Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы

Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (рус. Аниса́ Алтынтиме́ровна Я́хина1952 йылдың 11 майы, Табылды, Башҡорт АССР-ы) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ жанры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Биографияһы

1952 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Табылды ауылында тыуған[1].

1976 йылда Өфө циркы ҡарамағындағы Башҡорт цирк студияһын, ә 1989 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын (Ғ. Ғ. Ғиләжев класын) тамамлай.

1970 йылдан — Башҡорт ҡурсаҡ театры актрисаһы, 1974 йылдан — Өфө циркының Башҡорт цирк коллективы артисткаһы[1].

1976—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында сәхнә теле артисткаһы булып эшләй — филармония һәм республика кимәлендәге концерт сараларын алып бара, эстрадала һәм музыкаль‑әҙәби лекторийҙа (рус.)баш. сығыш яһай[1][2].

2002—2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының сәнғәт бүлеге етәксеһе була.

2005 йылдан 2008 йылға тиклем — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 2008 йылдан 2011 йылға тиклем — сәхнә теле буйынса репетитор (рус.)баш.[2].

2011—2016 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның ярҙамсыһы[2].

Шулай уҡ 2011—2014 йылдарҙа Өфөләге «Мираҫ» хәйриә фонды директоры[1].

Ижады

Артистка репертуарында түбәндәге әҙәби‑музыкаль программалар урын алған:

  • «Табыныу» — Р. Й. Ғариповтың шул исемдәге поэмаһы буйынса, С. А. Низаметдинов музыкаһы, Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры оҙатыуында;
  • «Мәңгелек йән — моң икән» — Р. Ә. Солтангәрәеваның шиғырҙары һәм ҡобайырҙары буйынса (башҡ.);
  • «Һин ашыҡма, ҡояш» — Р. Й. Ғарипов шиғырҙары буйынса (башҡ.);
  • «Мин яратам һине, тормош!» — Р. Й. Ғарипов шиғырҙары буйынса (башҡ.);
  • «Халҡыма хат» — Р. Т. Бикбаевтың шул исемдәге поэмаһы буйынса (башҡ.);
  • шулай уҡ Ә. Ҡ. Атнабаев, З. Ә. Биишева, М. Кәрим, З. С. Ҡотлогилдина, Н. Нәжми, Р. Ә. Сафин, А. Ә. Таһирова, Г. Юнысова, Г. М. Яҡупова һәм башҡалар әҫәрҙәре буйынса программалар[1].

1987 йылда Мәскәүҙә Башҡорт АССР-ы мәҙәниәте көндәрендә, 1989 йылда Татар АССР-ында (Ҡазан) Башҡорт АССР-ы әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, 1996 йылда Ырымбур өлкәһендә (Ырымбур) Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә, 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә ҡатнаша[1].

СССР, Рәсәй, Эстония, Ҡаҙағстан, Испания (1996) һәм Польша буйлап гастролдәрҙә була[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Г. А. Ишкинина. Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 1 2 3 4 5 Поздравляем с юбилеем! Башкирская государственная филармония (11 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.