Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры | |
---|---|
Эшләй башлаған | 1933 |
Урынлашҡан | Сибай |
Етәкселәре | |
Художество етәксеһе | Дамир Ғәлимов |
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры — Башҡортостандың икенсе башҡорт профессиональ театры. 1931 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында педагог-режиссёр Мәкәрим Мәһәҙиев тәрбиәләнеүселәре А. Мөбәрәков, С. Йәнбухтина, С. Бәкиев, М. Ишкәбулов, С. Сәйетов, Г. Абыҙгилдина тарафынан нигеҙләнә. Театр ойошторолоу тураһында Башҡортостан хөкүмәте ҡарары сыға. Театрҙың беренсе режиссеры һәм художество етәксеһе итеп Арыҫлан Мөбәрәков тәғәйенләнә.
1932 йылдан «Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры» тип атала.
Театр «Ҡарағол» (Дауыт Юлтый), «Һаҡмар» (Сәғит Мифтахов), «Өйләнеү» (Н. В. Гоголь), «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» (А. Н. Островский) пьессаларын сәхнәләштерә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, актерҙарҙың күбеһе, ҡулына ҡорал тотоп, ил һағына баҫа. Театр ҡатын-ҡыҙҙар Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы, Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы, Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы, Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы һәм 14 йәшлек Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы иңендә ҡала. Һуғышҡа киткән 19 кешенән тик икеһе генә әйләнеп ҡайта — Ғ. Сарбаев һәм М. Лоҡманов. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәйфулла Сарбаев бөтә ғүмерен театрға бағышлап, утыҙҙан ашыу спектакль ҡуя, сәхнәлә сағыу ролдәр башҡара.
Театр үҫешә, камиллаша һәм тамашасыға булған мөнәсәбәт, спектаклдәрҙең юғары сифаты арҡаһында Башҡортостандың иң яҡшы театрҙары рәтенә инә. 1957 йылда театр Сибай ҡалаһына күсә. Алтмышынсы йылдарҙан алып труппа составы Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусылары менән тулылана башлай.
30 йылдан ашыу (1987 йылдан) театрҙы Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) талантлы режиссёр Ғәлимов Дамир Мәзит улы етәкләй.
1991 йылда театрға СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә.
Театр тарихында сағыу спектаклдәрҙең береһе — «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы (Заһир Исмәғилев һәм Баязит Бикбай әҫәре буйынса). Ул 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә ҙур уңыш менән күрһәтелде.
Сибай сәхнәһенән ижад юлын драматургтар Наил Ғәйетбаев, Таңсулпан Ғарипова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Буранбай Исҡужин, Тамара Ғәниева һәм башҡалар башлап ебәрә.
2004 йылда театр яңы бинаға күсә.
2008 йылда СССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналы рәүештә мемориаль таҡта асылды. Тамашасыларға А. Мөбәрәков ҡуйған «Бисәкәй» спектакле курһәтелде.
Театрҙың художество етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арыҫлан Мөбәрәков, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- Ғәйфулла Сарбаев, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).
- Рафаэль Аюпов (? — 1967)
- Фәтхелислам Ғәләүетдинов (1967—1987)
- Дамир Ғәлимов (1987 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем)
Репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Репертуарҙа башҡорт, татар, урыҫ драматургтарының әҫәрҙәре.
- «Ҡарағол» (Даут Юлтый)
- «Һаҡмар» (Сәғит Мифтахов)
- «Өйләнеү» (Н. Гоголь)
- «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» һәм «Бальзаминовтың өйләнеүе» (А. Островский)
- «Ай тотолған төндә» (Мостай Кәрим)
- «Ал яулыҡлы тирәккәйем» (Сыңғыҙ Айытматов)
- «Тартюф» (Ж. Б. Мольер)
- «Шоңҡар» (Әнғәм Атнабаев)
- «Семәрле тәхет» (Илшат Йомағолов)
- «Эх, дуҫ Байтимер» (Рәлиф Кинйәбаев)
- «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме», «Бәлеш», «Буйҙаҡтар», «Әбейҙәргә ни етмәй», «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы» драмаһы, "Һөйөү сәғәте һуҡҡанда"музыкаль комедияһы (Флорид Бүләков)
- «Төн» трагедияһы (Наил Ғәйетбай)
- «Тамарис» трагедияһы (Тамара Ғәниева)
- «Тәңкәбикә» драмаһы, «Китмәгеҙ, торналар!», «Төштәге йыр» (Таңсулпан Ғарипова]])
- «Хыялый» трагикомедияһы, «Яҙмыш ғазаптары» мелодрамаһы ([Салауат Әбүзәров]])
- «Берҙән-берем» комедияһы (Әнисә Яхина)
- «Алтынсэс» әкиәте (Н. Воронов)
- «Күңел моңо» (Аманулла)
- «Ай сонатаһы» (Туфан Миңнуллин)
- «Мираҫ» (Ғ. Ҡәйүм)
- «Мөхәббәт күле» комедияһы (Мөҙәрис Багаев)
- «Әйҙә өйләнәйек» комедияһы (Э. Яғүҙин)
- «Әүлиә» драмаһы (Лира Яҡшыбаева)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайты 2012 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған.
- Салауат театры сайтында Сибай театры тураһында 2011 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.
- Сибай ҡала округының рәсми сайты.