Ауырғазы районы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауырғазы районы
Флаг[d]
Flag of Aurgazinsky rayon.svgCoat of Arms of Aurgazy rayon (Bashkortostan).svg
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы[1]
Майҙаны
  • 2014 км²
Административ үҙәк Талбазы[2]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Дәүләт
Сиктәш Ҡырмыҫҡалы районы, Ғафури районы, Стәрлетамаҡ районы, Әлшәй районы и Дәүләкән районы
Рәсми сайт aurgazy.bashkortostan.ru (рус.)
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00
Атамаһы Ауырғаҙы районы
Код КЛАДР 0200500000000
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 205 метр
Рәсем
Халыҡ һаны
Урынлашыу картаһы
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Ауырғазы районы — Өфөнән 80 км көньяҡта, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең яҡшы үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2014 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 47,2; 1989 — 39,1; 1995 — 38,8; 2010 — 30,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 19 кеше. Күпселеге татарҙар, сыуаштар, башҡорттар. Район үҙәге — Талбаҙы ауылында — 11,6 мең кеше (1994) йәшәй.

Ер өҫтө формалары убалы ҡалҡыулыҡтарҙан тора, ныҡ карсланған . Климаты континенталь һәм уртаса дымлы. Район територияһы аша Өршәк һәм Ауырғазы йылғалары аға. Имән, ҡайын ҡатыш имән, йүкә һәм уҫаҡ урмандары район майҙанының 17 % биләй, ҡалҡыулыҡтарҙа һирәк-һаяҡ утрау булып үҫә.

Район ерендәге тупраҡ һелтеһеҙләнгән, карбонатлы, һоро урман һәм ғәҙәти ҡара тупраҡлы.

Районда нефть ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Өршәк, Талбаҙы, Ибрай, Черниговка, Добровольный), кирбес сеймалы (Софиполь һәм Суханово), балсыҡ (Дарьино, Яңы Федоровка), ҡом (ДуБашҡортостановка, Кесе ИБашҡортостанай), гипс, эзбизташ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Түбәнге Ләкәнде), агрономик рудалар (Яңы Төрөмбәт һәм Иҫке Ҡарамалы) запасы бар. Ауырғазы районы нигеҙҙә, — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы ерҙәре (121 мең га) бөтөн Район майҙаныныңның 72% биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 103 мең га. ауыл хужалығы предприятиелары бойҙай, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт-ит малы, сусҡа, һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан.

Нефть ятҡылыҡтарын “Ишембайнефть”, “Өфөнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары үҙләштерә. Талбаҙыла ҡатнаш мал аҙығы һәм кирбес заводтары, аҙыҡ-түлек комбынаты эшләй; ауыл хужалығы техникаһы Талбаҙыла һәм Ишлелә ремонтлана.

Район територияһын төньяҡтан көньяҡҡа Өфө—Күмертау—Ырымбур тимер һәм автомобиль юлдары, Көнбайыштан көнсығышҡа Дәүләкән—Талбаҙы—Красноусол автомобиль юлы киҫеп үтә. Район эсендә Куйбышев тимер юлының Дарьино һәм Нуғаҙаҡ тимер юл станциялары урынлашҡан.

Социаль–мәҙәни өлкә

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Районда 66 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 33 урта мәктәп, Ауырғазы һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 63 клуб, 1 үҙәк район һәм 4 участка дауаханаһы, Талбаҙы ауылыда тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урыҫ, татар һәм сыуаш телдәрендә “Путь Родины” — “Ватан юлы” — “Сершыв ҫүле” район гәзиттәре сыға.

Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 56 966 [4][5]
1959 51 989 [6][5]
1970 55 076 [7][5]
1979 47 327 [8][5]
1989 38 962 [9][5]
Йыл Халыҡ һаны
2002 38 996 [10][5]
2008 37 755 [11]
2009 37 379 [12]
2010 36 970 [13][14]
2012 36 226 [15]
Йыл Халыҡ һаны
2013 35 609 [16]
2014 35 035 [17]
2015 34 141 [18]
2016 33 721 [19]
2017 33 358 [20]
Йыл Халыҡ һаны
2019 32 366 [21]
2021 31 446 [3]

Социалистик Хеҙмәт Геройы Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы (12.05.1929—21.03.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1974 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе аппратсыһы. КПСС-тың XXIV съезы һәм СССР профсоюздарының XIV съезы делегаты, РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Салауат ҡалаһының өс саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР-ҙың санитария оборонаһы отличнигы (1983). Семёнкин ауылынан.


Фәрит Богданов (7.10.1932—12.03.2001), драматург. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). Солтанморат ауылынан. • Дьяконова Мария Ивановна (14.11.1918—2.04.2005), табип, медицина эшмәкәре. 1961—1974 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы медицина хеҙмәте капитаны. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1991). Талбазы ауылынан[22].
Зифа Нагаева (1.03.1956), йырсы, шағир, композитор, радио тапшырыуҙар алып барыусы (1996—2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), райондың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2006), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011). Иҫке Этекәй ауылынан.
Ишемғолов Марат Баязит улы (29.08.1948—24.09.2013), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2001—2013 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Райондың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011). Ғүмәр ауылынан[23].
Малахов Михаил Андреевич (20.10.1923—6.11.1988), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, айырым сапер батальонының сапер-разведчигы, гвардия ефрейторы. Дан орденының тулы кавалеры. Болотин ауылынан.
Никитин Николай Моисеевич (19.12.1926—14.10.2008), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Мәнеү ауылынан.
Николаев Василий Васильевич (11.02.1939—28.06.2007), ғалим-инженер‑механик, сәнәғәт эшмәкәре. 1989—2002 йылдарҙа Ленин орденлы «Оренбургазпром» берекмәһененең начальнигы һәм генераль директоры. Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы академигы (2001). Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), СССР-ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989). Ике тапҡыр Сыуашстандың Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006). Почёт ордены кавалеры (1996). Райондың почётлы гражданы (2000). Сыуаш-Ҡарамалы ауылынан.
Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (25.7.1908—18.06.1971), инженер-электрик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958). Октябрь Революцияһы (1971), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары кавалеры. Мөҡсин ауылынан[24].
Рәхимов Рөстәм Хәлим улы (6.10.1937) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Стәрлетамаҡтағы «Каучук» йәмғиәтенең 1983—2000 йылдарҙағы директоры һәм генераль директоры (1992). Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1999—2003). Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016). Иҫке Әпсәләм ауылынан[25].
Семёнов Александр Сергеевич (18.09.1933), мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1976—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы 48-се һөнәри училище директоры, 1998—2000 йылдарҙа ҡаланың ветерандар Советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996). Берёзовка ауылынан.
Сөләймәнов Рим Солтан улы (3.01.1949), ғалим-нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1986—2012 йылдарҙа «Газпром добыча Уренгой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Рәсәйҙең Тау академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998), СССР-ҙың газ сәнәғәте (1984) һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998). СССР-ҙың Дәүләт (1987), Ленин комсомолы премиялары (1981) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) һәм Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1996) ордендары кавалеры. Яңы Ҡарамалы ауылынан[26].

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  5. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  6. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  8. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  9. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  10. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  11. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  12. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  13. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  14. Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  15. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  16. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  17. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  18. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  19. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  20. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  21. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  22. Официальный сайт движения «Бесмертный полк». Дьяконова Мария Ивановна(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2018)
  23. Ушел из жизни глава администрации Аургазинского района Марат Ишемгулов. ИА «Башинформ», 25 сентября 2013 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 август 2018)
  24. Башҡорт энциклопедияһы — Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2018)
  25. Энциклопедия Урала — Рахимов Рустам Халимович 2019 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2017)
  26. Башҡорт энциклопедияһы — Сөләймәнов Рим Солтан улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2018)


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.