Әнәс (Миәкә районы)

Әнәс (рус. Анясево) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 921 кеше булған[2]. Почта индексы — 452095, ОКАТО коды — 80244845001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 921 456 465 49,5 50,5

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

  • Йәмилов Марат Арыҫлан улы (23.11.1938—2.11.1996), театр актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
  • Йыһаншин Әхәт Әмин улы (02.02.1957), милиция полковнигы.[3] 341-се б.
  • Йыһаншин Фаил Сафа улы (03.01.1949), «Росмясомолторг»тың атҡаҙанған хеҙмәткәре.[3] 387-се б.
  • Ҡадиров Милс Хәйбрахман улы (04.05.1941), Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. «Почет Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй кулинарҙар ассоциацияһының "Тоғролоҡ билдәһе" менән бүләкләнеүсе[3] 393-сө б.
  • Фәхретдинов Фәнил Инсап улы (1954), агроном, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2001 йылдан «Башҡортостан» машина-технологик станцияһының Миәкә филиалы директоры, 2006 йылдан «Үҙәк» (элекке «Башҡортостан») машина-технологик станцияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2004), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре.

Ауыл тарихы

Урам исемдәре

  • 1 Май урамы, (рус. 1 Мая(улица))
  • Таулы урамы, (рус.  Горная (улица)
  • Космонавтар урамы, (рус. Космонавтов(улица))
  • Урман урамы , (рус. Лесная (улица)
  • Туғай урамы, (рус. Луговая(улица))
  • Яр буйы урамы, (рус.  Набережная (улица))
  • Еңеү урамы, (рус. Победы(улица))
  • Ялан урамы , (рус. Полевая(улица)
  • Йылға урамы, (рус.  Речная (улица))
  • Яҡты урамы, (рус. Светлая(улица))
  • Үҙәк урамы , (рус. Центральная (улица))
  • Көньяҡ урамы , (рус. Южная (улица))[4]

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә