Айыт (Миәкә районы)
Айыт (рус. Аитово) — ауыл, Миәкә районы Башҡортостан Республикаһында. Өршәкбаш-Ҡарамалы ауыл Советы составына инә.
География
Ауыл Өршәк йылғаһы буйында, район үҙәгенән көнсығышҡа табан 44 км һәм Аксёново тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 87 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
- район үҙәгенә (Ҡырғыҙ-Миәкә): 44 км,
- ауыл Советы үҙәгенә (Өршәкбаш-Ҡарамалы): 13 км,
- иң яҡын тимер юл станцияһына (Аксёново): 87 км.
Тарихы
XIX быуат башында Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары тарафынан Бәләбәй өйәҙе Илкәй-Мең (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Меркит-Мең) улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә припуск килешеүе нигеҙендә нигеҙләнгән. Тәүге тапҡыр 1816 йылда телгә алына.
Ауыл атамаһы тәүге төпләнеүсе Айыт исеменән алынған. 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса уның улдары Йолдыбай, Көмөшбай, Тимербай һәм Дәүләтбай Айытовтар, шулай уҡ уларҙың вариҫтары телгә алына. 1816 йылда ауылда 3 хужалыҡта 20 кеше йәшәгән. 1834 йылға 133 кешенең 33-ө Стәрлетамаҡ өйәҙенән, ҡалғандары Бәләбәй өйәҙенән килгән; барыһы ла припущенник категорияһына ҡараған.
1865 йылда 40 хужалыҡта 233 кеше йәшәгән. Төп шөғөлдәр — малсылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ; мәсет булған. 1897 йылда халыҡ һаны 1224 кешегә еткән. 1906 йылда ауылда бакалея кибете булған[3].
1917 йылға 92 хужалыҡта 485 кеше иҫәпләнгән, 1920 йылда — 456 кеше[4].
СССР осоронда 1933 йылда «Энгельс» колхозы ойошторола, 1935 йылда К. Маркс исемендәге колхоз тип үҙгәртелә, 1938 йылда «Коммунар» тип атала. 1950 йылдан «Ленинский путь» колхозы менән берләштерелә. Ауылда башланғыс мәктәп (Өршәкбаш-Ҡарамалы урта мәктәбенең филиалы), ауыл клубы, фельдшер-акушерлыҡ пункты булған[5].
Ауылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронтына 81 кеше киткән, шуларҙың 42-һе еңеү менән ҡайтҡан, 39-ы һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған. Ауылда һуғышта ҡатнашыусыларға обелиск ҡуйылған[6].
Бөгөнгө көндә ауылда Солтанов, Ғиләжов, Баһаутдинов, Зөбәйеров крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары (рус.)баш., Ғәлләмова К.Ф. шәхси предприятиеһы кеүек ауыл хужалығы объекттары эшләй[6].
Халҡы
Билдәле шәхестәре
- Ғилманов Урал Минулла улы (01.06.1932) — БАССР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы.[8] 371-се б.
- Кинйәбуҙов Әхиәр Хәйҙәр улы (15.08.1953) — Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.[8] 396-сы б.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 1 2 Аитово. Генеалогия и архивы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
- ↑ А.З.Асфандияров. Аитово, деревня в Миякинском районе. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
- ↑ 1 2 Айыт. Башҡортостан тораҡ пункттары энциклопедияһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
- ↑ 1 2 3 Ауыл Советы тарихы. Уршакбашкарамалы ауыл Советы хакимиәте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2026.
- ↑ Аитово Миякинский район (2019). Familio. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
- ↑ 1 2 Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 371-се б..
Һылтанмалар
- Әсфәндиәров Ә. З. Айыт (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.