогын яулаусы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Любушкин Виктор Васильевич (1913—1.02.1983), партия органдары һәм сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре. 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1961 йылдарҙа КПСС-тың Сибай ҡала комитетының 1‑се секретары; 1966—1974 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры. Башҡорт АССР-ының өсөнсө—алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1956), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1970), ике Почёт Билдәһе (1961, 1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Айҙарәле ҡасабаһынан.
- Ҡалҡаманов Ғәриф Хәким улы (1923—1992), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Шишмә районы «Победа» колхозының элекке рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Шакирова Рима Шәһит ҡыҙы (1948), Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының 1996—2009 йылдарҙағы художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рыбалко Павел Семёнович (1894—28.08.1948), хәрби хеҙмәткәр. Бронетанк ғәскәрҙәре маршалы (1945). Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1920 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙ хәрби комиссариатының сәйәси бүлек мөдире. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1943, 1945). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Сумы өлкәһе Лебедин районының Кесе Выстороп ауылынан.
- Слюсарь Пелагея (Полина) Семёновна (1924—2004), табип, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Туймазы медицина училищеһының беренсе директоры (1960—1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976), һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәзизов Чингиз Барый улы (1949), юрист. Башҡортостан Республикаһының беренсе Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле (1996—2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1994). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2024).
- Таймаҫов Салауат Усман улы (1949), тарихсы-ғалим. 1987 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының, 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (2000), доцент (2000).
- Чариков Владимир Петрович (1949), спортсы, хоккейсы, тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тулы исемлек
- 1872 йыл: Теофиль Готье, Франция яҙыусыһы.
- 1946 йыл: Эрнест Сетон-Томпсон, Канада яҙыусыһы.
- 1972 йыл: Борис Ливанов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.