Яңы Сылатҡан

Яңы Сылатҡан (рус. Новочелатканово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 59 кеше[2]. Почта индексы — 453485, ОКАТО коды — 80205872003.

Тарихы

Сылатҡан ауылы 1782 йылда 20 сыуаш кешеһенән торған яңы ауыл була. 1810 йылда Бәләбәй өйәҙе Николевка-Суйынсы ауылынан яңы суҡындырылған сыуаштар күсенә. Шул саҡта шулай уҡ Түбәнге Новгород губернаһы Сергач өйәҙенең Ключищи ауылынан 12 яһаҡлы татар килеп төпләнә. 1920 йылда Стәрлетамаҡ кантоны Меркет-Мең улусының Сылатҡан ауылы икенсе исем — Иҫке Ҡарамалы исеме менән күрһәтелә. Ул саҡта Сылатҡанда 75 йортта 325 сыуаш иҫәпләнә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 59 28 31 47,5 52,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, милләттең күпселеге - сыуаштар (65%), татарҙар -(31%)[4].

Географик урыны

Урамдар

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Күл урамы (рус. Озерная улица )
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит

Йүкә күле

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә