Кәримов Марат Нәби улы
Кәримов Марат Нәби улы (рус. Каримов Марат Набиевич; 1930 йылдың 9 ғинуары, Күгәрсен, Башҡортостан Республикаhы) — шағир, журналист, тәржемәсе. 1958 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021)[2].
Биографияһы
Марат Нәби улы Кәримов 1930 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында[2] уҡытыусы ғаиләһендә[3] тыуған.
1947 йылда педагогия училищеһын[3], 1956 йылда ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк комсомол мәктәбенең журналистика факультетын, 1961 йылда Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай[2].
Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген педагогия училищеһында махсус урта белем алғандан һуң, 1947 йылда Күгәрсен тулы булмаған урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай, шул уҡ йылда СССР Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла[2].
1949 йылда запасҡа ҡайта һәм ВЛКСМ-дың Ейәнсура район комитетының бүлек мөдире була[2].
1953 йылдан — «Ленинсе»—«Ленинец» гәзите хеҙмәткәре[2].
1957—1985 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Һәнәк» журналы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1964 йылға тиклем — бүлек мөдире, 1968—1978 йылдарҙа — баш мөхәррир[2].
1964—1968 йылдарҙа — «Пионер» журналының баш мөхәррире[2].
1986 йылдан — «Башнефть» производство берекмәһе хеҙмәткәре[2].
1988—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы телевиденние һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире[2].
1993—1994 йылдарҙа Өфө ҡалаһында баҫылған «Ғасыр» гәзите хеҙмәткәре[2].
1999—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты[2].
Өфөлә йәшәй.
Әҙәби эшмәкәрлеге
«Бөрөләр» исемле тәүге китабы 1956 йылда баҫылып сыға. Унда ингән шиғырҙар лиризм, тәрән драматизм менән айырылып тора[2].
«Ете көнөм — ете моң» (1981), «Йылмайып‑көлөп кенә» (1990), «Һин бар саҡта» (2005) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарындағы әҫәрҙәренә халыҡсан юмор, үткер сатира хас[2].
Әҫәрҙәре болгар, ҡаҙаҡ, поляк, украин, урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Әҙип үҙе Пётр Бровка, Михаил Дудин, Юрий Поройков һәм тағы ҡайһы бер башҡа шағирҙарҙы башҡорт теленә тәржемә иткән[2].
Китаптары
• Алланың ҡашҡа тәкәһе (1968);
• Һөйгәнеңә үҙең яҙ (1972);
• Ялған һуҡмаҡ (1987);
• Әҙәм көлкөһө (1998).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003);
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994);
• Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021);
• Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2001).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 Кәримов Марат Нәби улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2025.
- ↑ 1 2 Каримов, Марат Набиеви. Фундаментальная электронная библиотека «Русская литература и фольклор». Словари, энциклопедии: Краткая литературная энциклопедия (КЛЭ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2025.
Литература
- Бикбаев Р. Йөрәктә ҡалған эҙҙәр (Марат Кәримов) // Р. Бикбаев. Шағир һүҙе — шағир намыҫы: Ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр [Текст]. Өфө: Китап, 1997. — Б. 382—388; (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков./ Марат Каримов.- Уфа: Китап, 2007.- С.223-226; (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Хөсәйенов Ғ., Кәримовтарҙың кесеһе. «Агиҙел», 1966, № 10;
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1; (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.; (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.; (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр.; (рус.)
- Марат Кәримов = Марат Каримов: биобиблиогр. күрһ. / төҙ. Г. С. Әхмәҙиева, З. Т. Әғзәмова; сығ. өсөн яуаплы А. Д. Моратова; яуаплы мөх. А. М. Фәтхетдинова. — Өфө : [НБ РБ], 2014. — 89 б.: фото 8 б. — (Башҡортостан яҙыусылары). — Текст на башк., рус. яз. — 30 экз. — ISBN.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Кәримов Марат Нәби улы. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023; (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Фундаментальная электронная библиотека «Русская литература и фольклор». Словари, энциклопедии: Краткая литературная энциклопедия (КЛЭ). Каримов, Марат Набиевич; (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Народный поэт Башкортостана Марат Каримов отметил 90-летний юбилей. Интернет—портал «Культурный мир Башкортостана»; (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Литературная карта Республики Башкортостан. Марат Каримов; (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Юрий Узиков. Лирик-сатирик Марат Каримов. Интернет-газета Республики Башкортостан «БАШвестЪ». 09.01.07; (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)
- Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан. Марат Каримов: Биобиблиографический указатель. (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025)