Ҡаран-Ҡуңҡаҫ

Ҡаран-Ҡуңҡаҫ (рус. Каран-Кункас) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 407 кеше[2]. Почта индексы — 452086, ОКАТО коды — 80244829001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
512487407
Милли состав

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе буйынса, күпселек — башҡорттар (99%)[3].

Географик урыны

Ауыл тарихы

Бәләбәй өйәҙе Ил‑Күл‑Мең улусы Ҡуңҡаҫ ауылына 18 быуат аҙағында нигеҙ һалына. Хәҙерге Әлшәй районы башҡорттары нигеҙ һалған ауыл, Үрге Ҡуңҡаҫ исеме менән аталған. 19 быуат башынан 1‑се Түбән Ҡуңҡаҫ булараҡ иҫәпкә алынған. 1795 йылда 22 йортта 94 кеше йәшәгән, 1865 йылда 40 йортта 376 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет теркәлгән. 30‑сы йылдарҙан алып хәҙерге Ҡаран-Ҡуңҡаҫ исемен йөрөтә Халҡы: 1906 йыл — 576 кеше; 1920 — 682; 1939 — 453; 1959 — 440; 1989 — 328; 2002 — 512; 2010 — 407 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[5]

Урамдары

  • Ҡайынлы урамы, (рус. Березовая (улица))
  • Тыныслыҡ урамы, (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр урамы, (рус. Молодежная (улица))
  • Еңеү урамы, (рус. Победы (улица))
  • Йылға урамы, (рус. Речная (улица))
  • Мәктәп урамы, (рус. Школьная (улица))
  • Дүртөйлө урамы, (рус.  Дюртюлинская(улица)) [6]

Ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 3 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  5. Ҡаран-Ҡуңҡаҫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов(недоступная ссылка)
  7. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 ноябрь
  8. Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 342-се б..

Тема буйынса өҫтәмә