Йәмилов Марат Арыҫлан улы

Йәмилов Марат Арыҫлан улы (23 ноябрь 1938 йыл — 2 ноябрь 1996 йыл) — башҡорт театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1972) һәм халыҡ (1989) артисы.

Биографияһы

Марат Арыҫлан улы Йәмилов 1938 йылдың 23 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Әнәс ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай (педагогы Шамил Рәхмәтуллин).

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Сибай драма театрында башлай. Бында ул йөҙҙән артыҡ роль башҡара.

Ғаиләһе: ҡатыны Дилә Әхмәтфәиз ҡыҙы Билалова; улы, ҡыҙы һәм 6 ейәне. 1996 йылдың 2 ноябрендә Сибай ҡалаһында вафат була.

Театрҙағы ролдәре

Лояль («Тартюф» Мольер; дебют, 1965), Аҡмулла («Өҙөлгән моң», Кирәй Мәргән), Фәрит («Тал бөгөлә» , Ғабдулла Байбурин), Дауыт («Аҡҡош йыры», Баязит Бикбай), Гәзиз («Ҡыҙыл йондоҙ» ,Мәжит Ғафури). Салауат («Салауат. Өн аралаш ете төш» — Мостай Кәрим).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)

Һылтанмалар