Анощенков Андрей Иванович

Ано́щенков Андре́й Ива́нович (16 февраль 1969 йыл — 15 август 1999 йыл) — Рәсәй Эске эштәр министрлы эске ғәскәрҙәренең хәрби осоусыһы, майор, икенсе чечен һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (26.08.1999, үлгәндән һуң)[1].

Биографияһы

Андрей Иванович Анощенков 1969 йылдың 16 февралендә Архангельскиҙа тыуа. Советтар Союзы Геройы Анощенков Фёдор Григорьевичтың ейәне. 1986 йылда Архангельскиҙа 55-се урта мәктәпте, 1991 йылда Осоусыларҙың Өфө юғары хәрби авиация училищеһын тамалай. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәрендә Төньяҡ Кавказ округында хеҙмәт итә. Күп тапҡырҙар хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 1999 йылдың авгусына майор Андрей Анощенков авиазвено штурманы — авиаэскадрилья вертолетының өлкән осоусыһы була[2].

1999 йылдың 11 авгусында «Ми-8» вертолеты экипажы юғары команда составын алып йөрөй. Борттың өлкән осоусыһы Анощенков була. Көндөҙ 4 тула 17 минутта Дағстандың Ботлих ауылы эргәһенә ултырғанда вертолетҡа күсмә зенит-ракета комплексы (ПРЗК) ракетаһы эләгә. Осоусылар янған машинаны ергә ултырта һәм яралыларҙы алып сыға. Табиптарҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, тәненең күп өлөшө янған Анощенков 15 августа вафат була. Дондағы Ростовта ерләнә[2]. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1999 йылдың 26 авгусындағы 1115-се Указы менән майор Андрей Анощенков «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеменә лайыҡ була.

Хәтер

Эскадрильяның личный составы исемлегенә мәңгелеккә индерелгән. Архангельскиҙағы тыҡрыҡҡа Анощенков исеме бирелгән, ҡаланың 55-се мәктәбе уның исемен йөрөтә[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Анощенков Андрей Иванович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 44. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  2. 1 2 3 Анощенков Андрей Иванович. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт

  • Герои России МВД РФ. — М., 2002.
  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа: Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
  • Арипов Г. Г. Вечная слава павшим героям. — Махачкала, 2009 — С. 152—154.