Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия милли симфоник оркестры

Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия милли симфоник оркестры — Өфөлә 1992 йылда эшләй башлай. Коллективҡа Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан ҡалаларының юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш музыканттар йәлеп ителә.

Бөгөнгө көндә был — юғары профессиональ оркестр. Уның һәр сығышын халыҡ көтөп ала. Рәсәй, сит ил музыканттары килеп был оркестрҙа уйнау мөмкинлеге ала. Әйтәйек, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, профессор Рауил Мартынов, АҠШ-тың Теннесси штатынан симфоник оркестрҙың баш дирижеры Джон Додсон, Амстердамдан (Нидерланд) Александр Вакульский һәм шулай уҡ Ҡазан, Мәскәү ҡалаларынан байтаҡ ҡына музыканттар килеп уйнай. Уларҙың һәр береһе оркестрҙа уйнаусыларҙың юғары оҫталығын билдәләйҙәр. Оркестр башҡорт, урыҫ, сит ил композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2023 йылдың 12 июлендәге 412-се Ҡарары менән оркестрға «Академия» исеме бирелде[1].

Иҫкәрмәләр