Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры (рус. Башкирский государственный театр кукол) — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе.

Тарихы

Театр 1932 йылдың 5 февралендә асыла[1]. Тәүҙә ваҡытлы майҙансыҡтарҙа эшләйҙәр. беренсе директоры һәм режиссёры М. Н. Елгаштина була, иң беренсе «Шалҡан тураһында әкиәт» спектакле ҡуйыла.

undefined

Театрҙа рус һәм башҡорт төркөмдәре ойошторола. Рус труппаһында артистар А. Пентегова, Т. Постникова, М. Артемьева, Г. Зорин, Л. Визарова, башҡорт труппаһында Г. Мансурова етәкселегендә Р. Вәлиева, М. Хәмзина, Х. Хәмзин, С. Әхтәмова, М. Мөстәҡимов һәм башҡалар эшләй. Башҡорт төркөмө күсмә төркөм булараҡ эшләй. Труппа репертуарында агитация-пропаганда пьесалары: Ю. А. Гауш һәм Б. Павловскийҙың «Негритёнок Том»; Елгаштинаның: «Санитарная бригада», «К Ленину», «Марфушкин букварь», «Весенняя посевная» пьесалары, «Петрушка — физкультурник», «Петрушка на отдыхе» миниатюры өҫтөнлөк итә.

Директор булып В. Сидурин килгәс, театрҙың Пионерҙар йортоноң подвалында даими майҙансығы барлыҡҡа килә.

Бөйөк Ватан һуғышы

Һуғыш ваҡытында коллективтың ирҙәр составы тулыһынса тиерлек фронтҡа китә. Театр госпиталдәрҙе хеҙмәтләндереү планына индерелә. Ҡыҫҡа ваҡытта эстрада номерҙары: Л. Ленчтың «Сон Гитлера», П. Чехов буйынса «Хирургия» сценкалары, ҡурсаҡтар менән башҡорт, украин, рус, венгр бейеүҙәре ҡуйыла. 1944 йылда 10 кешенән торған бригада Карел фронтына спектаклдәр алып бара[2].

Һуғыштан һуңғы осор

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң театрҙа рәссамдар А. Стобов, ирле-ҡатынлы Волковтар, режиссёр И. Арнгольд эшләй.

1976 йылда театр хәҙерге бинаһын ала һәм эшкә яңы художество етәксеһе һәм баш режиссёр Владимир Михайлович Штейн (рус.)баш. килә. Сергей Образцов уҡыусыһы Штейндың был ваҡытта Образцов театрында «Солдат и ведьма», «Таинственный гиппопотам», «Наша Чукоккала», «Три толстяка» кеүек билдәле спектаклдәрҙе ҡуйыу тәжрибәһе була. Штейн етәкселегендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Рәсәйҙә беренселәрҙән булып үҙ репертуарына ололар өсөн спектаклдәрҙе лә индерә. Ундай постановкаларға С. Айтматовтың "Аҡ пароход"ы, Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы, «Диктаторға ат бирегеҙ» әҫәре, Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр"е, И. Штоктың «Чёртова мельница» һәм «Божественная комедия»һы, Л. Вәлиевтың «Мы сами с усами», Т. Миңнуллиндың "Әлдермештән Әлмәндәр"е инә. Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында театр «совет ҡурсаҡ театры көмбәҙендә иң сағыу, иң билдәле театр» була[3], киске ололар спектаклдәре аншлаг менән үтә[4].

undefined

Театрҙа башҡорт драматургияһын булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр, сюжеттарҙы башҡорт, рус һәм башҡа халыҡтар фольклорынан алалар («Хужа Насретдин» («Ходжа Насретдин») А. С. Фәтҡуллин). Ҡурсаҡтарҙы ирле-ҡатынлы Волковтар эшләй.

1983 йылда Владимир Штейн Мәскәүгә ҡайта.

1983—1989 йылдарҙа театрҙың баш режиссёры Павел Романович Мельниченко була[5]. Мельниченко Өфө сәнғәт институты тарихында режиссура һәм актёрлыҡ оҫталығы уҡытыусыһы вазифаһына саҡырылған беренсе сығарылыусы була. Ул театр сәнғәте өлкәһендә 80-дән ашыу белгес сығара[6]. Тап Мельниченкоға Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Рамаяна» эпосы буйынса ҡуйылған «Һинд легендаһы» спектакленең (П. Р. Мельниченко) Һиндостандың Джавахарлала Неру исемендәге халыҡ-ара тыныслыҡ премияһын алыуы менән бурыслы[7].

1991—1994 йылдарҙа һәм 2011 йылдан баш режиссёр — Айрат Әкрәм улы Әхмәтшин. Был осорҙа ҡурсаҡ театры репертуарында яңы атамалар барлыҡҡа килә, улар араһында «Сладкий пирог» (Юрий Елисеев), «Весёлые игры с Букой» (Михаил Супонин), «Клочки по закоулочкам» (Григорий Остер), «Батыр әтәс» (Наил Ғәйетбай), «Сәсән йыры» (Ғәзим Шафиҡов), «Һарнуш» һәм «Шүрәленең төнгө уйындары» (Наил Байбурин), яңы «Дюймовочка» (Ханс Кристиан Андерсен), «Кошки—мышки» (Ефим Чеповецкий), «Ночь перед Рождеством» (Николай Гоголь)[8].

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша, Монголияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә була.

undefined

Театрҙа махсус художество алымдары (битлек, тантамареска, трансформация, «ҡара кабинет»), ҡурсаҡтарҙың төрлө төрҙәре (марионетка, бирсәткә, буйлы) ҡулланыла. Сценография һәм ҡурсаҡтар эшләү менән оҫталар Байбурин, Н. Х. Бирюкова, А. С. Волков шөғөлләнә; музыкаль биҙәү өсөн Н. Ә. Дауытов, Миролюбов, А. М. Нәбиев, С. Р. Сәлмәнов яуаплы.

2022 йылда театр реставрацияға ябыла, коллектив ваҡытлыса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залына күсенә[9].

Бинаһы

2023 йылдың 23 декабрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә реконструкцияланғандан һуң тантаналы асыла.

Төп холда «Рука кукловода» тип аталған бейек түшәмдән һәленеп торған ҙур люстра ҡуйылған.

300 урынлыҡ Ҙур залда өс кимәлле сәхнә ҡуйылған.

Реконструкция сиктәрендә беренсе ҡатта 135 урынлыҡ Бәләкәй зал һәм Александр Пушкин әкиәте стилендә биҙәлгән «Алтын балыҡ» тетар кафеһы барлыҡҡа килгән. Икенсе ҡатта ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив уйын бүлмәһе асылған.

Яңыртылған тетар бинаһы башында ер шары моделе ҡуйылған, ул тәүлектең ҡараңғы ваҡытында әйләнеп, яҡтыртып тора. Бина фасады уйымдарына ҙур дәүмәлле ҡурсаҡтар урынлаштырылған, улар ҙа яҡтыртыла.

Реконструкциянан һуң бинаның дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан күберәккә артып, 2,5 квадрат метрҙан 6,4 квадрат метрға етә[10].

Галерея

Репертуары

• «Репка» спектакле;
• «По щучьему велению» спектакле;
• «Ғәлимә» спектакле;
• «Диктаторға ат бирегеҙ» спектакле;
• «Ташлама утты, Прометей!» спектакле;
• «Божественная комедия» спектакле;
• «Урал батыр» спектакле;
• «Волшебная шкатулка» спектакле;
• «Ходжа Насретдин» спектакле;
«Һоросай менән Ҡарасай» спектакле;
• «Али-баба и сорок разбойников» спектакле;
• «Маленький гном» (И. Әлмөхәмәтов);
• «Букет для мамы» (И. Әлмөхәмәтов);
• «Салауат тауышы» (С. Әлибай);
• «Айыу бабай йоҡламай» (С. Әлибай);
• «Ике һайыҫҡан» (Н. Ғәйетбаев);
• «Про Муми-дом и всех, кто в нём» (А. Баранов);
• «Сладкий пирог» (Е. Елисев);
• «Слонёнок» (Р. Киплинг);
• «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М. Кәрим);
• «Куда улетают одуванчики» (М. Кәрим);
• «Кошкин дом» (С. Маршак);
• «Три поросёнка» (С. Михалков);
• «Носорог и Жирафа» (Х. Гюнтер);
• «Тере һыу» (Ф. Әлибаева);
• «Петрушка и Колобок» (А. Заболотный);
• «По щучьему велению» (Е. Тараковская);
• «Лисёнок не хочет быть хитрым» (Б. Хәйбуллин);
• «Игра в прятки» (Н. Шувалов);
• «Вот так Репка» (И. Токмакова);
• «Клочки по закоулочкам» (Г. Остёр);
• «Светофория» (Р. Фәтихов, Б. Хәйбуллин);
• «Спичка-невеличка» (Г. Стефанов);
• «Әминбәк мажаралары» (Р. Янбулатова);
• «Тьма египетская» (М. А. Булгаков);
• «Аленький цветочек»;
• «Алиса в Стране Чудес»;
• «Большой секрет»;

«Һоросай менән Ҡарасай» спектакле

• «Буратино»;
• «Верные друзья»;
• «Вечно эта 345-я!»;
• «Вовка в заповеднике»;
• «Волк и семеро козлят»;
• «Волшебник изумрудного города»;
• «Волшебные приключения игрушек»;
• «Гадкий утёнок»;
• «Гуси-лебеди»;
• «Живи!»;
• «Знаменитый Незнайка»;
• «Алтынсәс»;
• «Золушка»;
• «История одной снежинки»;
• «Каменный гость»;
• «Коза-дереза»;
• «Кот в сапогах»;
• «Кошкин дом»;
• «Красная Шапочка»;
• «Лесная ярмарка»;
• «Етем төлкө»;
• «Любовное приключение»;
• «Малыш и Карлсон»;
• «Маша и медведь»;
• «Мелодия сердца моего»;
• «Близкий горизонт» (Мостай Кәрим);
• «Муха-Цокотуха»;
• «Носорог и жирафа»;
• «О героях былых времён»;
• «О чём поёт орнамент?»;
• «О чём поёт осень?»;
• «Озеро заколдованного коня»;
• «Почему весна красна?»;
• «Приключения белых мышей»;
• «Приключения доктора Айболита и его друзей»;
• «Русалочка»;
• «Һабантуй»;
• «Свет сказочной страны»;
• «Семь чудесных пожеланий»;
• «Сказка о царе Салтане»;
• «Слонёнок (Редьярд Киплинг)»;
• «Снеговик и солнышко»;
• «Снежная королева»;
• «Терем-теремок»;
• «Три поросёнка»;
• «Мең дә бер кисә»;
• «Удивительное путешествие во времени»;
• «Храбрая куница»;
• «Хроники путешествия Нильса»;
• «Чем пахнут одуванчики?»;
• «Что такое Новый Год?»;
• «Шесть чувств»;
• «Школа пешехода»;
• «Щелкунчик»;

Труппаһы

undefined

Айрат Әхмәтшин;
Фәтих Дәүләтбаев;
Рәмилә Ҡобағошева;
• Айгөл Бикмәтова;
• Александр Верхоземский;
• Алиса Рамаҙанова;
• Альбина Шумячер;
Антонина Заяц;
• Виктория Щербакова;
• Виталий Щербаков;
• Гүзәл Ғаффанова;
• Гүзәл Мәхамәтйәнова;
• Гөлназ Ғилманова;
• Гөлсәсәк Мөхәмәтшина;
• Дилә Муллабаева;
• Екатерина Кочурова;
• Илүзә Мөхитова;
• Ләлә Булатова;
• Марат Ғиниәтуллин;
• Марат Хәмиҙуллин;
Миңлеғаян Сафина;
• Надежда Беззубова;
• Ольга Дудка;
• Ольга Шәрәфетдинова;
• Ольга Штырляева;
• Рәсүл Лоғаманов;
• Светлана Имаметдинова;
• Татьяна Кузьменко;
• Валерий Смирнов (1983 йылда).

Директорҙары

• А. Г. Давидсон (1930 йылдар)[11];
• Е. А. Тюремнова (1940 йылдар);
• В. З. Сидурин (1956 йылдан);
• А. М. Искәндәров (1957 йылдан);
• К. Ф. Ғәҙелшин (1966 йылдан);
• Л. Р. Соболева (1968 йылдан);
• Н. М. Айыуханов (1969 йылдан);
• Р. Н. Хәлилов (1989 йылдан);
• И. Н. Әхмәҙиев (1998 йылдан);
А. Р. Сәйетов (1994—1998, 2002—2010 йылдар);
И. Р. Әлмөхәмәтов (2011—2015)[12];
• А. А. Имаметдинов (2015 йылдан — вазифа башҡарыусы, 2016 йылдан — директор)[13].

Ҡаҙаныштары

• 5-се «Карусель сказок» Халыҡ-ара фестивале дипломанты (2024, Чебоксар)[14];
• «Кугу сорта» этно-арта театрҙар электрон фестивале лауреаты (2004, Йошкар‑Ола)[11];
• «Ҡолонсаҡ» балалар өсөн спектаклдәр республика фестивале лауреаты (2001, Өфө)[11];
• Һиндостандың Джавахарлала Неру исемендәге халыҡ-ара тыныслыҡ премияһы (1988)[11];
• УНИМА Халыҡ-ара ҡурсаҡсылар ассоциацияһы дипломанты (1982, Печ ҡалаһы, Венгрия)[11];
• Азия илдәре ҡурсаҡ театрҙарының халыҡ-ара фестивале призеры (1979, Ташкент)[11];
• Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале еңеүсеһе (1978, Мәскәү)[11];
• Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы (1978)[1];
• СССР халыҡтары милли драматургияһының Бөтә Союз фестивале лауреаты (1978, Горький ҡалаһы)[11].

Проекттары

• «Рухиәт» коммерцияға ҡарамаған автоном ойошма менән берлектә «Досутпный театр» проекты. Маҡсаты — күреү һәләте насар кешеләр өсөн спектаклдәрҙе тифлокомментарийҙар менән күрһәтеү. Тифлокомментарий спектаклде һөйләп кенә ҡалмай, сәхнәлә барған күренештәрҙе, актёрҙарҙың ым-хәрәкәтен дә һүрәтләй. Проект Президент фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла[15].
• Театр блогерҙары лабораторияһы — 2025 йылдың 24-28 сентябренә планлаштырылған, «Ҡурсаҡ-фест» ҡурсаҡ театрҙарының халыҡ-ара фестивале" проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды менән берлектә ойошторған сара. Унда 14 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Талабы — көн һайын фестиваль спектаклдәрен ҡарап, улар буйынса фекер алышыуҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу һәм фестиваль тураһында контент булдырыу[16].
• «Фекер» Театр блогеры мәктәбе мәҙәни-мәғрифәт проекты (2024/2025 тетар миҙгеле). Маҡсаты — тетар мәнғәтен популярлаштырыу, тетар тураһында яҙған йәш һәләтле авторҙарҙы дәртләндереү[17].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Уральская Историческая Энциклопедия: Башкирский государственный театр кукол. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2010. Архивировано 3 декабрь 2013 года.  (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  2. Запрет на сказки и утраченная мозаика: история и архивные фото уфимского театра куколlang=ru. Сетевое издание «Уфа1.ру» (5 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  3. Борис Голдовский. Страстной бульвар Выпуск №3-143/2011. Рецензия о книге Наталии Райтаровской «Владимир Штейн. История одного театра и судьбы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2020. Архивировано 15 февраль 2019 года. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  4. Истомина Светлана. Башкирия: о ностальгии по Штейну, новом здании и отношении к религии : [арх. 19.02.2020] // u7a.ru: Медиахолдинг «Уфа-пресс». — 2014. — 24 сентябрь. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  5. Баимов Р.Н. Общественно политически и литературно художественный журнал Бельские просторы выпуск 11 — Бельские просторы , 2008. — 208 c. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2020. Архивировано 19 октябрь 2020 года. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  6. Александр Колинченко. Выдающемуся режиссёру Павлу Мельниченко исполнилось бы 70 лет. ГТРК «Башкортостан» (25 август 2017). (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  7. "Не забыть нам улыбки Павла Романовича..." Вечерняя Уфа, 14 октября 2020. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2020. Архивировано 11 август 2019 года. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  8. Народный артист Российской Федерации Айрат Ахметшин принимает поздравления с 70-летием. 04 декабря 2019. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2020. Архивировано 9 август 2020 года. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  9. В Уфе назвали сроки реконструкции театра кукол. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2022. Архивировано 9 февраль 2022 года. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  10. Азат Гиззатуллин. В Уфе открылся обновленный театр кукол. Башинформ (23 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2024. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  11. 1 2 3 4 5 6 7 8 Ф.А.Алибаева. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  12. Альмухаметов Ильмар Разинович. Сайт УГИИ имени Загира Исмагилова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  13. Назначен новый директор Башкирского театра кукол. ИА "Башинформ" (8 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  14. Башкирский государственный театр кукол завоевал награды на фестивале «Карусель сказок». Сайт МинКульта РБ (20 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025)
  15. Состоялось рабочее совщание по реализации грантового проекта. Сайт БКТ (7 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  16. Лаборатория театральных блогеров. Сайт БТК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  17. Школа театрального блогера «Фекер». Сайт БТК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә