1 июнь
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2025 йыл |
1 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 152-се (кәбисә йылында 153-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 213 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Ата-әсәләр көнө.
- Балаларҙы яҡлау көнө
Ер:
- Һөт көнө.
- Өҫтәл уйындары көнө
- Йүгереү көнө.
Багам Утрауҙары: Хеҙмәт көнө.
Камбоджа: Ағас ултыртыу көнө.
Кения: Азатлыҡ көнө.
Ҡытай: Бала көнө.
Монголия: Әсә һәм бала көнө.
Палау: Президент көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Төньяҡ флот көнө.
Самоа: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тунис: Конституция көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-транспорт авиацияһы көнө.
- Хөкүмәт элемтәһе хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1755 йыл: Туймазы районыың Түбәнге Бишенде ауылына нигеҙ һалына.
- 1831 йыл: Төньяҡ магнит полюсы асыла.
тулы исемлек
- 1918 йыл: Башҡорт Хөкүмәте үҙенең «Башҡорт хөкүмәтенең халыҡҡа мөрәжәғәтендә» Совет власына ҡаршы көрәшергә саҡыра һәм милли ғәскәргә мобилизация иғлан итә.
- 1925 йыл: АҠШ-та «Крайслер» автомобиль компанияһы ойошторола.
- 1930 йыл: Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эш башлай.
- 1933 йыл: Силәбе трактор заводына нигеҙ ташы һалына.
- 1935 йыл: Англияла водитель танытмалары алыу өсөн имтихан тапшырыу һәм автомобиль номерҙары индерелә.
- 1935 йыл: Самолёт-амфибия «S-43» беренсе осош яһай.
- 1950 йыл: «Decca Records» фирмаһы минутына 33 әйләнешле донъялағы тәүге грампастика сығара.
- 1950 йыл: «Дуглас А2D-1» «Скайшарк» самолёты беренсе осош яһай.
- 1955 йыл: «Ми-6» вертолётының эскиз проекты раҫлана.
- 1960 йыл: «Шереметьево» аэропортынан тәүге халыҡ-ара рейс яһала.
- 1979 йыл: Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы ойошторола.
- 1980 йыл: Тәүлек буйы эшләүсе «CNN» мәғлүмәт каналы тапшырыуҙарын башлай.
- 1995 йыл: Өфөлә 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла, уның эшендә 610 делегат ҡатнаша.
- 1998 йыл: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», «Халыҡтар дуҫлығы», «Салауат Юлаев» ордендарын булдырыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.
- 1999 йыл: Удмурт телендә «Ошмес» республика гәзите сыға башлай.
- 2007 йыл: Дүртөйлө, Бөрө, Благовещен, Илеш, Нуриман һәм Краснокама райондары территорияһында көслө ҡойон була.
- 2007 йыл: Истанбулда өс көнлөк һабантуй байрамы асыла.
- 2012: Башҡортостан Республикаһы һәм Сыуаш Республикаһы араһында «Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лозбень Иван Феофанович (1905—1.04.1976), инженер-технолог-ғалим, сәнәғәт өлкәһе һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. 1949 йылдан Стәрлетамаҡ сода заводы, артабан Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты директоры, 1958—1963 йылдарҙа Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесе урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1935). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Рәсәй империяһының Седлец губернаһы Сбереже ауылынан (хәҙер Польша биләмәләре).
- Платонов Алексей Трофимович (1920—26.03.2012), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Мәһәҙиев Дәүләткирәй Дәүләтбай улы (1925—24.02.2004), журналист, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1985 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзитенең бүлек мөдире, 1993—1994 йылдарҙа «Заман—Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ҡөрьәнде (1993, «Ҡөрьән Кәрим») башҡорт телендә баҫмаға әҙерләүселәрҙең береһе. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- Антипин Иван Матвеевич (1930—26.08.1995), педагог. Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһы 1-се урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987). Сығышы менән ошо райондың Ивановка ауылынан.
- Беляев Михаил Андреевич (1930—6.12.1989), тау инженеры-технолог-ғалим. 1974—1989 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры. Техник фәндәр кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1987), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), СССР Төҫлө металлургия министрлығының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1986). Ике тапҡыр СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983, 1988). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән Владикавказ ҡалаһынан.
- Воджаева Лидия Петровна (1930), иҡтисадсы. «Башнефтезаводстрой» тресы торлаҡ-коммуналь хужалығының элекке иҡтисадсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Драцкий Николай Григорьевич (1930—19.05.1982), нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 1950 йылдан Татар АССР-ының «Баулынефть», 1953 йылдан — «Татбурнефть» тресының, 1961—1972 йылдарҙа һәм 1975 йылдан — «Татнефть» берекмәһе Әлмәт быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Гавриловка ауылынан.
- Иванов Вячеслав Георгиевич (1935—2002), төҙөүсе-инженер, йәмәғәтсе. 1962—2000 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһындағы «Шкаповнефтестрой» тресының 1-се төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән мастеры, артабан — начальнигы. Бер нисә саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Донецк Халыҡ Республикаһының Горловка ҡалаһынан.
- Маковский Анатолий Илларионович (1945—2009), хужалыҡ эшмәкәре. 1979—2009 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы электр селтәрҙәре предприятиеһы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Хәйбрахманов Фәрит Ғөбәй улы (1950), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1971—1988 йылдарҙа Әлшәй районы мәктәптәре директоры, 1988—1995 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире, 1995—2004 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Үрге Әүрез ауылынан.
- Ямалетдинова Лилиә Фаат ҡыҙы (1965), ғалим-инженер-гидротехник, Иҡтисадсы-менеджер. 1990 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—1996 йылдарҙа тәбиғәтте һаҡлау факультеты деканы, 2002 йылдың февраленән төҙөлөш һәм архитектура кафедраһы мөдире; 2002 йылдың авгусынан Петербург тимер юл университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Коловёртнов Геннадий Юрьевич (1970), ғалим-инженер-электрик. 1997 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2015 йылдарҙа ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (2005). «Газпром» йәмғиәте премияһы лауреаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Жамбыл ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миһранов Рәйес Һаҙый улы (1926—1970), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары; 1960 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала һәм Баймаҡ район комитеттары секретары; 1963—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 4–6-сы сығарылыш Юғары Советы депутаты. ВЛКСМ-дың XXIII съезы делегаты (1958). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1959, 1966) ордены кавалеры.
- Богатых Константин Фёдорович (1936—15.07.2016), инженер-технолог-ғалим. 1963—2011 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Николаевка ауылынан.
тулы исемлек
- Дәүләтшин Урал Бикйән улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-табип-невролог. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты, доцент (2000). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Ғәлиев Әнүәр Лотфрахман улы (1946), ғалим-радиоинженер, юғары мәктәп эшмәкәре. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). 1994 йылдан Стәрлетамаҡ педагогия академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан башлап фәнни эштәр буйынса проректор; 2011 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан — директор. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Тауҡай-Гәйнә ауылынан.
- Йәғәфәров Баязит Ғибәт улы (1956), комсомол органдары һәм мәғариф ветераны. 1978—1982 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының бүлек мөдире, икенсе һәм беренсе секретары; 1983 йылдан район мәктәптәре уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Ғәлиәкбәр ауылынан.
- Хәйбуллин Мөхәмәт Миңлеғәлим улы (1956), ғалим-агроном. 1983 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан ботаника, үҫемлектәр физиологияһы һәм селекцияһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1996 йылдан — мөдире, 2010 йылдан — агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007), профессор. (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013).
- Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы (1966), ғалим, журналист, яҙыусы һәм шағир, йәмәғәтсе. 2012 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баһуманов Ишем Минлейәр улы (1907—21.04.1987), механизатор. Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың элекке комбайнеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән ошо райондың Муллаҡай ауылынан. Шағир Аҫылғужаның атаһы.
- Степанов Константин Иванович (1922—13.03.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945).
тулы исемлек
- Ҡырымғужин Ғилметдин Сәйфетдин улы (1927—1.02.1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1954—1972 һәм 1977—1990 йылдарҙа Хәйбулла районы «Башҡорт» совхозының трактор бригадаһы етәксеһе; 1972—1977 йылдарҙа бүлексә идарасыһы. Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Бобылев Юрий Яковлевич (1937 — 27.02.2016), инженер-төҙөүсе. 1960 йылдан Башҡортостандың төҙөлөш ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1990—1994 йылдарҙа «Башстрой» берләшмәһе башлығы, 1994 йылдан «Башстрой» акционерҙар йәмғиәте генераль директор. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Кәримов Хәбир Хәйбулла улы (1942), педагог. 1971—2002 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы 3-сө урта мәктәбе һәм гимназияһы директоры. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Түбәнге Таш ауылынан.
- Мальгинов Евгений Львович (1942—13.10.2024), физик-педагог, яҙыусы, тәржемәсе. 1975 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан[1].
- Ғосманов Фәрәүис Ғәфүрйән улы (1947), инженер, нәшриәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1993—2007 йылдарҙа Нефтекама типографияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Салпар ауылынан.
- Вәлиуллина Рәсимә Ташбулат ҡыҙы (1952—8.12.2002), уҡытыусы-филолог, мәғариф, комсомол, партия, матбуғат, почта һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1976 йылдан комсомол һәм партия эшендә, шул иҫәптән 1985—1990 йылдарҙа КПСС-тың Бөрйән район комитеты секретары; 1990—1991 йылдарҙа «Таң» район гәзитенең бүлек мөдире, 1992—1994 йылдарҙа «Росгосстрах-Башкирия» йәмғиәтенең филиал начальнигы, 1995 йылдан почта элемтәһе начальнигы, 2000 йылдан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Байназар ауылынан[2].
- Тимербулатов Вил Мамил улы (1952), ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1994—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2005), Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (2009), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004) һәм атҡаҙанған табибы (2005), шулай уҡ Башҡортостандың (1991), Ингуш Республикаһының (2009) атҡаҙанған табибы. Дуҫлыҡ, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
- Шакиров Вәрис Мулланур улы (1957), табип-терапевт. 1981 йылдан Малаяҙ район үҙәк дауаханаһы педиатры; 1985 йылдан Иҫке Сибай амбулаторияһының баш табибы, 2010 йылдан — мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). «Иң яҡшы йыл табибы — 2009» республика конкурсы еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Сулпан ауылынан.
- Грушина Лира Рим ҡыҙы (1967), спортсы, тренер. 2009 йылдан Олимпия резервының фехтование буйынса Өфөләге спорт мәктәбе директоры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2006), СССР-ҙың спорт мастеры (1984), Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2002) һәм Почёт грамотаһы (2003) менән бүләкләнеүсе. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2017), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев (2016) ордендары кавалеры.
- Хәкимов Рөстәм Милләт улы (1972), театр актёры, режиссёр. 1992—1998 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, 2003 йылдан — ҡуйыусы режиссёр; 2003 йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссёры. 2007 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтов Мөхәмәтхәбиб Хәлфетдин улы (1913—14.03.1999), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1929 йылдан хәҙерге Баймаҡ районының Карл Маркс исемендәге колхозы көтөүсеһе, бригадиры; 1944 йылдан — рәйесе, 1946—1949 һәм 1953—1960 йылдарҙа — бригадиры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1948). Сығышы менән ошо райондың Ярат ауылынан.
- Аверьянов Иван Андреевич (1923—9.01.2000), инженер, 1941—1988 йылдарҙа хәрби хеҙмәткәр, генерал-полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1980), 1-се (1985) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, ?) һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945, 1956) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Туҡан ауылынан.
тулы исемлек
- Йәнтилин Әхәт Вәли улы (1938—29.08.1986), механизатор. 1955—1986 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз комбайнсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1985). Сығышы менән ошо райондың Үрге Таулыҡай ауылынан.
- Мордвинцев Геннадий Васильевич (1938), ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1999 йылдан — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1969), профессор (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡандра ауылынан.
- Хәйбуллин Нәсип Әхмәт улы (1938), малсы. 1952—1999 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының 3-се фермаһы малсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районынан.
- Хәсәнов Фәнир Миңлеғәлим улы (1943—1994), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1979 йылдан «Сельхозхимия»ның Мәләүез район-ара берекмәһе рәйесе, 1984—1991 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез район комитетының икенсе һәм беренсе секретары, 1992 йылдан «Салауат» акционер компанияһының «Осҡон» фирмаһы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Кинйәғолов Барый Исмай улы (1948—25.06.2018), ғалим-юрист, педагог, мәғариф, урындағы башҡарма, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1971 йылдан Ғафури районы Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең директор урынбаҫары һәм директоры; район мәғариф бүлеге мөдире; район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе, район хакимиәте башлығы; 1996—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1996), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
- Яхин Рәил Әнүәр улы (1948), инженер, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1977 йылдан «Сельхозтеника»ның Нуриман район берекмәһенең баш инженеры, 1986 йылдан — директоры, 1998 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылынан.
- Иҫәньюлов Ринат Зиннәтулла улы (1953), табип. 1978 йылдан Мәләүез район үҙәк дауаханаһының акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының 1970 йылдар башында бөткән Суҡраҡ ауылынан.
- Хәсәнов Рәмил Сәфәрғәли улы (1958), педагог, ҡурайсы. 1992 йылдан Баймаҡ районы Ниғәмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2010 йылдарҙа һәм 2012 йылдан — директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006) һәм мәғариф отличнигы (2004). Республика ижады конкурстары лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан.
- Камалетдинов Салауат Хәниф улы (1963), ғалим-табип. 2000—2014 йылдарҙа Иглин, 2019—2022 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре докторы (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районынан.
- Ҡунафин Марат Һәүбән улы (1963), ғалим-хирург. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2006 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институты директоры, 2009 йылдан дауалау эштәре буйынса проректор. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор.
- Чудаков Александр Алексеевич (1963), спортсы, тренер. 1987 йылдан Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» спорт комбинаты, 2003 йылдан — Спорт мәктәбенең дзюдо буйынса тренеры. Самбо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1993), дзюдо буйынса — атҡаҙанған тренеры (2003). Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы (2008). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Салауат Хәмиҙуллин (1968), ғалим-тарихсы, тележурналист. 2000 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (2016). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хөсәйенов Әбүбәкер Дәүләтҡол улы (1859—8.08.1937), дәүләт органы хеҙмәткәре, ҡурайсы, мәғрифәтсе, дин әһеле, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы. 1918—1919 йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер кантонының дини-суд бүлеге мөдире. 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм һөнәрселек-сәнәғәт күргәҙмәһендә (Мәскәү, 1923) ҡатнашыусы.
- Восканов Рубен Айрапетович (1894—25.10.1938), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1923—1924 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (беренсе) секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Серебрянников Александр Георгиевич (1904—8.07.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан.
- Бәғишәев Ҡорман Айыс улы (1929—2014), малсы. 1944—1989 йылдарҙа Хәйбулла районы «Новая жизнь» колхозы һәм «Аҡъяр» совхозының мал ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондан.
- Мөхәмәтғәлина Гөлнара Фаил ҡыҙы (1969), типография хеҙмәткәре. 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятиеһы «"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто»ноң филиалы — Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1780: Карл фон Клаузевиц, Германия хәрби эшмәкәре, теоретик.
- 1910: Александр Долуханян, СССР композиторы, Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958).
тулы исемлек
- 1920: Давид Самойлов (төп фамилияһы Кауфман), СССР шағиры, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988).
- 1925: Александр Шенгардт, СССР һәм Рәсәй авиаконструкторы, Ту-154 самолётының баш конструкторы. Рәсәйҙең атҡаҙанған конструкторы (1997), Ленин премияһы лауреаты (1958).
- 1926: Мэрилин Монро, АҠШ кино актёры, йырсы.
- 1930: Евгений Птичкин, композитор, йөҙҙән артыҡ йыр авторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978) һәм халыҡ артисы (1988).
- 1935: Перси Адлон, Германия сценарисы, кинорежиссёр һәм продюсер.
- 1959: Надежда Кадышева, йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы (1999).
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе умер писатель Евгений Мальгинов. ИА «Башинформ», 13 октября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2024)
- ↑ В Башкирии скончалась экс-заместитель главы Бурзянского района. ИА «Башинформ», 8 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2022)