Яңы Ҡарамалы (Ауырғазы районы)

Яңы Ҡарамалы (рус. Новые Карамалы) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 392 кеше булған[2]. Почта индексы — 453490, ОКАТО коды — 80205831005.

Географик урыны

Ауырғазы йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ауылға 1742 йылда Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ даруғаның Ҡарамалы (хәҙер Иҫке Ҡарамалы ауылы) һәм Ҡарамалыбаш ауылдарының яһаҡлы татарҙары керҙәшлек килешеүе буйынса Ауырғазы‑Ҡарамалы исеме менән нигеҙ һала[4]. Яңы Ҡарамалы ауылы йылға исеме буйынса Ауырғазы тип тә йөрөтөлгән. 1783 йылда 155 типтәр иҫәпләнгән. X рәүиз ваҡытына улар 821 кеше була. XX быуат башына 240 йортта 1496 типтәр йәшәй. Яңы Ҡарамалыла улус идаралығы урынлаша. Ике ауыл да Меркет-Мең улусының аҫаба башҡорттары ерендә барлыҡҡа килә, унда керҙәш типтәрҙәр йәшәй[5]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, һыу тирмәне иҫәпкә алынған. 1930—32 йылдарҙа Яңы Ҡар(а)малы районының административ үҙәге булған[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1988
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1291
1959 йыл 15 ғинуар 703
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 426
2002 йыл 9 октябрь 439
2010 йыл 14 октябрь 392 170 222 43,4 56,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (93 %)[6].

Урамдары

  • Көнсығыш урам (рус. Восточная улица)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Матросов урамы (рус. улица Матросова)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[7]

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. 1 2 Яңы Ҡарамалы (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 56. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Госсправка сайтында урамдар исеме
  8. Ғимаҙиев Үзбәк Ибраһим улы
  9. http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/10286-m-l-kov-linur-m-kh-rr-m-uly 2019 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм улы] (Тикшерелеү көнө: 23 октябрь 2019)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Сурағолова Зилә Солтан ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2019)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә