Байғусҡаров Зариф Закир улы
Зариф Закир улы Байғусҡаров (рус. Байгускаров Зариф Закирович; 1967 йылдың 30 июне, Ҡаҙир, Башҡорт АССР-ы) — сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһының VII һәм VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу буйынса комитеты ағзаһы[1].
Биографияһы
Зариф Закир улы Байғусҡаров 1967 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Ҡәҙир ауылында көтөүсе ғаиләһендә тыуған[2].
1984 йылда Ҡалдар урта мәктәбен тамамлай.
1994 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.
1984–1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районында Максим Горький исемендәге колхозда эшләй[2].
1986–1988 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
1988–1997 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Киров халыҡ судында суд приставы-башҡарыусы булып эшләй.
1998 йылдың 11 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Б. Н. Ельцин указы менән Өфө ҡалаһының Калинин район суды судьяһы итеп тәғәйенләнә. 2001 йылға тиклем Өфө ҡалаһының Калинин район судында федераль судья булып эшләй[3].
2001–2004 йылдарҙа республиканың баш суд приставы — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары була[2].
2005–2016 йылдарҙа Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы вазифаһын биләй.
2016 йылдан — Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. 7-се бер мандатлы Салауат һайлау округы буйынса (Башҡортостан Республикаһы) һайлана[1]. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу буйынса комитеты ағзаһы[1].
2020 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ирҙәр советы рәйесе.
2021 йылда VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы вәкиле булараҡ 7-се бер мандатлы Салауат һайлау округы буйынса депутат итеп һайлана. Тауыш биреү көндәрендә һайлау участкаларына килгән һайлаусыларҙың 64,50 %-ы Зариф Байғусҡаров өсөн тауыш бирә[4].
2022 йылдың 30 июнендә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә[5].
2026 йылдың 29 сентябренән — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының IX саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы[6].
Закондар сығарыу эшмәкәрлеге
2024 йылдың 21 ноябрендә Зариф Байғусҡаров закон проектын тикшереүҙә ҡатнаша[7].
2024 йылдың 17 октябрендә Дәүләт Думаһының экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Зариф Байғусҡаров ташландыҡ карьерҙар проблемалары буйынса «Парламент гәзите»нә интервью бирә[8].
2016–2019 йылдарҙа, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкәләттәрен үтәгән осорҙа, 34 закон сығарыу инициативаһының һәм федераль закон проекттарына төҙәтмәләрҙең авторҙашы була[9]. Дәүләт Думаһында 675 тапҡыр сығыш яһай. 2020 йылда мөрәжәғәт итеүселәр һаны — 1249 (шуларҙың 297-һе — шәхси ҡабул итеүҙә, 710-ы — Дәүләт Думаһына, 242-һе төбәккә килгән мөрәжәғәттәр).
Санкциялар
2022 йылдың 23 февралендә Европа союзының санкция исемлегенә индерелә[10].
2022 йылдың 24 мартында АҠШ-тың блоклаусы санкциялар исемлегенә индерелә[11].
Һуңыраҡ Бөйөк Британия, Канада, Швейцария, Австралия, Украина һәм Яңы Зеландияның санкция исемлектәренә индерелә.
Енәйәт буйынса эҙәрлекләү
2023 йылдың 22 мартында Украина суды Байғусҡаровты Украинаның «территориаль бөтөнлөгөнә һәм тейелгеһеҙлегенә ҡул һуҙыу» статьяһы буйынса, мөлкәтен конфискациялап, ситтән тороп 15 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә.
Ғаиләһе
Өйләнгән[12]. Улы һәм ҡыҙы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Түбәндәге наградалары һәм исемдәре бар[6]:
- Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы дәүләт юстиция советнигы (2007);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007);
- Суд приставтары федераль хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре;
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2009);
- «Анатолий Кони», «Рәсәй Юстиция министрлығының 200 йыллығы иҫтәлегенә», «Суд приставтары федераль хеҙмәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн», «Суд приставтары федераль хеҙмәтенә 10 йыл», III, II һәм I дәрәжә «Хеҙмәт өсөн», «Ҡаҙаныштар өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары, шулай уҡ исемле хәрби ҡорал менән бүләкләнгән[3][2];
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы;
- Башҡортостан Республикаһы Президентының Почёт грамотаһы;
- Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Почёт грамоталары, Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы;
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте;
- Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесенең Рәхмәте.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Байгускаров Зариф Закирович// Официальный сайт Государственной Думы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 23 август 2017 года.
- ↑ 1 2 3 4 Байгускаров, Зариф Закирович. ИА ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 21 февраль 2018 года.
- ↑ 1 2 Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в республике Башкортостан». personarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 26 сентябрь 2021 года.
- ↑ В Башкирии единороссы проиграли лишь в одном из шести одномандатных округов. ufa.mk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 29 сентябрь 2021 года.
- ↑ Глава Башкирии подписал указ о награждении Зарифа Байгускарова орденом Салавата Юлаева. ИА «Башинформ» (30 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 16 декабрь 2024 года.
- ↑ 1 2 Байгускаров Зариф Закирович. Штаба общественной поддержки «Единой России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2026.
- ↑ Константин Лысяков. Госдума рассмотрела законопроект о сборе валежника. Сайт «lenta.ru» (21 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 22 ноябрь 2024 года.
- ↑ Лариса Верченко. Депутат Байгускаров указал на проблему рекультивации заброшенных карьеров. Парламентская газета (17 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 23 февраль 2025 года.
- ↑ Объекты законотворчества: Система обеспечения законодательной деятельности. sozd.duma.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 26 сентябрь 2019 года.
- ↑ Official Journal of the European Union L 042I. COUNCIL REGULATION (EU) 2022/259. — 2022. — ISSN 1977-0677. Архивировано 4 октябрь 2025 года.
- ↑ U.S. Treasury Sanctions Russia’s Defense-Industrial Base, the Russian Duma and Its Members, and Sberbank CEO. U.S. DEPARTMENT OF THE TREASURY. Архивировано 28 сентябрь 2025 года.
- ↑ Байгускаров | Сведения о доходах за 2020 год. ГОСУДАРСТВЕННАЯ ДУМА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.