Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы

Ҡубағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (1957 йылдың 15 декабре, Күмертау, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр актрисаһы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы-ҡурсаҡсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996). Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980 йылдан).

Биографияһы

Р. Ҡобағошова Күмертау ҡалаһында тыуған. 1977 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан республика мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған (Ю.С.Вертлиб курсы)[1].

Бала саҡтан ижадҡа ынтыла: бейеү ансамблдәрендә сығыш яһай, хорҙа солист була, шулай уҡ нәфис һүҙ түңәрәктәрендә шөғөлләнә.

1978 йылдан Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында актёр-ҡурсаҡсы булып эшләй[2].

Театрҙа эшләгән йылдарында Рәмилә Ҡубағошова үҙен оҫта артист итеп танытты, театр репертуарындағы төп спектаклдәрҙә үҙенсәлекле образдар тыуҙырҙы. Театр коллективы составында Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында гастролдәрҙә була, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша. Актёрлыҡ хеҙмәтенән тыш, ул йәш артистарға һөнәр серҙәрен өйрәтеүсе остаз булып та тора.

Ижады

Ижади эшмәкәрлеге осоронда тиҫтәләгән ролдәр башҡарҙы, улар араһында:

  • Ғәлимә — М. Ғафури буйынса «Ғәлимә»;
  • Гөлфирә — Т. Миңнуллиндың «Әлдермештән Әлмәндәр» спектакле;
  • Ҡуян — С. Алибаевтың «Майыҡай йоҡлай алмай»;
  • Кендек — М. Кәрим буйынса «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»;
  • Ласточка — Г. Х. Андерсен буйынса «Дюймовочка»;
  • Әсә өйрәк — Г. Х. Андерсен буйынса «Гадкий утёнок»;
  • Соня — В. Распутин буйынса «Живи!» («Йәшә!»)[3][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  2. Кубагушева Рамиля Сулеймановна. Театральные архивы России и русского зарубежья. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026. Архивировано 7 август 2024 года.
  3. Рамиля Кубагушева. Сайт Отдела культуры Кугарчинского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026. Архивировано 15 апрель 2024 года.
  4. Кубагушева Рамиля — Культурный мир Башкортостана. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.