Заһитова Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы

Заһитова Зилфира (Зимфира) Мөхәмәҙи ҡыҙы (13 август 1949 йыл) — табип, хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы табип (2007), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993)[1]. «Мәсәтле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019)[2].

Биографияһы

Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы Заһитова 1949 йылдың 13 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм 1972 йылда уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылда Мәсетле районының үҙәк дауаханаһында педиатр вазифаһында эш башлай. 2002 йылға тиклем педиатр, район үҙәк дауаханаһының баш табип урынбаҫары булып эшләй. 2002 йылдан әлегә тиклем Мәсетле ата-әсәһе мәнән балалар өсөн пульмонология шифаханаһының баш табип урынбаҫары булып эшләй.

Сығанаҡтар

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президиума Верховного Совета Республики Башкортостан от 08.06.1993 N 6-2/249г «О присвоении почетного звания „Заслуженный врач Республики Башкортостан“ работникам здравоохранения Республики»
  2. Данлыҡлы исемдәр. Мәсетле тормошо гәзите, 08.05.2019