Яңы Атйетәр

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Атйетәр
Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылы.jpg
53°59′55″ с. ш. 56°02′41″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ауырғазы районы
Ауыл советы Батыр
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Милли составы татарҙар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453483
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 205 804 006
ОКТМО коды 80 605 404 126
Показать/скрыть карты
Яңы Атйетәр (Рәсәй)
Яңы Атйетәр
Яңы Атйетәр (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Атйетәр

Яңы Атйетәр (рус. Новоадзитарово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 372 кеше[2]. Почта индексы — 453483, ОКАТО коды — 80205804006.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Көйәҙебаш): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 15 км

Атйетәр ауылы Меркет-Мең улусы аҫабалары ерендә 1746 йылғы килешеү буйынса яһаҡлы татарҙар һәм 1747 йылғы килешеү буйынса типтәрҙәр тарафынан нигеҙ һалына. Башта Ҡунаҡҡол Атйетәров етәкселегендә 5 йорт була. Яңы ауыл уның атаһының исемен йөрөтә. Татарҙарҙы индереү 1758 йылдың 13 июнендә Өфө провинциаль канцелярияһы указы менән раҫлана. Шул саҡта уҡ бында тағы яһаҡлы татарҙарҙың 19 йорто күсенә. Мишәрҙәр бында 1813 йылдан башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәрҙә йәшәй. Татарҙар керҙәшлек өсөн аҫаба башҡорттарға йыл һайын 30-шар һыуһар түләгән. Күсенгәндә һәр йорт бер тапҡыр 7-шәр һум аҡса түләгән. 1816 йылда 34 йортта 300 мишәр йәшәгән. 18 йылдан һуң уларҙың һаны 500 кешегә еткән. Типтәрҙәр 1783 йылда — 206, 12 йылдан һуң 257 кеше иҫәпләнгән. VIII ревизия 1834 йылда 568 типтәрҙе асыҡлаған. Мәсет һәм училище булған[3].

Яңы Атйетәр ауылы халҡының бер өлөшө төп ауылдан айырылып сыҡҡас барлыҡҡа килә. 1795 йылда унда 5 типтәр иҫәпләнгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мөгәзәй булған. 1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 2 мөгәзәй теркәлгән[4]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 877
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 647
1959 йыл 15 ғинуар 562
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 452
2002 йыл 9 октябрь 407
2010 йыл 14 октябрь 372 173 199 46,5 53,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • 1 Май урамы (рус. улица 1 Мая)
  • Ғ.Туҡай урамы (рус. улица Г.Тукая)
  • Киров урамы (рус. улица Кирова)
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
  • Пушкин урам (рус. улица Пушкина)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]