Яңы Ҡарамалы (Миәкә районы)

Яңы Ҡарамалы (рус. Новые Карамалы) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 576 кеше[2]. Почта индексы — 452083, ОКАТО коды — 80244860001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 576 272 304 47,2 52,8

Географик урыны

Ауыл тарихы

Яңы Ҡарамалыға XVIII быуат аҙағында мишәрҙәр нигеҙ һала, артабан, 1801 йылдың 6 декабрендәге килешеүгә ярашлы, башҡорттар дәүләт крәҫтиәндәре составына ингән сыуаштарға ла бында йәшәргә рөхсәт бирә.
1816 йылда бында мишәрҙәр (280 кеше) һәм сыуаштар (254 кеше) йәшәгән. 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 370 кеше сыуаш милләтенән була.
1870 йылда — 558 , 1895—1109, 1920 йылда — 1343 сыуаш милләтле халыҡ теркәлгән.[3]
Яңы Ҡарамалы ауылына Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына.Уны 1748 йылда, керҙәшлек килешеүе буйынса, мишәрҙәр һала. 1801 йылда бында сыуаш дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултыра. 1865 йылда ауылда (Ҡыҙылъяртамаҡ) 61 йортта 558 кеше йәшәгән.Халыҡ игенселек менән шөғөлләнгән. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда бында сиркәү (1883 йылда төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Халҡы: 1906 й. – 1186 кеше; 1920 – 1343; 1939 – 1310; 1959 – 977; 1989 – 705; 2002 – 658; 2010 – 576 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.[4]

Билдәле шәхестәре

  • Власов Анатолий Филиппович (1960) — медицина фәндәре кандидаты, доцент.[5]

Тема буйынса өҫтәмә