Серебрянников Александр Георгиевич

Александр Георгиевич Серебрянников (рус. Серебрянников Александр Георгиевич; 1904 йылдың 1 июне, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол1943 йылдың 8 июле, Курск өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (27.08.1943, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Серебрянников Александр Георгиевич 1904 йылдың 1 июнендә Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында[2] эшсе ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. Башланғыс белем ала. Хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Верхнеурал ҡалаһында быйма баҫыусы була, Белорет ҡалаһында аяҡ кейемдәре артелендә эшләй. 1942 йылда Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла.

1942 йылдың майынан хәрәкәт итеүсе армияла. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Үҙәк фронттың 13 сө армияһы 6 сы гвардия уҡсылар дивизияһы 25 се гвардия уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты А. Г. Серебрянников Орёл-Курск йүнәлешендәге һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Яуҙа һәләк була[3].

Курск өлкәһенең Поныров районы Ольховатка ауылында ерләнгән[4][5].

Батырлығы

1943 йылдың 7 июлендә Орёл-Курск йүнәлешендәге һуғыштарҙа дошмандың ҙур һөжүмен кире ҡаҡҡанда ғәҙәттән тыш батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Взвод командиры ҡаты яралана, киҫкен хәл килеп тыуа. А. Г. Серебрянников үҙ инициативаһы менән взвод менән командалыҡты ҡабул итә һәм дошмандың аяуһыҙ һөжүмен кире ҡағыу буйынса етәкселек итә. Был алышта 50-нән ашыу автоматсыны юҡ итә, взводы менән дошмандың 8 атакаһын кире ҡаға . Автоматсылар төркөмө 8-се уҡсылар ротаһының траншеяларына үтеп инеүгә өлгәшә, гвардия өлкән сержанты А. Г. Серебрянников взводты контратакаға күтәрә, дошманды юҡ итә. Ике тапҡыр яралана, һуғыш яланынан китмәй һәм ғүмеренең һуңғы минутына тиклем взвод менән етәкселек итә. Һуңғы һөжүмде кире ҡаҡҡанда һәләк була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 27 авгусындағы Указы менән А. Г. Серебрянниковҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-се Ҡарары менән герой исеме Учалы ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[6];
  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы А. Г. Серебрянниковтың исеме Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеһына (Учалы ҡалаһы) бирелә[7][8];
  • Герой исеме Белорет ҡалаһындағы урамға бирелгән. 1965 йылдың декабрендә ҡаланың урта мәктәп бинаһы (хәҙер — 17-се гимназия) эргәһендә А. Г. Серебрянниковҡа һәйкәл асыла[9].
  • Печи хәрби ҡаласығында (Борисов ҡалаһы, Минск өлкәһе, Беларусь Республикаһы) Герой исеме менән урам аталған. Гвардия өлкән сержанты А. Г. Серебрянниковтың һәйкәле 72-се гвардия прапорщиктар һәм кесе белгестәр әҙерләү буйынса берләштерелгән уҡыу үҙәге Советтар Союзы Геройҙары иҫтәлегенә ҡуйылған комплекстың өлөшө булып тора.

Иҫкәрмәләр

  1. https://bashenc.online/ru/articles/78295/
  2. Р. Х. Насыров. Серебрянников Александр Георгиевич. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025. (рус.)
  3. Серебрянников Александр Георгиевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025. (рус.)
  4. ОБД Мемориал|53029740.
  5. ОБД Мемориал|63257498.
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026. (рус.)
  7. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025. (рус.)
  8. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025. (рус.)
  9. Памятник А. Г. Серебренникову в Белорецке

Әҙәбиәт

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. — С. 174—204.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979. — Кн. 4. — С. 31—34.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Герой с Урала. Газета «Республика Башкортостан». 24 августа 2022 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2025)