Учалы районы

Учалы районыБашҡортостандың көнсығыш (Урал тауы аръяғы) өлөшөндә урынлашҡан район. Үҙәге — Учалы ҡалаһы.

undefined

География

Учалы районы Башҡортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондары, Силәбе өлкәһенең Златоуст һәм Мейәс ҡала округтары, Верхнеурал, Уй һәм Сыбаркүл райондары менән сиктәш.

Ландшафты күбеһенсә таулы-урманлы. Майҙаны — 4549 км², республика райондары араһында 4-се урын.

Егерменән ашыу күл бар. Шуға ла Учалыны «күлдәр иле» тип атайҙар. Район биләмәһендә Әүәләк, Кесе Ирәндек тау һырттары урынлашҡан. Райондағы иң бейек тау — Ирәмәл, уның итәгенән Ағиҙел йылғаһы башлана. Район ерҙәренән шулай уҡ Яйыҡ, Уй һәм Мейәс йылғалары ағып сыға.

Учалы районында бик күп төрлө ер аҫты байлыҡтары бар (баҡыр, цинк, көкөрт, йәшмә, алтын, гранит, төҙөлөштә ҡулланылған тау тоҡомдары һ.б.), шуға ла бында уларҙы сығарыу һәм эшкәртеү тармаҡтары етерлек кимәлдә үҫеш алған.

Тарих

Учалы районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола, уның составына Тамъян-Ҡатай кантонына ҡараған улустар индерелә.

Улар иҫәбенә 1919 йылға тиклем Ырымбур губернаһына ингән Үрге Урал өйәҙенең Тамъян, Ҡатай, Түңгәүер, Күбәләк, Теләү (үҙәге — Ҡарағужа), Көҙәй (үҙәге — Һөйәрғол), Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Учалы-типтәр (үҙәге — Учалы) һәм Троицк өйәҙе Ҡара-Табын, Барын-Табын, Ҡыуаҡан улустары инә[2].

1930—1970 йылдарҙа район үҙәге Учалы ауылында урынлаша.

1970 йылдан район үҙәге Учалы ҡалаһына күсерелә.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 52 416 [3][4]
1959 йылдың 55 314 [5][4]
1970 йылдың 42 654 [6][4]
1979 йылдың 36 962 [7][4]
1989 йылдың 32 000 [8][4]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 35 649 [9][4]
2008 йылдың 76 725 [10]
2009 йылдың 77 125 [11]
2010 йылдың 35 480 [12]
2012 йылдың 73 247 [13]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 73 114 [14]
2014 йылдың 72 663 [15]
2015 йылдың 71 963 [16]
2016 йылдың 71 539 [17]
2017 йылдың 71 291 [18]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 70 968 [19]
2019 йылдың 70 371 [20]
2021 йылдың 70 171 [21]
Урбанизация

Ҡала шарттарында (Учалы ҡалаһы) район халҡының 51.55 % йәшәй.

Милли составы

2010 йылғы йән иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы: башҡорттар — 64,3 %, урыҫтар — 18,2 %, татарҙар — 15,9 %, башҡа милләт вәкилдәре — 1,6 %[22].

Транспорт

Район аша Белорет — Учалы — Мейәс — Силәбе, Учалы — Магнитогорск (Ахун ауылы йәки Межозёрный аша), УчалыҠорама — Ларино — Силәбе автомобиль юлдары үтә.

Тимер юлы

Район аша Рәсәй тимер юлдары Көньяҡ Урал тимер юлының Межозерный — Учалы — Мейәс тимер юлы үтә. 1995 йылға тиклем ошо юл буйынса УчалыМейәсӨфөКүмертауЫрымбур поезы йөрөнө. 2000 йылда поезд Күмертауға тиклем, 2005 йылдан — Өфөгә тиклем, 2010 йылдан — Мейәскә тиклем йөрөнө. 2012 йылдан был йүнәлештә пассажирҙар йөрөтөү туҡтатылды. Учалы ауылында билет кассаһы ябылды. Тимер юлға билет алыу өсөн учалылар күрше ҡалаларға барырға йәки «Баштрансагентлығы» аша (1 билет өсөн 200 һум хеҙмәтләндереү хаҡын түләп) алырға мәжбүр.

Билдәле шәхестәр

Хәрбиҙәр

Cәйәсмәндәр

Спортсылар

Фән эшмәкәрҙәре

Дин әһелдәре

Хужалыҡ эшмәкәрҙәре

Хужалыҡ алдынғылары

Мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре,

Артистар

Композиторҙар

Йырсылар

Шағирҙар һәм яҙыусылар

Журналистар

  • Насыров Рәүеф Хәй улы — СССР Журналистар союзы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.
  • Илтенбаева Миңзифа Абрар ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы, РФ Кинематографистар союзы премияһы лауреаты (1999), «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (2002). «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары.
  • Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (7.10.1973), уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
  • Кәлимуллин Рәшит Шәрифулла улы-
  • Балтабаева Гүзәлиә Салауат ҡыҙы
  • Мортазина Гөлназ Мозафар ҡыҙы
  • Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы[37] — башҡорт телевидениеның тәүге дикторы, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[38][39].

Иҫкәрмәләр

  1. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Троицкий уезд, Барын— и Кара—Табынские волости
  3. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  4. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  5. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  6. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  7. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  8. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  9. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  10. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  11. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8112027
  12. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  13. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  14. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  15. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  16. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  17. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  18. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  19. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  20. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  21. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  22. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  23. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 ноябрь
  24. Аиткулова Эльвира Ринатовна
  25. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге идара рәйесе 2013 йылдың 6 декабрь көнөндә архивланған.
  26. Загиров Наиль Хайбуллович
  27. Ишбаев Гниятулла Гарифуллович
  28. Магжанов Рим Валеевич 2013 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
  29. Минасов Булат Шамильевич
  30. Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы, Математика анализы кафедраһы мөдире
  31. Башҡорт энциклопедияһы — Төпәев Салауат Харис улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2019)
  32. Башҡорт энциклопедияһы — Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)
  33. Гайсин Салават Мухтарович
  34. Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная / Район / Почетные граждане: Гайфуллин Вакиф Шагимуратович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 сентябрь 2018)
  35. Вильданов Салават Галиевич
  36. Башҡорт энциклопедияһы — Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2018)
  37. [1]
  38. [2]
  39. Легендар диктор Рәсимә Кәримова вафат булды

Тема буйынса өҫтәмә