Сатый
Сатый (рус. Сатыево) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. Сатый ауыл Советының административ үҙеге.
Географик урыны
Ауыл Өйәҙе йылғаһының ҡушылдығы Сатый йылғаһы буйында, район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта, Аксёново тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ауыл Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының убалы ерендә урынлашҡан. Ауылды ике яҡтан да урман уратып алған; ауыл аша Тимер йылғаһы аға, яҡынса 3 км алыҫлыҡта Өйәҙе йылғаһы аға. Яҡында ғына Мишәр-Тау, Урыҫбай, Бәләкәй-Тау бейеклектәре урынлашҡан[2].
Тарихы
Ауылға Нуғай даруғаһы буйындағы Иликәй-Мең улусы башҡорттарының ата-баба ерҙәрендә Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һалған, тип фаразлана. 1779 йылғы килешеүе нигеҙендә ауылға нигеҙ һалынған. Ауылға тәүге төпләнеүсе Сатый Атйетәров исеме менән аталған.
XVIII быуат аҙағында бында яҫаҡ түләүсе татарҙар (рус.)баш. ҙа иҫәпкә алынған.
1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 34 хужалыҡта 160 кеше йәшәгән. 1865 йылда 130 хужалыҡ һәм 820 кеше йәшәй. Халыҡтың төп кәсептәре малсылыҡ, игенселек, урмансылыҡ булған. Ауылда ике мәсет, мәктәп, ике тирмән булған.
1897 йылға халыҡ һаны 1196 кешегә етә. 1906 йылда ауылда ике мәсет, аҙыҡ-түлек магазины, тауар магазины була. 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 322 хужалыҡта 1725 кеше йәшәгән.
Халыҡ һаны
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмтенә ярашлы, 1795 йылда 33 йортта 150 башҡорт, бер йортта 10 яҫаҡ түләүсе татар иҫәпкә алынған. 1816 йылда халыҡ һаны 144 кеше, 1834 йылда 239 кеше, 1850 йылда 337 кеше, 1859 йылда 422 ир-ат иҫәпкә алынған. 1845 йылда ауылға Стәрлетамаҡ улусынан алты башҡорт күсеп ултыра.
1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 37 ауыл хужалығында күп ҡатынлы ғаиләләр теркәлгән — 20 ике ҡатынлы һәм 3 өс ҡатынлы кеше теркәлгән. Документтарҙа Сатыевтар нәҫеленең беренсе быуын вәкилдәре лә телгә алына, улар тәүге төпләнеүсе Сатыйҙан таралғандар[4].
1870 йылға халыҡ һаны 820 кешегә етә, 1917 йылда ауылда 1722 башҡорт һәм 3 сыуаш булған. 1920 йылда 300 йортта 1483 башҡорт теркәлгән[4].
| 2002 | 2009 | 2010[5] | 2021 |
|---|---|---|---|
| 602 | ↗681 | ↘590 | ↗1026 |
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 590 кеше теркәлгән[6].
BDEX мәғлүмәтенә ярашлы, 2025 йылда 529 кеше йәшәгән[7].
- Этник составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса, ауылда күпселек татарҙар (80%) һәм башҡорттар (20%) йәшәй[8].
Социаль инфраструктура
Сатый ауылында түбәндәге инфаструктуралар эшләй:
- урта мәктәп;
- балалар баҡсаһы;
- беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү пункты;
- Мәҙәниәт йорто;
- китапхана;
- мәсет[3].
Билдәле шәхестәре
- Ибәтулла Ғөбәйҙуллин — 12-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
- Нафиҡов Гәрәй Абдулла улы — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы командиры. Майор. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://web.archive.org/web/20131020083342/http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/Численность+населения+по+населенным+пунктам+Республики+Башкортостан.pdf
- ↑ История. Администрация сельского поселения Сатыевский сельсовет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026.
- ↑ 1 2 Сатыево. Энциклопедия:Населённые пункты Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
- ↑ 1 2 3 Сатыево. Генеалогия и архивы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
- ↑ Численность населения по населенным пунктам Республики Башкортостан, 2010 г. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан (2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
- ↑ Население села Сатыево Миякинского района Республики Башкортостан, численность в 2026 и 2025, национальности, гендер, образование. BDEX. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026.
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
- Энциклопедии:Населённые пункты Башкортостана (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026)
- Сатыево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026)