Никольский (Ауырғазы районы)

Никольский (рус. Никольское) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 18 кеше[2]. Почта индексы — 453488, ОКАТО коды — 80205813002.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Исмәғил): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 44 км

Тарихы

Ауыл Исмәғил ауыл Советына ҡарай. 1850 йылда алпауыт, титуляр советник Петр Сергеевҡа ҡараған, шуға күрә ауыл халыҡ телендә Сергеевка тип аталған. Шишмә янында урынлашҡан һәм район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 25 км алыҫлыҡта булған. 1891 йылдан сиркәү булған, совет заманында ауыл советы администрацияһы, колхоз, мәктәп була. 1930 йылға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙенең Меркет-Мең улусына инә. 1956 йылға тиклем Быҙауяҙ районы составында була[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 18 9 9 50,0 50,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - урыҫтар (95 %)[4].

Урамдары

  • Владимиров урамы (рус. улица Владимирова)
  • Горшков урамы (рус. улица Горшкова)[5]

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә