Мәрҙәншин Рафаэль Мирхәтим улы
Мәрҙәншин Рәфәэл Мирхәтим улы (рус. Марданшин Рафаэль Мирхатимович; 1961 йылдың 24 декабре, Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй сәйәси эшмәкәре, Дәүләт думаһының VI, VII һәм VIII саҡырылыш депутаты (Башҡортостан Республикаһының Благовещенск бер мандатлы һайлау округы № 4). «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. 2021 йылдың 12 октябренән — Дәүләт думаһының транспорт һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[1]. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы.
Биографияһы
Рәфәэл Мәрҙәншин 1961 йылдың 24 декабрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуа[1][2].
Белеме
1989 йылда Өфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) «инженер-механик» һөнәре буйынса тамамлай[1][3]. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын «менеджер — дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай[1][2]. Шул уҡ йылда Мәскәү сәйәси тикшеренеүҙәр мәктәбен тамамлай, Европа Советы дипломы ала[1][3]. 2003–2004 йылдарҙа Европа Советында (Страсбург, Франция), Вашингтонда (АҠШ), Швеция һәм Испания парламенттарында стажировка үтә[1][2]. 2015 йылда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
1981–1989 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәренең Һауа-десант ғәскәрҙәрендә Каунаста (Литва ССР-ы) хеҙмәт итә[1][3].
1989–1995 йылдарҙа Рәсәй-Литва берлектәге «Каунас сауҙа йорто» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директор урынбаҫары, һуңынан директоры булып эшләй[1][2]. 1995–2011 йылдарҙа «Нюанс» фирмаһы етәксеһе[2]. 2005–2007 йылдарҙа «ПО Тяжтрансмаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Мәскәү офистары директоры урынбаҫары, 2007 йылда «Трест Уфагражданстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары була[1][2].
Сәйәси карьераһы
1998–2003 йылдарҙа — Октябрьский ҡалаһы эшҡыуарҙар союзы рәйесе[1][2]. 1999–2003 йылдарҙа — Октябрьский ҡала советы депутаты[1][2]. 2003–2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының өсөнсө саҡырылыш депутаты[1][2].
2005–2007 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы төбәк үҫеше министры ҡарамағындағы торлаҡ сәйәсәте буйынса Йәмәғәт советы ағзаһы[1][2]. 2006 йылдан — «Деловая Россия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе[2].
2011 йылдың 4 декабрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы исемлеге буйынса Дәүләт думаһының VI саҡырылыш депутаты итеп һайлана[3]. Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитет составына инә[3]. 2016 йылдың 18 сентябрендә Дәүләт думаһының VII саҡырылыш депутаты итеп ҡабат һайлана[3]. 2016 йылдан — дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[3].
2013–2016 йылдарҙа — суд ҡарарҙарын үтәү өлкәһендә эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын боҙоуҙы бөтөрөү мәсьәләләре буйынса йәмәғәт омбудсмены[3]. 2013–2017 йылдарҙа — «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Уңайлы хоҡуҡи мөхит» партия проекты координаторы[4].
2021 йылдың 19 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Благовещенск бер мандатлы һайлау округы № 4 буйынса Дәүләт думаһының VIII саҡырылыш депутаты итеп һайлана, 64,11% тауыш йыя[5]. 2021 йылдың 12 октябренән — Дәүләт думаһының транспорт һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы һәм президиумы ағзаһы[2]. 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы коррупцияға ҡаршы көрәш һәм инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса совет ағзаһы[2][3]. 2013 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы коррупцияға ҡаршы көрәш һәм гражданлыҡ йәмғиәте структуралары менән үҙ-ара эш итеү буйынса совет президиумының эшсе төркөмө ағзаһы[3]. 2016 йылдан — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы[1]. 2016 йылдан — Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте ҡарамағындағы банкротлыҡ тураһындағы ҡануниәтте ҡулланыу практикаһын камиллаштырыу буйынса Эксперт советы ағзаһы. 2017 йылдан — Стратегик инициативалар агентлығы эксперт советы ағзаһы.
Закондар сығарыу эшмәкәрлеге
2011–2026 йылдарҙа, Дәүләт думаһының VI, VII һәм VIII саҡырылыш депутаты вәкәләттәрен үтәгән осорҙа, 151 закон инициативаһының һәм федераль закондар проекттарына төҙәтмәләрҙең авторҙашы булып сығыш яһай[1].
Мөлкәте һәм килемдәре
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Мәрҙәншиндың 2011 йылғы ғаилә йыйылма килеме 19,67 млн һум тәшкил итә. Мәрҙәншинға һәм уның ҡатынына 39,6 сотка ер, йәшәү йорто, фатир, офиc һәм сауҙа биналары ҡарай[6]. 2020 йылда декларацияланған килем — 5,78 млн һум, ҡатыныныҡы — 7,59 млн һум[7]. 2021 йылда килем 4–5 млн һум тәшкил итә[8].
Шәхси тормошо
Өйләнгән, ҡатыны — Мәрҙәншина Земфира Фәил ҡыҙы. Ике балаһы бар: улы Айҙар һәм ҡыҙы Гүзәл[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы II дәрәжә (2019)[9]
- Салауат Юлаев ордены (2024)[10]
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2016)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2018)
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (2017)
- Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почёт грамотаһы (2015)
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Почёт грамотаһы (2016)
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының Почёт билдәһе (2015)
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы Рәйесенең Рәхмәте (2012)
- Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең миҙалы
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» юбилей миҙалы
- Дипломдар һәм почёт грамоталары
Санкциялар
2022 йылдың 23 февралендә Европа союзының санкция исемлегенә индерелә. Һуңынан АҠШ, Бөйөк Британия, Канада, Швейцария, Австралия, Япония, Украина һәм Яңы Зеландия санкция исемлектәренә индерелә[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 Марданшин, Рафаэль Мирхатимович. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Марданшин Рафаэль Мирхатимович. Деловая Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Биография. Рафаэль Марданшин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ В Москве обсудили создание комфортной правовой среды. Единая Россия (5 июль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ В Башкирии единороссы проиграли лишь в одном из шести одномандатных округов. Московский комсомолец (20 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Марданшин Рафаэль Мирхатимович. Государственная дума РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026. Архивировано 26 декабрь 2012 года.
- ↑ Сведения о доходах за 2020 год. Государственная дума РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Депутаты Госдумы от Башкирии за год заработали 208 млн. Московский комсомолец (8 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Рафаэль Марданшин награжден медалью ордена «За заслуги перед Отечеством» II степени. Единая Россия (11 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Рафаэль Марданшин награжден орденом Салавата Юлаева. Деловая Россия (25 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Rafael Mirkhatimovich Mardanshin (ингл.). Sanctions. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.