Чилингаров Артур Николаевич
Артур Николаевич Чилингаров (рус. Чилингаров Артур Николаевич; 1939 йылдың 25 сентябре, Ленинград — 2024 йылдың 1 июне, Мәскәү) — совет һәм Рәсәй ғалим-океанологы, Арктиканы һәм Антарктиканы тикшереүсе, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008). Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының VII һәм VIII саҡырылыштары депутаты (2016—2024). Рәсәй география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты, Дәүләт поляр академияһы президенты, Полярниктар ассоциацияһы президенты. География фәндәре докторы, профессор. Советтар Союзы Геройы (1986)[1]. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008)[2].
Рәсәй Федерацияһы Президентының Арктика һәм Антарктика буйынса халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы (2021). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981). Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы (2011—2014). «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы. «Хрусталь компас» милли премияһының эксперт советы ағзаһы.
Биографияһы
Артур Николаевич Чилингаров 1939 йылдың 25 сентябрендә Ленинградта тыуған. Атаһы — әрмән, әсәһе — рус. Ике йәшлек сағында ҡала фашистар ҡамауына эләгә. Үҫмер сағында ғаилә Төньяҡ Осетияға күсә, шунда оҙаҡ йылдар Владикавказда (ул саҡта — Орджоникидзе) йәшәйҙәр.
1963 йылда Ленинград Юғары диңгеҙ инженерҙары училищеһын (хәҙер Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы) океанология специальносы буйынса тамамлай.
Күп йылдар Чилингаров Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, Тиксиҙа лаборатория инженер-гидрологы булып эшләй.
1970—1980-се йылдарҙа Чилингаров СССР Гидрометеорология дәүләт комитеты системаһында юғары вазифаларға тәғәйенләнә — Амдермалағы территориаль идаралыҡ начальнигынан алып комитет рәйесе урынбаҫарына тиклем үҫә.
2024 йылдың 1 июнендә вафат була[3][4].
Эшмәкәрлеге
Хеҙмәт юлын Балтик суднолар ремонтлау заводының монтажсы слесары булып башлай.
1963 йыл — Тикси ҡасабаһында Арктика ғилми-тикшеренеү обсерваторияһында инженер-гидролог.
1965 йыл — Яҡут АССР-ында ВЛКСМ-дың Булун район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. ВЛКСМ-дың бөтә тарихында ул берҙән-бер партияһыҙ райком секретары була[5].
1969—1971 йылдар — «Север-21» юғары киңлектәге ғилми экспедицияһы етәксеһе. Алынған һөҙөмтәләр Төньяҡ диңгеҙ юлының бөтә оҙонлоғонда трассаны йыл әйләнәһендә файҙаланыу мөмкинлеген нигеҙләргә юл аса. «СП-19» дрейфлаусы станция начальнигы, «СП-22» станцияһы начальнигы урынбаҫары була[6].
1971 йылдан — 17-се совет антарктик экспедицияһының «Беллинсгаузен» антарктик станцияһы начальнигы.
1974—1979 йылдар — Амдерма гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса территориаль идаралыҡ начальнигы.
1979—1986 йылдар — Кадрҙар һәм уҡыу йорттары идаралығы начальнигы, СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының коллегия ағзаһы.
1982 йыл — «СССР — Канада» йәмғиәте президенты.
1986—1992 йылдар — СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының Рәйес урынбаҫары, Арктика, Антарктика һәм Донъя океаны эштәре буйынса баш идаралыҡ начальнигы. «Сибирь» атом йөрөгөсөндә Төньяҡ полюсҡа фәнни экспедиция һәм Антарктидаға трансконтиненталь осоу етәксеһе.
1999 йыл — Ми-26 вертолетында ғәҙәттән тыш алыҫ араларға осоу етәксеһе.
2002 йыл — Чилингаров бер моторлы Ан-3Т самолётында Көньяҡ полюсҡа осоуға етәкселек итә.
2003 йыл — Чилингаров тырышлығы менән оҙаҡ ваҡыт дрейфлаусы «Северный полюс-32» станцияһы асыла.
2007 йылда ул ике әһәмиәтле поляр экспедицияһында ҡатнаша. РФ ФСБ-һының етәксеһе Николай Патрушев менән бергә вертолётта Төньяҡ полюсҡа осош яһай. 2007 йылдың августында «Мир» һыу аҫты аппараты менән тағы ете тикшеренеүсе менән бергә Төньяҡ боҙло океандың Төньяҡ полюс районында төбөнә тиклем төшә һәм үҙ командаһы менән океан төбөнә Рәсәй флагын урынлаштыра.
2008 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында уның мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
2011 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһының Алыҫ Көнсығыш яр буйына экспедицияға етәкселек итә. Экспедицияның маҡсаты — «Фукусима-1» атом электр станцияһындағы аварияның төбәктең флораһы һәм фаунаһына йоғонтоһон өйрәнеү.
2011 йылдан Борис Михайлов, Владимир Петров, Владислав Третьяк, Георгий Полтавченко һәм Сергей Егоров менән бергә шайбалы хоккей буйынса Arctic Cup халыҡ-ара турнирының попечителдәр советы ағзаһы булып тора.
2012 йылдан «Хрусталь компас» милли премияһының эксперт советы ағзаһы.
2013 йылдың 24 сентябрендә «Гринпис» активистарының Арктикала нефть сығарыуға ҡаршы «Приразломная» нефть платформаһына баннер элеп ҡуйырға маташыуын «экстремистик» ғәмәлдәр тип атай.
2013 йылдың 25 октябрендә Сочиҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарының олимпия уты эстафетаһы сиктәрендә Төньяҡ полюста олимпия уты ҡабыҙа. «Беҙ Арктикала халыҡ-ара хеҙмәттәшлек яҡлы. Бөгөн Рәсәйҙең йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә Боҙло океандың теләһә ҡайһы нөктәһенә барып етеү мөмкинлеге бар, һәм беҙ үҙебеҙҙең олимпия рекордын инде ҡуйҙыҡ», — тип белдерә, Төньяҡ полюсҡа олимпия утын алып барыу экспедицияһын етәкләгән Чилингаров.
2014 йылдың 1 октябрендә «Роснефть» директорҙар советы Арктиканы үҫтереү буйынса подкомитет булдырыуҙы хуплай, һәм уны Артур Чилингаров етәкләй.
2022 йылда ул боҙға сыҙамлы үҙйөрөшлө «Төньяҡ полюс» платформаһын булдырыуҙа һәм эшләтеп ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Был платформа илдең дрейфлаусы станциялар программаһын яңынан тергеҙергә мөмкинлек бирә[7][8].
Сәйәси эшмәкәрлеге
Дәүләт Думаһы (1993—2011)
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының I—V, VII һәм VIII саҡырылыштары депутаты (1993—1995, 1995—1999, 1999—2003, 2003—2007, 2007—2011, 2016—2021) (218-се Ненец бер мандатлы һайлау округынан (Ненец автономиялы округы)). Дәүләт Думаһының I—IV саҡырылыштарында рәйес урынбаҫары, «Рәсәй төбәктәре» йәмәғәт берекмәһенең рәйестәше, Рәсәй берләштерелгән сәнәғәт партияһы (РОПП) рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы.
1993—1996 йылдар — Ненец автономиялы округынан Дәүләт Думаһының I саҡырылыш депутаты:
- «Яңы төбәк сәйәсәте — Дума-96» депутат төркөмө ағзаһы;
- Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, оборона буйынса комитет ағзаһы;
- Дәүләт Думаһы депутаттары һәм аппарат хеҙмәткәрҙәре тарафынан льготаларҙы файҙаланыуҙы тикшереү комиссияһы рәйесе;
- Рәсәй полярниктары ассоциацияһы президенты.
1996—2000 йылдар — Ненец автономиялы округынан Дәүләт Думаһының II саҡырылыш депутаты:
Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары;
- «Рәсәй төбәктәре» депутат төркөмө рәйестәше;
- «Бөтә Рәсәй „Яңырыу“ союзы» партияһы ағзаһы;
- Рәсәй берләштерелгән сәнәғәт партияһының (РОПП) Юғары советы президиумы ағзаһы.
2000—2003 йылдарҙа «Рәсәй төбәктәре (бойондороҡһоҙ депутаттар союзы)» депутат төркөмө ағзаһы һәм Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары була. 2003 йылдан — депутат.
Федерация Советы (2011—2014)
2011—2014 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Тула өлкәһенең башҡарма дәүләт власы органынан вәкил. Был вазифала уны Ю. В. Вепринцева алмаштыра.
Халыҡ-ара эштәр буйынса комитет ағзаһы, Тула өлкәһенең башҡарма власы органы вәкиле була.
2014 йылдың 2 октябрендә Тула өлкәһе губернаторы Владимир Груздевтың кәңәшсе-наставнигы итеп тәғәйенләнә.
Дәүләт Думаһы (2016 йылдан)
2016 йылдағы парламент һайлауҙарында Красноярск крайы һәм Тыва Республикаһы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы исемлеген етәкләй.
2018 йылдағы президент һайлауҙары ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин кандидатураһын тәҡдим иткән инициатив төркөм ағзаһы була.
2018 йылдың 19 июлендә Рәсәйҙә пенсия йәшен арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан пенсия реформаһы өсөн тауыш бирә.
2021 йылдың сентябренән 2024 йылдың 1 июненә тиклем — Дәүләт Думаһының VIII саҡырылыш депутаты (5-се төбәк төркөмө: Красноярск крайы, Тыва Республикаһы, Хакасия Республикаһы): депутат этикаһы мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы, халыҡ-ара эштәр буйынса комитет ағзаһы.
1993—2021 йылдарҙа, Дәүләт Думаһының I, II, III, IV, V, VII һәм VIII саҡырылыштары депутаты булараҡ, федераль закон проекттарына 77 закон сығарыу инициативаһы һәм төҙәтмәләрҙең авторҙашы булып тора.
2024 йылдың 26 июнендә Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһында бушап ҡалған мандатты Наталья Каптелининаға тапшыра.
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Татьяна Александровна Чилингарова.
- Балалары — улы Николай (1974) һәм ҡыҙы Ксения (1982)[9].
Рәсәй Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалын тапшырыу
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР һәм Рәсәй
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (9 ғинуар 2008 йыл)[10];
- Советтар Союзы Геройы (14 февраль 1986 йыл);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (9 сентябрь 2019 йыл)[11];
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (12 июнь 2007 йыл);
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (21 июль 2014 йыл)[12];
- Ленин ордены (1986 йыл);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981 йыл);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976 йыл);
- СССР Дәүләт премияһы;
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (25 сентябрь 2004 йыл)[13];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (25 сентябрь 2009 йыл)[14];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте 28 ноябрь 2003 йыл);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (18 ноябрь 1997 йыл)[15];
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (6 май 2008 йыл);
- «Поляр Йондоҙ» ордены (Якутия, 25 ноябрь 2002 йыл);
- «Диңгеҙҙәге хеҙмәттәр өсөн» ордены (27 ғинуар 2003 йыл);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (11 февраль 2005 йыл);
- I дәрәжә преподобный Сергий Радонежский ордены (РПЦ, 2014 йыл);
- II дәрәжә изге благоверный кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ, 2009 йыл);
- «Почётлы полярник» түшкә таҡмалы билдәһе;
- Рус география йәмғиәтенең ҙур алтын миҙалы (2014 йыл);
- «Фән Символы» миҙалы (2007 йыл);
- «Йыл россияны» милли премияһы (2008 йыл);
- «Мәскәү алдындағы хеҙмәттәр өсөн» отличие билдәһе (24 сентябрь 2009 йыл);
- Санкт-Петербург Закондар сығарыу Йыйылышының Почёт дипломы (16 сентябрь 2009 йыл);
- «Белые журавли России» халыҡтар дуҫлығы премияһының «Рәсәй ғорурлығы» номинацияһындағы лауреаты һәм ордены, 2016 йыл.
Башҡа илдәр
- Анания Ширакаци миҙалы (Әрмәнстан, 31 октябрь 2000 йыл);
- Бернардо О’Хиггинс ордены (Чили, 2006 йыл);
- Изге Месроп Маштоц ордены (Әрмәнстан, 17 сентябрь 2008 йыл);
- Дуҫлыҡ ордены (Көньяҡ Осетия, 19 июнь 2009 йыл);
- Почётлы легион ордены кавалеры (Франция, 2010 йыл).
Хәтер
- 2024 йылдың 1 июнендә Рәсәй Фәндәр академияһының «Таҙа Арктика — Көнсығыш-77» экспедицияһы Мурманск өлкәһе етәкселегенә Кола ярымутрауындағы исемһеҙ күлгә Артур Чилингаров хөрмәтенә «Артур» исеме бирергә тәҡдим итә[16].
- 2024 йылдың сентябрендә Артур Чилингаров хөрмәтенә «Ямал» авиакомпанияһының пассажир самолётына уның исеме бирелә. Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройының исеме Superjet-100 самолётында урын ала[17].
- 2024 йылдың сентябрендә «Рәсәй почтаһы» Артур Чилингаровҡа арналған почта маркаһын сығара[18].
- 2024 йылда тикшеренеүсе исеме «Арктика: хәҙерге һәм киләсәк» халыҡ-ара арктик форумына бирелә[19].
- 2024 йылдың авгусында Архангельск ҡалаһында ғалим иҫтәлегенә мурал булдырыла, шулай уҡ Тикси ҡасабаһында уның исемендәге майҙан төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә[20].[21].
- 2025 йылдың 1 июнендә Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Артур Чилингаров ҡәберендә һәйкәл асыла[22].
- 2029 йылға тиклем Росгидрометтың яңы ғилми-экспедицион судноһын төҙөүҙе тамамлау планлаштырыла, уға «Артур Чилингаров» исеме биреләсәк[23][24].
Өҫтәмә мәғлүмәт
Филателияла
Иҫкәрмәләр
- ↑ Стала известна причина смерти депутата Госдумы РФ Чилингарова. Газета.ру (1 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Умер депутат Госдумы Чилингаров. РИА Новости (1 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Умер депутат и исследователь Арктики и Антарктики Артур Чилингаров. РБК (1 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2024)
- ↑ В России ушел из жизни знаменитый ученый Артур Чилингаров. ИА «Башинформ», 1 июня 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2026)
- ↑ Биография Артура Чилингарова. Энциклопедия ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Дрейфующая станция «Северный полюс-19». web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Чилингаров и Дмитрий Медведев оценили ЛСП «Северный полюс». Arctic Forum. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
- ↑ Россия возобновила программу дрейфующих станций с помощью ЛСП «Северный полюс». Сделано у нас. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
- ↑ Биография Дмитрия Когана
- ↑ Указ Президента РФ о награждении. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 9 сентября 2019 г. № 430 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 июля 2014 года № 511 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2016 йылдың 8 август көнөндә архивланған..
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 25 сентября 2004 года N 1229-р «О награждении Почетной грамотой Правительства Российской Федерации Чилингарова А. Н. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 28 ноября 2003 года № 563-рп «О поощрении». web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Распоряжение Президента от 18 ноября 1997 года № 476-рп «О поощрении членов Государственной комиссии по подготовке к празднованию 850-летия основания Москвы». Ельцин-центр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Озеро в Мурманской области предложили назвать в честь Чилингарова. ТАСС (1 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Именем Чилингарова назвали Superjet компании «Ямал».
- ↑ Выпущена почтовая марка в честь 85-летия со дня рождения Артура Чилингарова. Русское географическое общество (25 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Международному арктическому форуму «Арктика: настоящее и будущее» присвоено имя Артура Чилингарова. PortNews. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ В Архангельске появился мурал, посвященный Артуру Чилингарову. Правда Севера (8 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ 85-летие со дня рождения Артура Чилингарова отмечено выходом почтовой марки, выставкой в Петербурге и решением о площади в Тикси. GoArctic (25 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Открытие памятника Артуру Чилингарову на Новодевичьем кладбище. Ассоциация полярников (1 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ РАН поддержала инициативу Росгидромета о строительстве НЭС «Артур Чилингаров». Sudostroenie.info (11 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Для снабжения полярных станций на Севморпути будет построено судно «Артур Чилингаров». Korabel.ru (18 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
Әҙәбиәт
- Сорокажердьев В. В. Они служили в Заполярье: Герои Советского Союза, Герои России 1949—2008. — Мурманск: Типография «Бенефис-О», 2009. — С. 144—145. — 160 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9900752-3-8.
Һылтанмалар
- Биография.
О специальном представителе Президента Российской Федерации по международному сотрудничеству в Арктике и Антарктике: Указ Президента Российской Федерации от 7 декабря 2008 года № 1744. — Москва, 2008.
О награждении Почётной грамотой Президента Российской Федерации Чилингарова А. Н: Распоряжение Президента Российской Федерации от 25 сентября 2009 года № 613-рп. — Москва, 2009.
О награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» III степени Чилингарова А. Н.: Указ Президента Российской Федерации от 12 июня 2007 года № 729.- Новая станция «Северный полюс-19»: интервью с А. Н. Чилингаровым : [радиорепортаж / корреспондент Матвей Фролов ; Коррпункт «Маяка» в Ленинграде]. — Ленинград, [1969].
- Профиль Артура Николаевича Чилингарова РФА рәсми сайтында.