16 февраль
16 февраль (рус. 16 февраля) — рәсми календарь буйынса йылдың 47-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 318 көн ҡала (кәбисә йылында 319). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Шәғбан айының 17-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 8 сәғәт 25 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 12 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 9 сәғәт 47 минут. 🌖 Кәмеүсе Ай (йәше 17.92 көн).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Антропология көнө.
- Ананас көнө.
- Мәғлүмәт менән идара итеү көнө.
АҠШ: Инновациялар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Быйма көнө.
Әрмәнстан: Изге эштәр һәм милли бурыс көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Диңгеҙ флоты разведкаһы көнө.
- Энергетика министрлығы архивы көнө.
- 1571 йыл: Иван Грозный Рәсәй империяһының тәүге хәрби уставын (воевода Михаил Воротынский әҙерләгән «Приговор о станичной и сторожевой службе») раҫлай.
- 1854 йыл: Верный ҡәлғәһенә нигеҙ һалына (1921 йылдан — Алматы, 1929—1997 йылдарҙа Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы).
тулы исемлек
- 1918 йыл: Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларын ҡулға ала.
- 1918 йыл: Литваның Рәсәйҙән һәм Германиянан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
- 1918 йыл: Бойондороҡһоҙ Кубань Халыҡ Республикаһы иғлан ителә.
- 1919 йыл: Башҡорт Хөкүмәтенең 18 февралдән Совет власы яғына күсеүе тураһында положение ҡабул ителә.
- 1923 йыл: Говард Картер Тутанхамондың кәшәнәһен аса.
- 1925 йыл: Минскиҙа Белорус мәҙәниәте институтының китапханаһы асыла.
- 1936 йыл: Испанияла парламент һайлауҙарында «Халыҡ фронты» һул фирҡәләр коалицияһы еңеп сыға.
- 1948 йыл]: АҠШ астрономы Джерард Койпер Урандың юлдашы Миранданы аса.
- 1953 йыл]: Күмертауға ҡала статусы бирелә.
- 1957 йыл]: СССР-ҙа «Батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы булдырыла.
- 1968 йыл: Хейливилл ҡалаһында (Алабама штаты) АҠШ-та тәүге ҡотҡарыу хеҙмәте 911 эшләй башлай.
- 1976 йыл: СССР-ҙа Яр Саллылағы автомобиль заводында «КамАЗ» маркалы беренсе автомобиль эшләнә.
- 1978 йыл: Тәүге компьютер электрон иғландар таҡтаһы — «BBS» эш башлай.
- 1992 йыл: Тәһранда Иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы ултырышында Әзербайжан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан ойошмаға ҡабул ителә.
- 1993 йыл: Башҡортостан ауыл хужалығы институты «дәүләт университеты» статусын ала.
- 2005 йыл: Киото протоколы үҙ көсөнә инә, уның буйынса үҫешкән илдәр һәм баҙар иҡтисадына күсеү юлындағы илдәр атмосфераға парник газдарын сығарыуҙы кәметергә йәки тотороҡландырырға тейеш.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Булат Ишемғол (1900—10.07.1938), комсомол һәм партия органдары, матбуғат хеҙмәткәре, яҙыусы һәм журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. «Башҡурдистан» гәзитенең, «Аллаһыҙ» һәм «Үктәбер» (хәҙерге «Ағиҙел») журналдарының элекке мөхәррире. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Совет яҙыусыларының I Бөтә Союз съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Лонщакова Татьяна Петровна (1955), музыкант-педагог. Өфөләге Халиҡ Заимов исемендәге 13-сө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, фортепиано бүлеге мөдире. Вернадский исемендәге Тәбиғәт белеме академияһы советнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Сафиуллин Рәлиф Хафизйән улы (1955), педагог. 1983 йылдан Стәрлетамаҡтағы хәҙерге Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының халыҡ бейеүҙәре буйынса уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Яҡуп ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡусҡарова Роза Аллаяр ҡыҙы (1931), малсы, йәмәғәтсе. Ауырғазы районы Чапаев исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. 1971—1975 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты. Ленин ордены кавалеры. Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән ошо райондың Түрһәгәҙе ауылынан.
- Ғарипов Миңсадиҡ Ғариф улы (1946—12.10.1998), рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1970 йылдан — Ижевскиҙа нәшер ителгән «Дась лу!» («Әҙер бул!») гәзите рәссамы, 1990—1998 йылдарҙа Удмурт дәүләт университеты уҡытыусыһы, профессор (1996). РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1991), Удмурт Республикаһының халыҡ (1996) рәссамы. Удмурт АССР‑ының Дәүләт премияһы лауреаты (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Бәләкәй Бәлзүгә ауылынан.
тулы исемлек
- Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улы (1946—5.03.2007), ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, 1990 йылдан халыҡ депутаттарының Баймаҡ районы советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе (1985—1990) һәм ун икенсе (1990—1993) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Жоссан Александр Владимирович (1956), музыкант. Хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының оркестр музыканты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Латипов Валерий Мәркәз улы (1956), инженер-төҙөүсе-ғалим, уйлап табыусы. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2002 йылдан төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта хужалыҡ иҫәбендәге «Стройтехэкспертиза Өфө ҡала үҙәге» ғилми тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лебедев Порфирий Маркович (1882—3.12.1974), рәссам, график һәм педагог. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостандың профессиональ һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Зворыгина Раиса Константиновна (1922—2017), педагог. 1953—1977 йылдарҙа Ҡалтасы районы Красный Холм ауылының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Рафаэль Сафин (1932—22.12.2002), шағир, драматург, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. 1973—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982).
- Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (1937—19.05.2024), сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәре, педагог, йырсы. 1960—1963 йылдарҙа һәм 1968 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1980—2013 йылдарҙа — хәҙерге 2-се Өфө педагогия колледжы, бер үк ваҡытта 1998 йылға тиклем хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 2003—2013 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Микулин Иван Иванович (1942—2.03.2016), СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, 1994—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының тәрбиә эштәре идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Кәримова Земфира Баян ҡыҙы (1947), китапханасы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Марат Кәримовтың ҡатыны.
- Мөхәмәтйәрова Тәнзилә Сәми ҡыҙы (1947), ауыл хужалығы хеҙмәтәкре, малсы. 1964—1984 йылдарҙа Мәсетле районы «Коммунист» колхозы һауынсыһы, 1985—2002 йылдарҙа һөтсөлөк фермаһы мөдире. Ленин (1980) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры, райондың почётлы гражданы (2008). Сығышы менән Теләш ауылынан.
- Ермакова Лариса Васильевна (1967), табип. Республика клиник психиатрия дауаханаһының суд-психиатрия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикмәтов Мөхәмәт Мөхәмәтзариф улы (1838—1927), башҡорт дин әһеле.
- Лебедев Порфирий Маркович (1883—3.12.1974), рәссам, педагог. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- Арыҫланов Мөтиғулла Бәхтийәр улы (1913—24.06.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, ауыл хужалығы һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. 1934 йылдан Хәйбулла районының «КИМ» (артабан Салауат исемендәге) колхозы рәйесе, 1938—1940 йылдарҙа ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943). Мәғәриф хеҙмәткәре Роберт Арыҫлановтың атаһы. Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
- Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы (1928—8.12.2000), ғалим-тау инженеры. 1965—1970 йылдарҙа Өфө нефть институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1973), профессор (1974). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1973), СССР-ҙың нефть сәнәғәте (1978) һәм Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2000), И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1980) лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Мухин Виктор Сергеевич (1938), ғалим-инженер-механик. 1975—2003 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2002), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007).
- Хәсәнов Мөсәлим Хәкимйән улы (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957 йылдан Хәйбулла районы «Матрай совхозы тракторсыһы, 1968 йылдан — баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1984—1997 йылдарҙа бүлексә идарасыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1987). Сығышы менән ошо райондың Рафиҡ ауылынан.
- Хәкимова Венера Миҙхәт ҡыҙы (1958), ғалим-социолог, инженер-иҡтисадсы, комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2015—2020 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Социология фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Рәсмәкәй ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мирсәлих Биксурин (1819 —7.03.1903), тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәтсе. Статский советник, генерал. Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырыусы. Рус география йәмғиәте Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй империяһының 3‑сө (1873) һәм 4‑се (1867) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1869), 2‑се (1866) һәм 3‑сө (1864) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.
- Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы (1929—19.06.1982), Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта йәшәп ижад иткән СССР яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе, журналист һәм рәссам. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы Исламбаҡты ауылынан.
тулы исемлек
- Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (1929—27.09.1996), дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. 1968—1975 йылдарҙа Белорет районының Егәҙе ауыл советы рәйесе. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967).
- Сөнәғәтов Борис Лоҡман улы (1934—2003), нефтсе. 1958 йылдан «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, мастеры, участка начальнигы, өлкән һәм баш инженеры, 1982 йылдан Нефтекама нефть промыслалары ҡорамалдары заводының цех начальнигы һәм директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Шибаева Вера Михайловна (1949—20.11.2000), биҙәү‑ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Привокзальный ҡасабаһынан.
- Ключарёва Рима Шәһит ҡыҙы (1954), театр артисы. 1990 йылдан Туймазы татар дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостан (1997) һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғиззәтуллина Мөнирә Сәхиулла ҡыҙы (1959), шәфҡәт туташы. 1981 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһы 2-се поликлиникаһының участка шәфҡәт туташы, 2001 йылдан терапея бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йәләлов Фәнил Рифхат улы (1959), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2011 йылдан Ҡариҙел районы Урғыш ауыл хакимиәте башлығы, 2017 йылдан «Зуев» йәмғиәте агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Анощенков Андрей Иванович (1969—15.08.1999), Рәсәй эске ғәскәрҙәренең хәрби осоусыһы, майор. Өфө юғары хәрби авиация осоусылар училищеһын 1991 йылда тамамлаусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң). Сығышы менән Архангельск ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1865 йыл: Василий Болотнов, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы.
- 1880 йыл: Николай Подвойский, СССР-ҙың партия һәм хәрби эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1893 йыл: Михаил Тухачевский, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
- 1905 йыл: Алексей Румянцев, СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, академик.
- 1920 йыл: Николай Андреев, СССР һәм Рәсәй лингвисы.
- 1925 йыл: Валерий Гинзбург, СССР кинооператоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы.
- 1925 йыл: Евгений Родыгин, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1925 йыл: Джон Шлезингер, Бөйөк Британия кинорежиссёры.