Туҡай (Ауырғазы районы)

Туҡай (рус. Тукаево) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 547 кеше[1]. Почта индексы — 453489, ОКАТО коды — 80205852001.

Тарихы

Туҡай ауылы сығанаҡтар буйынса XVIII быуаттың 20-се йылдарынан билдәле. Башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр бергә йәшәгән. Типтәрҙәр 1783 йылда — 72 кеше, 12 йылдан һуң 58 кеше булған. Мишәрҙәр 54 йортта 340 кеше иҫәпләнгән (1795 йылда). 39 йылдан һуң мишәрҙәр 694 кеше теркәлгән. Уларҙың күбеһе Өршәк-Мең улусының аҫаба башҡорттарынан һатып алынған ерҙә йәшәгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡаҙна ерҙәрен эшкәрткән[2].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 547 265 282 48,4 51,6
Милли составы

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда йәшәүселәрҙең 76 процентын татарҙар тәшкил итә[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 26 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 50 км

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Я.Чанышев урамы (рус. улица Я. Чанышева)[4]

Билдәле шәхестәре

  • Чанышев Яҡуп Йыһангир улы (27.02.1892—06.11.1987), хәрби хеҙмәткәр. Генерал-лейтенант (1944). 4-се дәрәжә Георгий тәреһе, ике Ленин (1945, 1945), дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1944, 1945, 1947), 2-се дәрәжә Суворов (1944), 1-се дәрәжә Кутузов (1944), Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1923), һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1967, 1968) ордендары кавалеры.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә