Мәжит Ғафури

Мәжит Ғафури (тулы исеме Ғәбделмәжит Нурғәни улы Абдулғафуров, рус. Мажи́т Гафури́; полное имя — Габдельмажи́т Нургани́евич Гафу́ров; 8 (20) июль 1880 йыл, Еҙем-Ҡаран, Өфө губернаһы28 октябрь 1934, Өфө) — шағир, яҙыусы һәм драматург. Башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1923).

Биографияһы

Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы 1880 йылдың 20 июлендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында тыуған[1].

Ғаиләһе

undefined

Белеме

Башланғыс белемде атаһынан ала. Бәләкәй Мәжит ике-өс йыл дауамында ауыл мәктәбе «программаһын» үҙләштерә һәм ун бер йәшендә атаһына балаларҙы уҡытыуҙа ярҙам итә башлай. Улының һәләттәрен күреп, Нурғани 1893 йылдың көҙөндә күрше Үтәк ауылындағы дини-схоластик мәҙрәсәгә урынлаштыра.

1893 йылдың декабрендә Мәжиттең атаһы, ә алдағы йылдың яҙында әсәһе вафат була. Ата-әсәһенән мәхрүм ҡалып, Мәжит уҡыуын ташламай. 1896 йылда Өфөгә «Ғосмания» мәҙрәсәһенә уҡырға инә, әммә аҡса етмәү сәбәпле уҡырға инә алмай һәм тыуған ауылына ҡайта. 1898 йылдың көҙөнән 1904 йылдың яҙына тиклем Троицк ҡалаһының «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә Зәйнулла ишанда уҡый.

Уҡыуҙан буш ваҡытта алтын сәнәғәтселәре Рәмиевтарҙың приискыларында эшләй, унда эҙләүселәрҙең тормошо менән таныша. Һуңыраҡ ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу менән шөғөлләнә, был йылдарҙа рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай.

1904—1906 йылдарҙа Ҡазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә, ә 1906—1908 йылдарҙа — Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый[1].

undefined

Ижады

Беренсе шиғыры — «Ишан шәкертләренә» 1902 йылда татар телендә баҫылып сыға.

1904 йылда Ырымбурҙа беренсе китабы — «Себер тимер юлы, йәки Әхүәле милләт» баҫыла.

1905—1907 йылдарҙағы революция Һәм уның эҙемтәләре М. Ғафуриҙың донъяға ҡарашын үҙгәртә. «Беҙҙең көндәр», «Ике ҡош», «Бай» (1905—1907) шиғырҙарында социаль синыфтарҙың ҡырҡа бәрелешеүе сағыла. Шағирҙағы тәрән үҙгәрештәр айырыуса «1906 йылдың 1907 йылға васыяты» һәм «1907 йылдың яуабы» шиғырҙарында асыҡ күренә.

Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу һәм өйрәнеү менән шөғөлләнә. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосының бер вариантын 1910 йылда баҫтырып сығара[1].

Октябрь революцияһынан һуң Автономиялы Башҡорт Рспубликаһының ваҡытлы матбуғатын ойоштороу өсөн күп көс һала.

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы йылдарында ижадының төп темаһы — батырлыҡ, революцион фиҙакәрлек.

1925 йылда уның революцион көрәштә эшселәрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең ҡатнашыуы тураһында «Ҡыҙыл йондоҙ» драмаһы донъя күрә. Уның өсөн автор Башнаркомпростың беренсе премияһына лайыҡ була.

1928—1929 йылдарҙа шағир милли музыкаль драматургия үҫешенә йоғонто яһаған «Труженик» операһының либреттоһын яҙа.

1928 йылға тиклем «Яңы ауыл» (1924 йылға тиклем «Ҡыҙыл Башҡортостан») гәзитендә корректор, журналист була, «Коммуна» гәзите редакцияһында эшләй, шиғырҙар, проза, пьесалар, публицистик мәҡәләләр яҙа.

1934 йылдың 28 октябрендә үпкә ауырыуынан вафат була. Өфөлә В. И. Ленин исемендәге паркта ерләнә[1].

Хәтер

undefined

Әҫәрҙәре

Шиғырҙар

  • «Ишан шәкерттәренә», 1902;
  • «Себер тимер юлы»;
  • «Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле»;
  • «Ғилем»;
  • «Йәш ғүмер»;
  • «Ваҡыт етте», 1905;
  • «Шатлыҡ йыры», 1905;
  • «Хөрриәт дәүерендә», 1905;
  • «Бай кеше», 1905 («Бай», 1907);
  • «Ике ҡош», 1906;
  • «1906 йылдың 1907 йылға васыяты»;
  • «Етенсе йылдың яуабы»;
  • «Беҙҙең көндәр», 1907;
  • «Үҙем һәм халҡым», 1912;
  • «Мин ҡайҙа», 1912;
  • «Бир ҡулыңды», 1920;
  • «Һарыҡты кем ашаған».

Хикәйәләр

  • «Фәҡирлек менән үткән тереклек», 1904;
  • «Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ»;
  • «Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын»;
  • «Үгәй балалар»;
  • «Онотолған енәйәт»;
  • «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә».

Повестар

  • «Ҡара йөҙҙәр», 1926;
  • «Шағирҙың алтын приискыһында», 1930;
  • «Тормош баҫҡыстары».

Поэмалар

  • «Эшсе», 1921.

Драмалар

  • «Ҡыҙыл йондоҙ», 1925.

Китаптары

  • «Себер тимер юлы йәки әхүәле милләт», Ырымбур.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Т. Ә. Килмөхәмәтов. Ғафури Мәжит (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2025.
  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 164. — 744 с.
  3. Муза народного поэта. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2025. Архивировано из оригинала 11 ғинуар 2012 года.

Әҙәбиәт

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
  • Мажит Гафури : биобилиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева; ред. З. Т. Агзамова; отв. за вып. А. А. Ибрагимов. — Уфа: Нац. б-ка им. А.- З. Валиди РБ, 2010. — 202 с.  (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
  • История башкирской литературы. Т. 1 (421—428 с.): С древнейших времен до начала XX века. — Уфа: Китап. 2012—560 с. ISBN 978-5-295-05562-1 (т.1)  (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 83-85 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом, где работал и жил Гафури. Гоголя улица, 28  (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
  • Ғафуров Ә. Ғ. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит.  (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)

Һылтанмалар

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар