Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы

Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы (рус. Гумерова Лилия Салаватовна ; 1972 йылдың 16 декабре, Учалы, Башҡорт АССР-ы) — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог—ғалим. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министр урынбаҫары, 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле[1]. 2019 йылдан — рәйесе.

2015 йылдан Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты[2].

Биографияһы

Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова 1976 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының Учалы ҡалаһында тыуған.

1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика һәм психология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә педагог-психолог, психология уҡытыусыһы булып башлай.

2001 йылдан — Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәтенең I категориялы (рус.)баш. белгесе, артабан хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай.

2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге бүлеге мөдире.

2010—2011 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил[3].

2011 йылдың 14 мартында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 28-се Отрада һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (рус.)баш. итеп һайлана[4]. 2011 йылдың 15 мартында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары итеп һайлана[5].

2012 йылдың 24 октябрендә Ғүмәрова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[6].

2014 йылдың 25 сентябрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ғүмәроваға Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында сенатор вәкәләттәрен бирә[7][8]. 2019 йылдың 19 сентябрендә Башҡортостандың яңы Башлығы Радий Хәбиров уның вәкәләттәрен оҙайта[9].

2014 йылдың 1 октябренән — Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты (рус.)баш. рәйесенең беренсе урынбаҫары[10].

2015 йылдың 18 декабрендә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе итеп һайлана[11].

2019 йылдың 25 сентябрендә Ғүмәрова РФ Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе итеп һайлана[12][13].

2024 йылдың 26 сентябренән Лилиә Ғүмәрова яңынан Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса совет комитеты рәйесе итеп һайлана[14].

Федерация Советындағы эшмәкәрлеге

Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарған Лилиә Ғүмәрова Рәсәй күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге

  • 2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ағзаһы[18];
  • 2016 йылдан — Спиваков фондының Попечителлек советы рәйесе[18];
  • 2018 йылдан — «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының Ойоштороу комитеты рәйесе[18];
  • 2019 йылдан — Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе[18];
  • 2019 йылдан — «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Көслө ғаилә» проекты координаторы[18];
  • 2019 йылдан — Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы советы ағзаһы[18];
  • 2020 йылдан — «Минең илем — минең Рәсәйем» Бөтә Рәсәй конкурсының эксперт советы рәйесе[18].

Санкциялар

Украиналағы хәрби хәрәкәттәр фонында Лилиә Ғүмәрова 2022 йылдың 9 мартынан Европа Берлеге санкциялары аҫтында. 2022 йылдың 15 мартынан — Бөйөк Британия санкциялары аҫтында. 2022 йылдың 30 сентябренән — АҠШ санкциялары аҫтында. Шулай уҡ Канада, Швейцария, Австралия һәм Яңы Зеландия санкциялары аҫтында тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2015) [19];
  • II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн орденының миҙалы (2018) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙа, парламентаризмды үҫтереүҙә һәм закон сығарыу эшмәкәрлегендә күрһәткән әүҙем хеҙмәттәре өсөн;
  • Дуҫлыҡ ордены (2022) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, парламентаризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн[20];
  • «МПА СНГ. 25 лет» миҙалы (27 март 2017 йыл, БДБ-ның Парламент-ара ассамблеяһы) — парламентаризмды үҫтереү һәм нығытыу эшендәге ҡаҙаныштары, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға индергән өлөшө, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе һәм парламент-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуы өсөн[21].
  • II дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (2024)[22].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Энциклопедия ТАСС, 2024. Гумерова, Лилия Салаватовна. Председатель комитета Совфеда РФ по науке, образованию и культуре (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2025)
  2. ↑ Лилия Салаватовна Гумерова. Конструирование среды дошкольного образовательного учреждения как условие формирования экономической культуры детей старшего дошкольного возраста. — Екатеринбург, 2012. Архивировано 2 октябрь 2019 года. (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2025)
  3. ↑ Лилия Гумерова избрана на должность Уполномоченного по правам ребенка в Республике Башкортостан. ИА Башинформ (28 ғинуар 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 7 июнь 2020 года.
  4. ↑ Председатель Центризбиркома Башкирии огласил предварительные итоги выборов. ИА Башинформ (14 март 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  5. ↑ Лилия Гумерова избрана заместителем Председателя Госсобрания Башкирии. ИА Башинформ (15 март 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
  6. ↑ Рустэм Хамитов назначил заместителей Премьер-министра Правительства Башкортостана (недоступная ссылка — история). Официальный сайт Главы Башкортостана (24 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025.
  7. ↑ Рахимкулова Арина. Лилия Гумерова наделена полномочиями сенатора. ИА Башинформ (25 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
  8. ↑ Указ Президента Республики Башкоторстан . Правовой акт .25.09.2014. npa.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 2 октябрь 2019 года.
  9. ↑ Указ Главы Республики Башкоторстан. Правовой акт. 19.09.2019. npa.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 2 октябрь 2019 года.
  10. ↑ Об избрании Гумеровой Лилии Салаватовны первым заместителем председателя Комитета Совета Федерации по науке, образованию и культуре. Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 1 октябрь 2019 года.
  11. ↑ Басыров Артур. Лилия Гумерова избрана председателем Совета Федеральной национально-культурной автономии башкир. ИА Башинформ (18 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
  12. ↑ Об избрании Гумеровой Лилии Салаватовны председателем Комитета Совета Федерации по науке, образованию и культуре. Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 1 октябрь 2019 года.
  13. ↑ Два выпускника школы губернаторов возглавили комитеты в Совете Федерации. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 25 сентябрь 2019 года.
  14. ↑ Лилия Гумерова вновь возглавит комитет Совфеда по науке, образованию и культуре (26 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
  15. ↑ Лилиә Ғүмәрова: «Өфөләге „Йылмайыу-2015“ операцияһы бер ниндәй санкциялар ҙа Рәсәйҙең сит илдәр менән бәйләнештәрен юҡҡа сығара алмауын иҫбатланы» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 31 август
  16. ↑ Лилиә Ғүмәрова: «Бюджет аҡсаларын сифатлы тотоноу — заман талабы». — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 октябрь
  17. ↑ Сенатор от Башкортостана встретилась со студентами и преподавателями БАГСУ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 12 октябрь (рус.)
  18. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Гумерова Лилия Салаватовна. Партия «Единая Россия». Федеральный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-209-06.
  19. ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан — Официальный сайт Главы Республики. 09.10.2015 Архивная копия от 13 июнь 2021 на Wayback Machine (рус.)
  20. ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14 ноября 2022 года № 816 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 14 ноябрь 2022 года.
  21. ↑ Постановление Совета Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств от 27 марта 2017 года № 17 «О награждении медалью «МПА СНГ. 25 лет»
  22. ↑ Гумерова, Лилия Салаватовна Председатель комитета Совфеда по науке, образованию и культуре. ТАСС Энциклопедия.

Тема буйынса өҫтәмә