29 июль
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар
- 1586 йыл: Мәскәү воеводалары Василий Сукин менән Иван Мясной Тура йылғаһы ярында Төмән ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1803 йыл: Батша Александр II Өфө ҡалаһын артабан төҙөүҙең беренсе планын раҫлай.
тулы исемлек
- 1934 йыл: Өфөлә тәүге автоматик телефон станцияһы эшләй башлай.
- 1936 йыл: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты «Советтар Союзы Геройы» исеме биреү ҡағиҙәләре тураһында Ҡарар ҡабул итә.
- 1942 йыл: СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән өс дәрәжәле Суворов, ике дәрәжәле Кутузов һәм Александр Невский ордендары булдырыла.
- 1948 йыл: Лондонда XIV Олимпия уйындары башлана.
- 1990 йыл: Калинин ҡалаһына тарихи исеме Тверь кире ҡайтарыла.
- 2015 йыл: «Microsoft» ҡулланыусыларға «Windows 10» операцион системаһын тәҡдим итә.
Был көндә тыуғандар
- Рафиҡов Ғәли Лотфрахман улы (1890—11.03.1945), педагог, яҙыусы. 1928—1945 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы уҡытыусыһы.
- Малых Ольга Евгеньевна (1970), иҡтисадсы-ғалим. 2003 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан — иҡтисад һәм идара итеү факультеты деканы; 2013 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире, 2015 йылдан Башҡортостан социаль технологиялар институты директорының фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре докторы (2009), профессор (2013). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы (1970), тел белгесе-ғалим. 2020 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (2020), доцент.
- Караулова (Дубенская) Нина Александровна (1886—1975), йырсы (колоратур сопрано), уҡытыусы. 1916 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1938—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1960 йылға тиклем хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының вокал буйынса консультанты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1946). Сығышы менән хәҙерге Новосибирск өлкәһенең Куйбышев ҡалаһынан.
- Ғәлимов Эрик Михайлович (1936), геохимик-ғалим, йәмәғәтсе. 2004 йылдан «Геохимия» журналының баш мөхәррире. 2003 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Метеориттар комитеты рәйесе. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), геология-минералогия фәндәре докторы (1970), профессор (1982). В. И. Вернадский исемендәге премия лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән Владивосток ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Кудряшёв Александр Федорович (1946), философ-ғалим. 1976 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1991), Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһының ағза-корреспонденты (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
- Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (1946—27.10.2020), уҡытыусы, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.
- Вьюгин Олег Вячеславович (1952), Рәсәйҙең банк хеҙмәткәре һәм дәүләт эшмәкәре. 2016 йылдан — «МДМ-Банк»тың Директорҙар советы рәйесе. Физика-математика фәндәре кандидаты (1977).
- Сирбаева Зәйтүнә Далха ҡыҙы (1952), малсы. 1966—2002 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Сыңғыҙ ауылынан.
тулы исемлек
- Евтушенко Евгений Викторович (1962), хужалыҡ, юғары мәктәп һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1995—1998 йылдарҙа Өфөләге «Нефтехиминвенст» берекмәһенең генераль директоры; 1998—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, деканы һәм Иҡтисад институты директоры, 2006 йылдан — нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеһында иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2006—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры. 2012 йылдан башлап Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006).
- Шәрипов Рөстәм Динислам улы (1982), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2011 йылдан Бөрйән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2012 йылдан — беренсе урынбаҫары, 2014 йылдан Бөрйән районы хакимиәте, 2019 йылдан — Хәйбулла районы хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020).
- Зәкиров Әхмәтзыя Зәкир улы (1933—2003), инженер-ғалим, ауыл хужалығы, партия һәм урындағы башҡарма органдар, махсус урта һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1956 йылдан Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү техникумы уҡытыусыһы; 1962—1966 йылдарҙа Бәләбәй һәм Әлшәй колхоз-совхоз идаралыҡтарының баш инженеры; 1967—2001 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы; 1978 йылдан Өфө район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1987—1990 йылдарҙа КПСС-тың Өфө район комитетының 1-се секретары. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр кандидаты (1968). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1983), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Өфө районының почётлы гражданы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Шишмә ауылынан.
- Хачева Светлана Николаевна (1943), педагог. Октябрский ҡалаһы 1-се спорт мәктәбе директорының элекке урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Исламов Рәшит Шәрип улы (1953), нефтсе. 1977 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы моторисы. Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Краснокама районының Яңы Нуғай ауылынан.
- Франк Александр Давидович (1919—23.12.1994), музыкант, пианист, педагог. 1969—1992 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, махсус фортепиано кафедраһы мөдире, профессор. Сығышы менән хәҙерге Воронеж ҡалаһынан.
- Завьялова Нина Алексеевна (1924), офтальмолог-ғалим. 1954 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1987—2011 йылдарҙа Өфөләге хужалыҡ иҫәбендәге поликлиниканың консультат-табибы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Дауҡаев Әмирйән Миҙхәт улы (1959—22.11.2024), спортсы, тренер. 2010 йылдан Өфөләге «Толпар» шахмат клубы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Мөҙәрисов Салауат Ғүмәр улы (1969), инженер-механик-ғалим. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан төҙөлөш-юл, коммуналь һәм ауыл хужалығы машиналары кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2018), техник фәндәр докторы (2007), профессор (2011).
- 1605 йыл: Симон Дах, Германия шағиры.
- 1805 йыл: Алексис де Токвиль, Францияның дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, тарихсы.
тулы исемлек
- 1817 йыл: Иван Айвазовский (төп исеме Ованес Айвазян), Рәсәй империяһы рәссамы, маринист.
- 1885 йыл: Теда Бара (Теодосия Барр Гудман), АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1900 йыл: Михаил Тихонравов, СССР-ҙың космос һәм ракета техникаһы конструкторы.
- 1900 йыл: Юйвинд Юнсон, Швеция яҙыусыһы, публицист, Нобель премияһы лауреаты (1974).
- 1905 йыл: Клара Боу, АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1905 йыл: Даг Хаммаршельд, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының икенсе Генераль секретары (1953—1961).
- 1910 йыл: Хейнц Фрэнкель-Конрат, Германия һәм АҠШ биохимигы.
- 1915 йыл: Павел Кадочников, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1979), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1918 йыл: Владимир Дудинцев, яҙыусы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988).
- 1925 йыл: Микис Теодоракис, Греция композиторы, сәйәси эшмәкәр. «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты (1983).
- 1945 йыл: Мирча Луческу, Румыния футболсыһы һәм футбол тренеры.
- 1954 йыл: Игорь Крутой, СССР һәм Рәсәй композиторы, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1988), Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1996).
- 1955 йыл: Жан-Юг Англад, Франция актёры, «Сезар» кинопремияһы лауреаты.
- 1957 йыл: Нелли Ким, СССР гимнасы, биш тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы (1976, 1980).
Был көндә вафат булғандар
- 1856 йыл: Роберт Шуман, Германия композиторы.
- 1999 йыл: Анатолий Соловьяненко, СССР-ҙың опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1975).
- 2013 йыл: Салауат Низаметдинов, башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).