Хәкимов Миҙхәт Ғайнан улы
Хәкимов Миҙхәт Ғайнан улы (рус. Хакимов Мидхат Гайнанович; 25 февраль 1940 йыл — 2 октябрь 2024 йыл) — комсомол, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1998). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1990), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт Думаһының (2000) Почёт грамоталары, ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «За активную работу в комсомоле» почёт билдәһе (1968) менән бүләкләнеүсе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1989). Ауырғазы районының (2005) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
Биографияһы
Миҙхәт Ғайнан улы Хәкимов 1940 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының [1]Ауырғазы районы Түбәнге Ләкәнде ауылында тыуған[2].
Юғары белемле: 1974 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен[3] тамамлаған[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• «Почёт Билдәһе» ордены (1989)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: энцциклопедия. Персоналии: Хакимов Мидхат Гайнанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 октябрь 2024)
- ↑ Хәҙер Урал идара итеү институты — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының филиалы
Һылтанмалар
• Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: энцциклопедия. Персоналии: Хакимов Мидхат Гайнанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 октябрь 2024)