Рәсәй Федерацияһы Геройы
Рәсәй Федерацияһы Геройы | |
---|---|
Лауреаттар категорияһы | Категория:Рәсәй Федерацияһы Геройҙары |
Уровень ниже | орден Святого апостола Андрея Первозванного[d] и Герой Труда Российской Федерации[d] |
Нигеҙләү датаһы | 1992 |
Һаны | 1045 |
Дәүләт | |
РУВИКИ.Медиа файлдары |
Рәсәй Федерацияһы Геройы (рәсми булмаған атамаһы — Рәсәй Геройы[1]) — Рәсәй Федерацияһының иң юғары исеме[2], Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан ил һәм халыҡ мәнфәғәтендәге ҡаһарман батырлыҡ өсөн бирелгән дәүләт наградаһы[3].
Рәсәй Федерацияһы Геройына айырым отличие билдәһе — «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелеү тураһында грамота тапшырыла[3].
«Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме илдең айырым дәүләт наградалары иҫәбенә инә һәм, иң юғары маҡтаулы исем булараҡ, Рәсәй Фtдерацияһының дәүләт наградалары исемлеut иерархияһында тәүге урында тора[4].
Шәхескә Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелгән осраҡта, Рәсәй Федерацияһы Президенты указы нигеҙендә, тыуған ерендә тейешле яҙыу менән бронза бюсы ҡуйыла[5].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 20 мартындағы «„Рәсәй Федерацияһы Геройы“ исемен һәм уның айырым отличие билдәһе „Алтын Йондоҙ“ миҙалын булдырыу тураһында»ғы Законы нигеҙендә булдырыла һәм Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы ҡарары менән шул уҡ көндө ғәмәлгә индерелә[3].
«Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бер генә тапҡыр бирелә[2][6].
Был исемгә беренсе булып Липецк осоусылар составын хәрби әҙерләү һәм яңынан уҡыу-күнектереү үҙәге начальнигы авиация генерал-майоры Соламбек Осҡанов лайыҡ була. Был юғары исем уға Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 11 апрелендәге 384-се Указы менән үлгәндән һуң бирелә. 1992 йылдың 7 февралендә Соламбек Сусаркулович «МиГ-29» самолётында сираттағы бурысын үтәгән ваҡытта техника ватыла, һәм генерал, үҙ ғүмере иҫәбенә осҡосто тораҡ пункттан ситкә алып китә. Соланбек Осҡановтың тол ҡатынына 2-се «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшырыла, сөнки Николай Антошкин фаразы буйынса, ил етәкселеге1-се Рәсәй Геройы мотлаҡ тере булырға тейеш тип ҡарар итә[7].
1-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы «Мир» орбиталь станцияһында оҙайлы йыһан осошо өсөн лётчик-космонавт Сергей Крикалёвҡа тапшырыла. Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме уға Рәсәй Федерацияһы Президентының шул уҡ 1992 йылдың 11 апрелендәге, әммә һуңыраҡ ҡул ҡуйылған 387-се Указы менән бирелә[7][8].
Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар араһында лётчик-космонавтар, хәрби хеҙмәткәрҙәр, Бөйөк Ватан һуғышында һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, лётчик-һынаусылар, спортсылар, разведчиктар, ғалимдар һәм башҡа һөнәр вәкилдәре бар[9].
Атаҡлы атыу ҡоралдары конструкторы Михаил Тимофеевич Калашников бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Геройы һәм ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы ла була. Дүрт Рәсәй Федерацияһы Геройы бер үк ваҡытта Советтар Союзы Геройы исемен йөрөтә: улар — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең лётчик-космонавтары Сергей Крикалёв менән Валерий Поляков, вертолётсы Николай Майданов, совет һәм Рәсәй океанолог-ғалимы, ҡотопсо Артур Чилингаров. Ике космонавт — Тәлғәт Мусабаев менән Юрий Маленченко, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лётчик Бахтурас Бейскбаев бер үк ваҡытта Рәсәй Геройы һәм Ҡаҙағстандың Халыҡ Геройы. Рәсәй Геройы космонавт Сәлижан Шәрипов бер үк ваҡытта Ҡырғыҙ Республикаһы Геройы исеменә лә лайыҡ була. Һауа-десант ғәскәрҙәре сержанты Виталий Вольф — Рәсәй һәм Абхазия Геройы.
2018 йылдың 16 мартына Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә дөйөм алғанда 1101 кеше лайыҡ була, шуларҙың 480-енә был юғары исем үлгәндән һуң бирелә. Рәсәй Геройы исемен алыусылар исемлеге, шулай уҡ Президентың был исемде биреү тураһындағы указдарының барыһы ла рәсми баҫылмай. Ҡайһы бер бүләкләүҙәрҙең «йәшерен» грифы менән булыуы арҡаһында геройҙарҙың аныҡ исемлеге билдәле түгел[9]. 2023 йылдың сентябренә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә 1 меңдән ашыу кеше лайыҡ булғаны рәсми билдәле[10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһы Геройҙары исемлеге (Башҡортостан)
- Советтар Союзы Геройы
- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Вопрос № 310074 . Грамота.ру. Дата обращения: 9 сентябрь 2023.
- ↑ 2,0 2,1 Указ Президента РФ от 7 сентября 2010 г. N 1099 "О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации" . Гарант. Дата обращения: 9 сентябрь 2023.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Закон РФ от 20 марта 1992 г. N 2553-I "Об установлении звания Героя Российской Федерации и учреждении знака особого отличия - медали "Золотая Звезда" . Гарант. Дата обращения: 9 сентябрь 2023. Архивировано 18 апрель 2021 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 г. № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150512200456/http://graph.document.kremlin.ru/page.aspx?1%3B1297283 |date=2015-05-12
- ↑ Установлено звание Героя Труда. Администрация Президента Российской Федерации, 29.3.2013.
- ↑ Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме икенсегә бирелмәй
- ↑ 7,0 7,1 Михайлов А. В одном ряду с Шойгу: за что дают Героя России . Gazeta.ru (16 апрель 2021). Дата обращения: 9 сентябрь 2023.
- ↑ Патриотический интернет-проект «Герои страны». Дата обращения: 14 ноябрь 2008. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ 9,0 9,1 Герои России . Герои России. Дата обращения: 9 сентябрь 2023.
- ↑ Герои Отечества. Кто и за что удостаивался высшей награды России . ТАСС (9 декабрь 2022). Дата обращения: 9 сентябрь 2023.