13 август
13 август — рәсми календарь буйынса йылдың 225-се (кәбисә йылында 226-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 140 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Бөтә донъя һулаҡайҙар көнө.
- Осрашыуҙар көнө.
- Шаулаусы ҡабырсаҡтар көнө.
Тунис: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Һиндостан: Патриоттар көнө.
- 1735: Минзәлә ҡәлғәһендә Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу буйынса Башҡорт эштәре комиссияһы эшләй башлай.
- 1899: АҠШ-та телефон-автоматҡа патент алына.
тулы исемлек
- 1913: Англияла тәүге тапҡыр тутыҡмай торған ҡорос ҡоялар.
- 1932: Италияла ҡыҫҡа тулҡынлы радио уңышлы һынау үтә.
- 1941: Бөрө тегеү фабрикаһы эш башлай.
- 1956: Башҡортостан төҙөлөш комплексының ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты — «БашНИИстрой» ойошторола.
- 1961: Германия Демократик Республикаһы Көнбайыш һәм Көнсығыш Берлин араһындағы сикте яба.
- 1990: СССР Президенты М. С. Горбачёв «20-50 йылдарҙағы барлыҡ сәйәси золом ҡорбандарының хоҡуҡтарын тергеҙеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуя.
- 1999: Учалы ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының филиалы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Брадис Елизавета Модестовна (1900—5.05.1975), геоботаник-ғалим. Биология фәндәре докторы (1952), профессор. Рус телендәге «Определитель высших растений Башкирской АССР» белешмә китабын төҙөүселәрҙең береһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Баширова Зинаида Дмитриевна (1935), педагог. 1977—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡтың 23-сө урта мәктәбе (хәҙер 2-се гимназия) директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Ғосманов Үзбәк Ғосман улы (1935—25.09.2016), иҡтисадсы-ғалим. 1965 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре, 1968 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1971 йылдан — сектор мөдире; 1989–1997 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы иҡтисады кафедраһы мөдире. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы (1991), иҡтисад фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған фән эшмәкәре. М. И. Тоҡомбәтов исемендәге премия лауреаты. Дуҫлыҡ (2006) һәм Салауат Юлаев (2015) ордендары кавалеры.
- Мазин Михаил Григорьевич (1935), партия һәм хужалыҡ органдары . Халыҡ депутаттарының Ейәнсура район Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Вәлиуллин Рим Шәйҙулла улы (1945), спортсы, тренер. 1969—2006 йылдарҙа Өфөләге «Нефтсе» спорт комбинаты, бер үк ваҡытта 1974—1976 йылдарҙа һәм 1980 йылда СССР һәм 1974—1976 һәм 1980—1981 йылдарҙа РСФСР йыйылма командалары тренеры. Бокс буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975) һәм республика категорияһындағы судья (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөғәллимов Фәнзил Мәүләүи улы (1950), ғалим-инженер-электромеханик. 1993 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1994—1996 йылдарҙа Үткәргес торба системаларын диагностикалау үҙәге директоры, 2003—2004 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2002 йылдан «Востокнефтегаз» фәнни техник фирмаһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2000). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Яҡуп ауылынан.
- Әмирханов Сәлихйән Шәрифйән улы (1950), музыкант, педагог, Нефтекама ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәкимов Әбүбәкер Һаҙый улы (1926—3.10.2003), ғалим-иҡтисадсы. 1964—1996 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966 йылдан декан урынбаҫары, 1967—1982 йылдарҙа декан, 1983—1986 йылдарҙа директор. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районы Араҡай ауылынан.
- Сидинкина Нина Ивановна (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһы 114-се мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Сырчин Анатолий Константинович (1941), спорт ветераны, тренер. Парашют спорты буйынса РСФСР-ҙың абсолют чемпионы (1964), СССР (1963–1965), Хәрби-Һауа көстәре һәм СССР Ҡораллы көстәре (1970–1976) чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), спорт мастеры (1961) һәм почётлы спорт мастеры (1967), халыҡ-ара (1988) һәм Бөтә Союз (1976) категорияларындағы судья. Ҡыҙыл Йондоҙ (1985) һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәмсетдинов Миңләхәт Әсғәт улы (1946–14.01.2011), ғалим-физик. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан теоретик физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). К. П. Краузе исемендәге премия лауреаты (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рогалёв Пётр Леонтьевич (1912—5.03.1988), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы командиры. 1959—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары, Башҡорт АССР-ының бишенсе (1959—19632) һәм алтынсы (1963—1967) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғимранов Мансур Ғимран улы (1917—8.01.2009), ғалим-микробиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1984 йылдарҙа микробиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Октябрь Революцияһы (1976), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Шакиров Ишмырҙа Шакир улы (1927—13.10.2013), малсы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Оҙонгүл ауылынан.
- Здрогов Юрий Николаевич (1932—13.07.2010), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1953—1993 йылдарҙа Әбйәлил районы Гусев урта мәктәбе уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе, 1965—1975 йылдарҙа — мәктәп директоры. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), райондың Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (2000). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ҡаҙаҡбаев Фәтих Мөхәмәтйән улы (1957), ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1981 йылдан Хәйбулла районы «Сельхозтехника» берекмәһенең һәм район ремонт-техник предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1985—1989 йылдарҙа — директоры; 1989—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1992 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1993 йылдан — район хакимиәте башлығы; 2001—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997). Хәйбулла районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән ошо райондың Һаҡмар Наҙарғол ауылынан.
- Миңлейәрова Татьяна Ивановна (1962), энергетик. 1984—2017 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең йылылыҡ менән тәьмин итеү цехы мастеры, йәмғиәттең баш энертетигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энегетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юлашев Игорь Сахиевич (1938—8.02.2012), урмансы-инженер. 1967—2001 йылдарҙа Туймазы тәжрибә урман хужалығы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), РСФСР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Туймазы районының почётлы гражданы. Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Хәмзин Зинур Рәхмәтулла улы (1948), хеҙмәт ветераны. 1971—2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Каустик» предприятиеһы аппаратсыһы һәм машинисы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Баҙыҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Бельтюкова Нәзирә Фәттәх ҡыҙы (1968), уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тимерәк ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Латипов Ғәкил Ильяс улы (1919—23.09.1978), педагог, мәғариф, партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Учалы, 1959 йылдан Хәйбулла район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1962 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының беренсе секретары, 1969—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 5—7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары кавалеры.
- Истамғәлин Сафа Ғәлиулла улы (1924—29.06.1992), механизатор, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1985 йылдарҙа Әбйәлил районының «Урал» совхозы тракторсыһы. СССР-ҙың 9‑сы саҡырылыш (1974-1979) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Сығышы менән ошо райондың Йәлембәт ауылынан.
тулы исемлек
- Морозов Вадим Степанович (1934—13.07.2018), инженер. 1987—1997 йылдарҙа Балаҡатай районы «Агроснаб» предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Рафиҡов Хәлим Сөнәғәт улы (1934—17.08.2017), генетик-ғалим. 1996—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты, Көнсығыш иҡтисад университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Оҙондар ауылынан.
- Мирғәсимов Феликс Мирғәриф улы (1939), иҡтисадсы, банк һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1991 йылдан «Башкирия» Агропромбанк идараһы рәйесе, 1995—2000 йылдарҙа «Социнвестбанк»тың бүлек начальнигы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Заһитова Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы (1949), педиатр-табип. 1972 йылдан Мәсетле район үҙәк дауаханаһы педиатры, баш табип урынбаҫары. 2002 йылдан Мәсетле ата-әсәһе менән балалар өсөн пульмонология шифаханаһының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986).
- Чернов Николай Васильевич (1949), табип-ғалим. 1986 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Суд-медицина экспертизаһы бюроһы һаулыҡ һаҡлау дәүләт учреждениеһы начальнигы. Медицина фәндәре кандидаты (1999). Юғары категориялы суд-медицина эксперты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1990). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2008).
- Гәрәев Станислав Урал улы (1994), хоккейсы, һаҡсы. Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2010—2012 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Юғары хоккей лигаһының көмөш призёры (2014), Братина кубогы эйәһе (2015).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1773: Юрий Федорович Лисянский, Рәсәй империяһының диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Ер шары тирәләй йөҙгән беренсе рус экспедицияһы командиры.
- 1803: Владимир Фёдорович Одоевский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, философ, кенәз, рус музыка белеменә нигеҙ һалыусы, «Московский вестник» журналын ойоштороусы.
тулы исемлек
- 1820: Джозеф Альберт Альбердингк Тим, Голландия яҙыусыһы, нәшерсе һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1860: Энни Окли, АҠШ-тың цирк артисткаһы.
- 1899: Альфред Хичкок, Британия һәм АҠШ кинорежиссёры.
- 1970: Илья Шакунов, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1970: Алан Ширер, Англия футболсыһы, Премьер-лига тарихында иң яҡшы бомбардир.
- 1975: Кейси Аффлек, АҠШ-тың театр, кино һәм телевидение актёры, «Оскар» кинопремияһы лауреаты.
- 1980: Стас Пьеха, Рәсәй йырсыһы.
- 1946: Герберт Уэллс, Англия яҙыусыһы.
- 1956: Якуб Колас, СССР яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1993: Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы, СССР-ҙың дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре.