Ташлыкүл (Ауырғазы районы)

Ташлыкүл (рус. Ташлыкуль) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 250 кеше[2]. Почта индексы — 453486, ОКАТО коды — 80205819006.

Тарихы

Ташлыкүл ауылына V рәүизгә тиклем бер нисә йыл элек, 1786 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ өйәҙҙең Бишҡайын ауылынан сыуаштарҙың 10 ғаиләһе нигеҙ һала. Һуңғараҡ бында Нуғаҙаҡ, Филипповка ауылдарынан кешеләр күсенеп ултыра[3], 1795 йылда 53 кеше иҫәпкә алынған, 1811 йылда унда 140 кеше йәшәгән, 1865 йылда 50 йортта — 347 кеше. Игенселек, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 250 120 130 48,0 52,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — сыуаштар (92 %) йәшәй[5].

Географик урыны

Ауырғазы йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәбәс): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 24 км[6]

Урамдары

  • Иҫке урам (рус. Старая улица)
  • Комаров урамы (рус. улица Комарова)[7]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 57. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Ташлыкүл (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. улицы. д.Ташлыкуль

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә