Сөләймән (Ауырғазы районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сөләймән
54°06′20″ с. ш. 56°12′20″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ауырғазы районы
Ауыл советы Нуғаҙаҡ
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453499
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 205 828 006
ОКТМО коды 80 605 428 126
Показать/скрыть карты
Сөләймән (Ауырғазы районы) (Рәсәй)
Сөләймән
Сөләймән (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сөләймән

Сөләймән (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 40 кеше[2]. Почта индексы — 453499, ОКАТО коды — 80205828006.

Сөләймән ауылы Бишауыл-Табын улусына ҡарай. XIX быуатта ауылда 12 йортта 61 кеше иҫәпләнгән. Ун туғыҙынсы быуаттың тәүге яртыһында йорттар һәм халыҡ һаны үҙгәрмәй тиерлек. 1850 йылда 9 йортта 90 кеше йәшәгән. Сөләймән ауылына нигеҙ һалыусының улдарының исемдәре билдәле. Уларҙың өлкәне Иманбай Сөләймәнов (1736—1818) оҙон ғүмерле була, Имәнбайҙың улының, 1760 йылғы Әбделвәғәптең улдары бик күп булған: Әбдрәхим, Мөхәмәтҡол, Фәйзулла, Хәйрулла, Хәйбулла, Сәйфулла.

1842 йылда 77 кешегә 72 бот ужым, 112 бот яҙғы иген сәселә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 34 14 20 41,2 58,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 27 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татар Нуғаҙағы): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Тюкунь): 6 км
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)[5]

Ҫалпы тауы[6]