Мәнәүезтамаҡ

Мәнәүезтамаҡ (рус. Менеузтамак) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 878 кеше[1]. Почта индексы — 452082, ОКАТО коды — 80244840001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 1810
1920 йыл 26 август 1793
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1944
1959 йыл 15 ғинуар 1430
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1013
2002 йыл 9 октябрь 1006
2010 йыл 14 октябрь 878 430 448 49,0 51,0

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (60 %) һәм башҡорттар (38 %) йәшәй[2].

Географик урыны

Ауыл тарихы

Мәнәүезтамаҡ ауылына типтәрҙәр нигеҙ һала. Был тарихи мәғлүмәтте Өфө провинция канцелярияһының 1746 йылдың 26 авгусындағы яҙмаһы һәм 1763 йылдың 13 майында Илекәй-Мең улусы башҡорттарының 1776 йылдың 13 майы, 1794 йылдың 24 июне, 1796 йылдың 5 февралендәге яҙмалар дәлилләй.

1795 йылдағы иҫәпләүҙәр буйынса, 50 йортта 263 типтәр (улар Мәтәүбаш, Һайран, Торонтайыш һәм Уразбахты ауылдарынан), 7 йортта - 36 хеҙмәтле татар теркәлгән.1816 йылда 372 типтәр, 35 яһаҡлы татар, 6 мишәр,1834 йылда - 420, 1870 йылда - 750, 1917 йылда - 1870 типтәр, 307 татар, 15 урыҫ,1920 йылда 1793 типтәр һәм татар иҫәпкә алынған. XIX быуаттың аҙаҡтарында 2 мәсет, 3 тирмән, 11 бакалея кибете булған. Шишәмбе көндө баҙар ойошторолған.[3]

1796 йылда керҙәшлек килешеүҙәре буйынса бында типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. Ауыл исеме гидронимдан алынған. 1795 йылда 58 йортта 300 кеше йәшәгән, 1865 йылда 120 йортта 750 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 11 кибет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 5 сауҙа кибете, 2 тимерлек, һыу тирмәне, 2 икмәкхана, мөгәзәй теркәлгән.[4]

Урамдары

  • 9 Май урамы, (рус. 9 Мая(улица))
  • Исемһеҙ тыҡрығы, (рус.  Безымянный (переулок)
  • Ғ.Туҡай урамы, (рус. Г.Тукая(улица))
  • Таулы тыҡрығы , (рус. Горный (переулок)
  • Коммунистик урамы, (рус. Коммунистическая(улица))
  • Беренсе Май урамы, (рус.  Первомайская (улица))
  • Яңы урамы, (рус. Новая(улица))
  • Пролетарҙар урамы , (рус. Пролетарская (улица)
  • Азатлыҡ урамы, (рус.  Свободы (улица))
  • Дала урамы, (рус. Степная(улица))
  • Т. Әхмәҙуллина урамы , (рус. Т.Ахмадуллина (улица))
  • Шоссе урамы , (рус. Шоссейная (улица))[5]

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә