Утаркүл

Утаркүл (рус. Утаркуль) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[2]. Почта индексы — 453486, ОКАТО коды — 80205819008.

Тарихы

Ауылға XX быуаттың 20-се йылдар аҙағында Ташлыкүл ауылынан күскенселәр нигеҙ һала[3]. Нигеҙ һалыусы — Васильев Семён Иванович

Ауыл тораҡ пунктының ауыл статусын ҡасаба Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусының үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙең күсерелеүе менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында», 211-з һанлы Законына ярашлы ала, ст.1:

6. Тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

5) Ауырғазы районында:…

я14) Кәбәс ауыл Советы Утаркүл ҡасабаһының

Этимологияһы

Ауылдың исеме «утар» һәм «күл» һүҙенән алынған[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 68 40 28 58,8 41,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — сыуаштар (81  %)[5].

Географик урыны

Ауыл Утаркүл күле буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 11 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәбәч): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 25 км[6].

Урамдары

  • Урман урамы (рус. улица Лесная)[7]

Видеояҙмаларҙа

  • озеро Утаркуль[8]
  • Утаркуль[9]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Генеалогия и архивы. Утаркуль
  4. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 40. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. улицы д.Утаркуль
  8. YouTube сайтында Видео
  9. YouTube сайтында Видео

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә